Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль , 14:00

Губкин урамы йәмләнә

Төрлө сәбәптәр буйынса Губкин урамын ремонтлау ошоға тиклем әкрен барҙы. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә белдереүенсә, төҙөкләндереү буйынса подрядсы ойошма эш графигын билдәләгән.

Губкин урамы йәмләнә
Губкин урамы йәмләнә

- Эшселәр ремонтты дауам итә, бордюрҙар яңыртыла. Подрядсы ойошма етәкселегенән эш графигын боҙмауын талап иттек. Ишембайҙарҙың сабыр итеүҙәрен һорайым, - ти Азат Альберт улы.

Килешеү шарттары буйынса подрядсы бөтә урам дауамында юлды киңәйтәсәк, яҡтыртыу таяуҙарын, юл билдәләрен алмаштырасаҡ.

Шулай уҡ Губкин-Гагарин киҫелешендә яңы светофор ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, аллея төҙөкләндереләсәк - унда яңы плитка йәйеләсәк, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйыласаҡ. Иҫке ағастар яңы үҫентеләргә алмаштырыласаҡ. Тротуарҙарҙа асфальт та яңыртыласаҡ. Губкин урамы аллеяһы ошо көндәрҙә 65 эре муйыл, 57 йүкә ағасы менән биҙәләсәк. Урам дауамында йәмғеһе 180 эре үҫенте ултыртыласаҡ.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в