Гөлсирә Хәсән ҡыҙы Уразбай ауылында тыуып үҫә. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ҡанаҡай ауылы егете Зәкәриә Ғәлиулла улы менән тормошон бәйләп өс балаға ғүмер бүләк итәләр, оло тормош юлына сығаралар.
- Хәҙер инде 35 йыл хаҡлы ялдамын. 16 йыл Ҡанаҡайҙа - һатыусы, 12 йыл Әхмәрҙә элемтә бүлегендә эшләнем. Хөкүмәтебеҙ хеҙмәтемде юғары баһаланы - “Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булдым, маҡтау грамоталарым да күп. Эшләгән эштәремә баһа биреп, 90 йәшем тулыу айҡанлы ҡотлау хаттары ебәргән Рәсәй Президенты В.В. Путинға, Башҡортостан Башлығы Р.Ф. Хәбировҡа, Ишембай районы хакимиәте башлығы А. А. Ишемғоловҡа, Ишәй ауыл Советын етәкләүсе И.М. Таһировҡа, эштәргә идарасы Г.Р.Тимербулатоваға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә эштәре уң, дәрәжәләре ҙур булһын, - ти Гөлсирә Хәсән ҡыҙы.