Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль , 17:00

“Аҫылташ” йәштәрҙе йыйҙы

21-24 июлдә Йылайыр районының Дуҫлыҡ лагерында “Аҫылташ” башҡорт йәштәре форумы үтте. Дүрт көн дауам иткән сарала йәштәр үҙ-ара танышты, төрлө лекцияларҙа ҡатнашты, спикерҙар менән осрашты. Быйыл «Аҫылташ»тың юбилейы ла - ул бишенсе йыл рәттән үтә.

“Аҫылташ” йәштәрҙе йыйҙы
“Аҫылташ” йәштәрҙе йыйҙы

Форумды асыу тантанаһында Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелдокаев та ҡатнашты. Ул йәштәрҙе сәләмләп, форумды файҙалы итеп үткәреүҙәрен теләне. Быйыл да сараға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән дәртле, маҡсатлы, заман менән бергә атлаған йәштәр йыйылды. Спикерҙар булып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән йәштәр саҡырылды. Ҡатнашыусылар “Арт-майҙансығы”, “Карьера буйынса үҫешеү”, “Проект эшмәкәрлеге” һәм “Халыҡ алдында сығыш яһау” йүнәлештәренә бүленде.

“Аҫылташ эҙләү” квест-уйынында ҡатнашып йәштәр сағыу һәм ыңғай тәьҫораттар алды. “Этнодонъя” майҙансығында, милли кейем кейеп ҡаранылар, уҡтан аттылар, бейенеләр, ҡурайҙа уйнанылар. “Батырҙар ярышында” ла һәр кем бик теләп ҡатнашты. Ә.Вәлиди исемендәге милли китапхананың ҡулъяҙма һәм һирәк баҫма бүлеге ғилми хеҙмәткәре Ислам Байғужин “Халыҡ тарихы һәм үҫеш перспективаһы” тип аталған лекция уҡыһа, Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын
һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин үҙ сығышында “Этнотуризм” мәсьәләләренә туҡталды. Башҡорт милли кейемдәре һәм биҙәүестәре дизайнеры, халыҡ-ара фестивалдәр еңеүсеһе Иҙел Хәкимов “Милли биҙәүестәр” оҫталыҡ дәресен күрһәтте.

Форумда 250-гә яҡын кеше ҡатнашты. Улар Башҡортостандан ғына түгел, ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килгән башҡорт йәштәре. Сарала Ишембай районы йәштәренең булыуы айырыуса ҡыуандырҙы.  Этҡол ауылынан Айтуған Баисламов Башҡорт дәүләт медицина университетының 5-се курсын тамамлаған. Бөгөнгө көндә Республика онкология дауаханаһында эшләй. Форумға ул 5-се тапҡыр килә, өс йыл ҡатнашыусы булып һыналһа, һуңғы ике йылда - команда кураторы.

- “Аҫылташ” йылдан-йыл юғарыраҡ кимәлдә үтә, был форумдың үҫешен аңлата. Быйыл мин “Бер көтөү” исемле команданың кураторы. Төрлө райондарҙан ҡыҙҙарегеттәр йыйылған, шуға күрә “Исеменә күрә – есеме” тигәндәй, үҙебеҙгә килешкән оригиналь атама ҡуштыҡ. Куратораға түҙемлек һәм уҫаллыҡ сифаттары хас тип уйлайым, сөнки 16 кешене контролдә тота белеү еңелдән түгел. Тап шундай һыҙаттар минең киләсәк һөнәремдә лә кәрәк. – ти Айтуған. – Мин йыл һайын форумға Ишембай районынан ҡатнашыусылар алып киләм. Яҡташтарымды шундай матур сараларҙа әүҙем ҡатнашырға әйҙәйем.

Илшат Дусалинға “Аҫылташ” форумында дүртенсе тапҡыр булыу бәхете тейгән.

- Тәүҙә ике йыл ҡатнашыусы булдым, ә инде һуңғы ике йылда форумдың волонтеры булып һыналам. Беҙҙең бурыс: ҡорамалдар йыйыу, квестарға - майҙансыҡтар, ашханала өҫтәл әҙерләү. Ни өсөн мин волонтер ролен башҡарам, тигән һорау тыуа икән, яуабым ябай. Сөнки республикабыҙҙың иң яҡшы форумдарының береһенә ярҙам итеү теләгем ҙур. Ситтән командаларҙы күҙәтеүе лә бик ҡыҙыҡ, бер генә көн эсендә танышып, берҙәм, дуҫ булып китәләр. Киләсәктә тағы ла “Аҫылташ” форумына килеү теләгем ҙур. Миңә бында киске дискотека, концерттар оҡшай.

- “Аҫылташ” форумының барлығы тураһында күптән белеп, интернет селтәрҙәрендә күҙәтеп килдем. Һәм бына быйыл төркөмдәшем үҙе менән алып килде. Мин уға бик
рәхмәтлемен, сөнки йәштәр өсөн бик матур сара, оҡшай. Әүҙем йәштәр үҙҙәренең идея, проектарын тәҡдим итәләр, һәр кем ҙур тәжрибә, файҙа туплай. Форум беҙҙең
өсөн оло тормошҡа ныҡлы баҫҡыс булып тора. Мин ижади кеше булараҡ, “Артмайҙансығын” һайланым. Александра Климинаның “Үҙеңде презентациялау” тигән
оҫталыҡ дәресен ҡараныҡ. Ул халыҡ алдында үҙеңде нисек тоторға, күрһәтергә өйрәтте. Үҙемдең ыңғай яҡтарымды ла, төҙәтергә кәрәк булған хаталарымды ла яҙып
алдым. Эльвира Ишморатованың “Башҡорт кейемдәрен популярлаштырыу” лекцияһын ҡыҙыҡһыныу менән тыңланыҡ. Ул үҙ сығышында мөһим проблемаларҙы күтәрҙе.
Ғөмүмән, һәр бер майҙансыҡта башҡорт халҡының иң актуаль проблемалары ҡаралды һәм спикерҙар ярҙамында уларҙы хәл итеү юлдары тәҡдим ителде. Ойоштороуға
килгәндә, кураторҙар, ойоштороусылар бик тырышҡан. Уларға айырыуса ҙур рәхмәт! – тине Смаҡай ҡасабаһынан Әлиә Шиһапова.

Форумдың бөтә көндәре лә сағыу, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең проект эштәрен яҡлап, грант йәки остазлыҡ еңеүен яуланы. Йәштәр өсөн
был үҙеңде һынап ҡарау һәм идеяңды тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы осраҡ. Проект яҡлаусылар араһында Этҡол ауылынан Азалина Ҡотлоюлова ла бар ине. “Башҡортса Тиндер” исемле проект менән ҡатнашҡан ҡыҙ еңеүселәр рәтенә инде һәм 15 000 һумлыҡ грант отто.

- “Башҡортса Тиндер” – ул башҡорттар араһында танышыу өсөн махсус ҡушымта. Шуны әйтергә кәрәк, унда барыһы ла саф башҡортса буласаҡ. Яңы сервис егет-ҡыҙҙарға
танышып, ғаилә ҡороу мәсьәләһен еңеләйтер. Был ҡушымта донъяға ҡараштары, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса ике кешене бәйләүгә йүнәлтелгән проект. Еңеүемә сикһеҙ шатмын. Үҙ хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн бәләкәй аҙымдар яһарға әҙермен. “Аҫылташ” Башҡортостан йәштәренең төбәк форумы быйыл да бик юғары кимәлдә үтте һәм башҡорт йәштәре үҙҙәренә ҙур тәжрибә туплап ҡайтты.

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас в