Бының өсөн дегәнәктең йәш япраҡтарын (август аҙағына тиклем өлгөрөргә кәрәк) йыуып, ит үткәргес аша үткәрергә, һутын һығып, быяла һауытҡа ҡойоп, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Уны бер көнөн дә ҡалдырмай, түбәндәге схема буйынса эсергә кәрәк:
1- 2-се көн – көнөнә ике тапҡыр берәр балғалаҡ, 3-4-се көн һәм артабан – көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ. Дауаланыу курсы – бер ай. Бер ай эсендә киста бөтмәһә, дауаланыу курсын ҡабатларға тура килер. Бөтәһе өс тапҡыр ҡабатларға ярай, әммә улар араһында берәр ай ял итеп алыу кәрәк.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан