Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль , 14:00

Ул – Ҡанаҡайҙың хөрмәтле кешеһе

Замандаштарым, һеҙгә ауылыбыҙҙың ябай бер ҡыҙы, биш бала әсәһе – Гөлсирә Мырҙабаева-Хисмәтуллина тураһында һөйләп үтмәксемен.

Ул – Ҡанаҡайҙың хөрмәтле кешеһе
Ул – Ҡанаҡайҙың хөрмәтле кешеһе

Гөлсирә апай һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тыуған бала. Атаһы Ғәйсәр яу яланынан беренсе төркөм инвалиды булып ҡайта. Колхозда яуаплы эштәрҙә эшләй, башҡа фронтовиктар кеүек үк намыҫлы була. Ләкин үҙ һөнәрен яратҡан, яҡташтарының эшен хөрмәт иткән кеше булараҡ колхоздың бер тиненә лә ҡағылмай. Ҙур ғаиләне ҡарау, әлбиттә, ауырға тура килә. Һуғышта бер ҡулын, ярты үпкәһен юғалтҡан, бер аяғы зәғиф атайға малға бесән әҙерләүе нисек ауыр булыуын аңлайһыңдыр инде, уҡыусым? Шуға күрә лә Гөлсирә апай менән һуғыш балаһы – бер туған ағаһы Рәхмәтулла 14-15 йәштән колхозда эшләй башлай. Гөлсирә Ғәйсәр ҡыҙы бала ғына көйө һауынсы булып эшкә урынлаша.

- Төркөмдә – 20-нән ашыу һыйыр. Көнөнә өс тапҡыр ҡул менән һауырға кәрәк. Иртәнге һауынға 04.00 сәғәттә тороп барыу, кисен эштән һуң төн уртаһында ҡайтыу... – тип һуғыштан һуңғы ауыр йылдар тураһында иҫкә ала ул. – Ҡыштың ҡаты һыуыҡтарында ла резина итектә эшкә барыу. Хәҙерге йәштәр өсөн күҙ алдына ла килтереп булмай торған хәл был. Шулай ҙа ауырлыҡтарға бирешмәй бынамын тигән сибәр ҡыҙ булып үҫеп етә Гөлсирә. Колхоз эшенән тыш, ул йорт эсендә лә ҙур ярҙамсы була. Бесәнен да саба, утынын да әҙерләшә, бәләкәй туғандарын да ҡараша.

Ваҡыты еткәс, ауылдың иң шәп егеттәренең береһе – Ғаяз менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Биш балаға атай-әсәй булып, 55 йыл иңгә-иң терәшеп йәшәй улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғаяз ағай ике йыл элек мәрхүм булып ҡалды. Балалары – Азат, Рәсим, Альмира, Альбина, Ильзирә бөгөн әсәләренә оло терәк булып, ярҙам итеп тора. Ҡатын-ҡыҙ ниндәй генә шарттарҙа ла үҙенең асылын юғалтмай. Пенсия йәшенә еткәнсе колхоздың иң ауыр тармаҡтарында эшләгән Гөлсирә сигеү сигергә лә, шәл, ойоҡбаш бәйләргә лә өлгөрә. Хатта келәм эшләү кеүек ҡатмарлы шөғөлдө лә үҙләштерә. Шул уҡ ваҡытта нәзәкәтле, сибәр ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға ла белә ул.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас әҙәплелек, түҙемлек, ҡунаҡсыллыҡ, таҙалыҡ яратыу... Ошо күрһәткестәрҙең барыһы ла бар ябай ауыл ҡыҙы Гөлсирәлә. Ул илебеҙ өсөн әле лә янып, борсолоп йәшәй. Әлеге көндә барған һәм бөтәбеҙҙе лә борсоуға һалған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынып тора. Уның ғаиләһендә – 10-дан ашыу йәш ир-егет. Ошо балаларҙы ла ҡайғырта әсәй, өләсәй кеше. Бына шулай бер яҡтан ябай ҡатын булһа, икенсе яҡтан – ысын ил инәһе Гөлсирә апайыбыҙ.

Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: донъяла ҙур бейеклектәргә күтәрелгән, яуаплы урындар биләгән ҡатын-ҡыҙҙар бар. Ләкин Гөлсирә Мырҙабаева-Хисмәтуллина кеүек ҡатын-ҡыҙҙар булғанда ғына илебеҙ – көслө, ғаиләләр – бәхетле. 

Автор:Гөлсәсәк ШӘРИПОВА, Ҡанаҡай ауылы.
Читайте нас в