Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2022, 18:00

“Әсмә өләсәйем булғым килә!”

Ҡартлыҡ һәр кемгә лә килер ят ҡунаҡ. Тик уның ҡасан ишек ҡағырын, ни рәүешле килерен генә йәш саҡта әллә ни аңғармайһың. Хәйер, ниңә уның ҡасан килерен көтөп ҡаңғырырға, ваҡытынан алда көйәләнергә?

“Әсмә өләсәйем булғым килә!”
“Әсмә өләсәйем булғым килә!”

Миңә әле ни бары 22 йәш, барыһы ла алда, үтелмәгән иң рәхәт көндәре лә, һағына-һағына һөйләрлек иҫтәлектәре лә. Шулай ҙа өләсәйемдәргә ҡарап, ваҡыттың ни тиклем тиҙ үтеүен, ғүмер көҙөнөң  берсә ҡырыҫ, берсә биҙҙергес һыуыҡ икәнен дә тоймау мөмкин түгел.

 Ике өләсәйемде лә үлеп яратам.  Сабыйҙай эскерһеҙлектәре, ихласлыҡтары, ярҙамсыл булыуҙары, минең атай-әсәйемде ҡаҡмай-һуҡмай яратып үҫтергәндәре өсөн. Икеһе лә етмеш йәште уҙҙы инде, күптән хаҡлы ялдалар. Икеһе лә район үҙәгендә йәшәй, икеһе лә яңғыҙ. Олатайҙарымды үҙем дә яҡшылап хәтерләмәйем, күптән гүр эйәһе булдылар. Өләсәйҙәремдең оҡшашлыҡтары байтаҡ булһа ла, улар ошо ерҙә тамамлана, сөнки холоҡ-фиғелдәре ҡырҡа айырыла.

Камилә өләсәйем телевизор экранында билдәле табип Мясников йәки Малышева ханымды күрһә, уны тапшырыуҙарҙан айырып алырмын тимә. Аҙаҡ башҡа телеканалдарҙан һаулыҡҡа ҡағылған тапшырыуҙарҙы эҙләргә тотона, кәңәш-төңәштәрен яҙғылай, аҙаҡ беҙгә шуларҙы һөйләп, башты ҡаңғырта. Тыңлап, баш ҡағып ултырыуы ҡыйын түгел дә ул, тик бына үҙе эшләгән төнәтмәләре, ыуыныу өсөн майҙары, кемдәндер һатып алған шифалы үләндәре, уларҙы ҡулланыу ысулдары менән маҙаға тейә. Ҡасан барһаң да ул нимәнәндер дауалана, тупһанан аша атлап инеүең була, теге йә был сирҙәренә, ҡан баҫымының тотороҡһоҙлоғона, дарыуҙар ҡиммәтлегенә зарланыуҙар башлана. Һуңғы ваҡытта өләсәйем янына аяҡ тартмай башланы, барған һайын бер балыҡ башы! Яңы ғына ял йортонан ҡайтты, барыбер ҡәнәғәт түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, Камилә өләсәйем һымаҡ ҡартайырға теләмәйем.

Ә бына Әсмә өләсәйем тап уның киреһе. Кисә “ҡыҙым, миңә килеп сыҡмайһыңмы, йомош бар ине”, тигәс, эштән һуң хәлен белешергә барҙым. “Сит илгә сығыу өсөн паспортты ҡайҙан, нисек алырға мөмкин?” – тип һорағас, артыма йығылып китә яҙҙым. Ҡайҙа, ниндәй аҡсаға? Бына һиңә, йыуаш, ҡыйыуһыҙ өләсәй! “Коронавирус ҡоторғанын көтөп ятып булмай бит инде, тыныс осорҙа сәйәхәт ҡылырға кәрәк, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә ул”,– ти.

Бер үк йәштәге кешеләрҙең тормошҡа төрлө ҡарашта булыуҙарына иҫем китә. Әсмә өләсәйемдең сирҙәре Камилә өләсәйемдекенән аҙыраҡ тип уйламайым, бәлки күберәктер ҙә әле. Тик ул бөтә йәне-тәне менән тырмашып йәшәргә тырышып ята. Тормошто ярата һәм ғүмерҙең һәр көнөн ҡәҙерләй белеүе менән һоҡландыра. Минең дә ҡартлығымды Әсмә өләсәйем кеүек ҡаршылағым килә!

 

 

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: