Йәмғиәт
26 Июль 2022, 09:00

Матур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡ

Ауылдарыбыҙҙы пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан ҡулға-ҡул тотоношоп матур ғүмер итеүсе өлгөлө һәм абруйлы ғаиләләр йәмләй. Әхмәр ауылында йәшәүсе Суфия Минегәрәй ҡыҙы менән Афарим Ғималетдин улы Ғәлиевтарҙың ғаиләһе лә тик маҡтауға һәм ихтирамға лайыҡ.

Матур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡМатур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡ
Матур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡ

«Ысын ауыл эшсәндәре, яҡшы күршеләр, изге күңелле кешеләр», ти ауылдашары улар тураһында. Ысынлап та Ғәлиевтар ғүмер буйы тырышып эшләүҙәре менән бер рәттән туғандарының, дуҫтарының, күршеләренең хәл-әхүәлен белешеп тора, кәңәштәр бирә, ауыр минуттарҙа ярҙамға килә, уларҙың уңыштарына ҡыуана.

Афарим Ғималетдин улы Әхмәр ауылында өс балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, әрме сафына юллана. Хеҙмәт иткән саҡта уға “Алыҫ походтар өсөн” тигән значок та тапшырыла. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас егет ауыл хужалығы училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағандан һуң дипломлы йәш белгес «Коммунизм» колхозына агроном булып эшкә ҡайта. Һәр эшкә етди ҡараған, ярҙамсыл Афарим Ғималетдин улы бер нисә йылдан колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнә. Артабан инде хаҡлы ялға сыҡҡансы 9 йыл Әхмәр ауыл Советы хакимиәте башлығы булып эшләй. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн ул “Маҡтауға лайыҡлы хеҙмәте өсөн” миҙалына, ВДНХ-ның алтын миҙалына, бик күп рәхмәт хаттарына, Башҡорт АССР-ы Юғары советының почет грамоталарына лайыҡ була. Ул - хеҙмәт ветераны, почетлы донор. Бөгөнгө көндә Афарим Ғәлиев ауылдың ветерандар Советы рәйесе булып тора.

Суфия Минегәрәй ҡыҙы ла Әхмәр ауылында тыуып үҫкән. Салауат ҡалаһында башланғыс кластар уҡытыусыһына уҡып сыҡҡас, тыуған ауылына ҡайтып хеҙмәт юлын башлай. Теүәл 15 йыл уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, уны яңы төҙөлгән балалар баҡсаһына мөдир итеп саҡыралар. Унда инде Суфия Минегәрәй ҡыҙы 25 йыл эшләй.

Әхмәр ауылы балалар баҡсаһы төрлө республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, баһалы урындарға лайыҡ була. Еңгән гранттарға компьютер, кер йыуыу машинаһы,телевизор алалар.

- Тормош ҡороп йәшәй башлауыбыҙға 55 йыл да үтеп киткән, - ти Афарим Ғималетдин улы. - Нисек танышҡанды ла һөйләп үтәйем әле. Әрме сафында булғанда тыуған яҡтарыма ҡайтып килер өсөн бер нисә көнгә ял бирҙеләр. Ялға ҡайтып, Әхмәр урамдары буйлап китеп барам, шул саҡ көйәнтә менән һыуҙан ҡайтып килгән һылыуҙы күреп ҡалдым һәм шунда уҡ ғашиҡ булдым. Тик танышырға ҡыйыулығым етмәне. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, бар ҡыйыулығымды йыйып ҡыҙ менән танышырға
барҙым, - ти ул.

Ғәлиевтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Улар атай-әсәләренән үрнәк алып, матур ғаилә ҡорғандар. Оло ҡыҙҙары Люциә Ишембай нефть колледжын уңышлы тамамлап, тормошҡа сығып, Себер тарафтарында йәшәй, бухгалтер. Наил улдары Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының юриспруденция бүлеген тамамлап, полиция хеҙмәтендә эшләй, подполковник. Төпсөктәре Наилә фельдшер һөнәрен үҙ иткән, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Суфия Минегәрәй ҡыҙы менән Афарим Ғималетлин улы ете ейән-ейәнсәргә һәм бер бүләсәргә олатай-өләсәй.

Ике уңған бергә тура килгәнгә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло. 55 йыл бергә йәшәү - йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. Уның өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек кәрәк. Иҫән-һау булығыҙ, хөрмәтле яҡташтар, ғаилә усағығыҙ оҙаҡ йылдар һүнмәһен, һүрелмәһен, уның йылыһы бар яҡындарығыҙҙы үҙ тирәһенә йыйһын!

 

Фотолар ғаилә архивынан.

Матур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡ
Матур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡ
Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас