

Күңеле яҡтырып, йөҙө нурланып китте был һүҙҙәрҙән әсәнең. Ҡартлығыңда балаларыңдың ҡәҙерендә йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән донъяла? Ә бит быларҙың береһенең дә булмауы ла мөмкин ине. Сәлимә әбей сер йәшереп ултырыр йәштән уҙған. Палаталаштарына үҙенең яҙмышын тәфсирләп һөйләп алып китте.
– Ике ҡыҙым, бер улым бар. Уларҙы донъяға килтермәһәм дә, миңә әсәлек хистәрен бүләк иткән ҡәҙерле балаларымды шул тиклем ныҡ яратам. Әсәләре Зәлиә менән бергә педучилищела уҡыныҡ, әхирәттәр инек. Бер райондан булыуыбыҙ ҙа араларҙы нығытты. Мин студент йылдарында кейәүгә сыҡтым, ләкин ирем менән балабыҙ булманы. Ошо арҡала айырылыштыҡ. Емеш бирмәгән буш сәскә кемгә кәрәкһен инде? Уҡып бөткәс, Зәлиә менән икебеҙ ҙә бер районға, бер мәктәпкә юллама биреүҙәрен үтендек. Элек бит шулай эшкә йүнәлтеү була торғайны. Уҡытыусыларға тәғәйенләнгән фатирға икәүләп урынлашып, матур ғына эшләп алып киттек.
Зәлиә үҙенең яртыһын ошо ауылда осратты. Мәктәптә тарихтан уҡытҡан Таһир менән яҙмыштарын бәйләнеләр. Мин бала таба алмаҫымды белгәс, ҡабат тормошҡа сығыу тураһында уйламаным, үҙемде эш менән баҫтым.
Зәлиә менән Таһирҙың тәүҙә бер-бер артлы ике ҡыҙҙары – Мәҙинә менән Йәмилә тыуҙы. Үҙемдең бәпесем булмағанғалыр, уларҙы туғандарым кеүек яҡын күрҙем. Ҡунаҡҡа барырға булһалар, күҙ-ҡолаҡ итеп мине ҡалдырҙылар. Шуға күҙ алдында тәпәй киттеләр, телдәре асылды. Мәҙинәгә биш йәш тулғас, әхирәтем тағы ауырға ҡалды. Малай алып ҡайтырға тигән хыялдары ла тормошҡа ашты. Ире хәстәрле, ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора, үҙен директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары итеп яуаплыраҡ вазифаға үрләтеп ҡуйҙылар. Балаларын мохтажлыҡта йәшәтмәҫлек ине, шуға Зәлиәне күп бала әсәһе булыу ҡурҡытманы.
Бала табыу йортонан уҡытыусылар коллективы гөлләмәләр, бүләктәр менән ҡаршы алды әхирәтемде. Шулай итеп, бәләкәс Моратты ҡарау мәшәҡәттәре лә өҫтәлде. Ауыл ерендә эшһеҙ ултырыу мөмкин түгел. Береһен бөтһәң, икенсеһе килеп сығып тора. Таһир эштә саҡта йорт-ихата тирәһендәге мәшәҡәттәрҙе лә башҡарырға тырышты Зәлиә. Ире “бәрәңгене ял көндәрендә үҙем күмермен, бала менән генә бул” тиеүгә ҡарамаҫтан, сабыйы коляскала йоҡлап киткәс, уны ағас күләгәһенә ҡуя ла эргәләге баҡсала булышырға керешә. Ололарҙың “Бала тапҡан ҡатынға ҡырҡ көнгә тиклем гүр ауыҙы асыҡ була” тигәне лә башына инеп сыҡмағандыр инде. Көсәнеп, тырышып утау эҙһеҙ үтмәй, хәлһеҙ организм тиҙ бирешеп, кискә тән температураһы күтәрелеп тә китә. Бәлки, шәбәйермен әле, тип икенсе көнгә саҡлы дауаханаға бармай. Бәләкәй балаларын ҡалдырып китәһе лә килмәгәндер инде. Табиптар ҡулына эләккәндә бик һуң була.
Дауаханаға алып китеүҙәрен ишетеү менән мин дә эргәһенә ашыҡтым. Күҙҙәре тоноп, йөҙөнөң нуры һүнеп ҡалғайны Зәлиәнең, һөйләшерлек тә хәле юҡ ине. Табиптар эргәһендә йүгерешеп йөрөһә лә, ҡотҡара алманы, 28 йәшендә әхирәтем яҡты донъя менән хушлашты. Таһир өс балаһы менән яңғыҙы ҡалды.
Ҡайғынан шаңҡып, әллә нисә көн үтте. Бер көн дәрестән һуң, йөрәгем түҙмәй, балаларҙың хәлен белергә өйҙәренә юлландым. Мин килеп ингәндә бәләкәс Морат йоҡлай, Таһир ашарға бешерә, ҡыҙҙар атайҙары тирәһендә урала ине. Мәҙинә менән Йәмилә мине күргәс, ҡосаҡлап уҡ алды. Йәһәт кенә бергәләп ашарға бешереп, өйҙө йыйыштырып ҡуйҙыҡ, керҙәр ҙә йыуып эленде.
Таһирҙың кәйефе юҡ, йөҙө ҡайғынан ҡарайған. Балаларын ашатып йоҡларға һалыуға, мин ҡайтырға йыйына башланым.
– Сәлимә, бер минутҡа туҡтап тор әле, һүҙем бар. Зәлиәнең үтенесен һиңә әйтмәй ҡалдыра алмайым. Үлер алдынан “Балаларҙы етем итмә, бары Сәлимәгә өйлән” тигәйне. Әхирәтеңдең васыятын үтәү-үтәмәү үҙеңә бәйле, – тине.
Нимә эшләргә? Икеләнеүле уйҙар биләне күңелде. Шулай ҙа балаларҙы ла, Таһирҙы ла йәлләү тойғоһо көслөрәк булып сыҡты. “Мин бармаһам, кемдәр ҡулына ҡалыр әхирәтемдең балалары?” тигән уй тынғы бирмәне. Бына шулай көтмәгәндә бер юлы өс балаға әсәй булдым да ҡуйҙым.
Ул ваҡытта Морат улым ике айлыҡ тирәһе ине. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың күңелендә әсәлек хисе бар. Мин ул йортҡа иң беренсе әсәй булып барып индем. Яңы тыуған сабыйҙы ҡайһылай итеп тоторға, нисек төрөргә лә белмәй аптырап торған саҡтарымда Таһир эргәмдә булды. Мәҙинә менән Йәмилә миңә бик тиҙ өйрәнеп китте, ә Морат үҙ әсәһе түгеллегемде һиҙмәне лә, ир ҡорона ингәс кенә, дөрөҫөн әйттек.
Таһир менән уртаҡ балабыҙ булманы, быға әҙер ҙә инем, ләкин әсәлек бәхетенән мәхрүм ҡалманым. Мәктәпкә ата-әсә йыйылыштарына йөрөү, кисен бергәләп өйгә эш әҙерләү, Яңы йылға костюмдар тегеү – ошо мәшәҡәттәрҙән күңел ҡәнәғәтлеге алып, ысын әсәлек тойғоһон кисерә алыуыма һөйөнөп йәшәнем. Тормошомдоң мәғәнәһе барлыҡҡа килде, эш хаҡы түләһәләр, балаларыма әйберҙәр алып шатландырҙым, быға уларҙан нығыраҡ үҙем һөйөндөм.
Таһир менән беҙҙе балалар үҫтереү мәшәҡәте яҡынайтты, бер бөтөн итте. Әхирәтем алдында йөҙөм яҡты. Уның васыятын үтәнем, ошо рәүешле үҙем дә бәхетемде таптым. Балалары өсөн рухы шаттыр, беҙҙән ризалыр, тим. Йыл һайын барлыҡ туғандарҙы йыйып, Зәлиәнең яҡты иҫтәлегенә Ҡөрьән ашы үткәрәбеҙ. Уның туғандары өсөн дә өйөбөҙҙөң ишеге һәр ваҡыт асыҡ булды, аралашып йәшәйбеҙ. “Рәхмәт”тән башҡа бер һүҙ ишетмәнем. Балалар үҙ әсәйҙәрен онотмаһын тип, йыл да бергәләп ҡәберен йыйыштырабыҙ, сәскәләр ултыртабыҙ.
Ҡыҙҙар өйҙә ҡунаҡ ҡына. Икеһе лә табип һөнәренә уҡып, тормошҡа сығып, ҡалала төпләнде. Морат улым – эшҡыуар, кәләш алып, төп йортта донъя көтә. Мин улар менән бергә йәшәйем.
Кемдер үҙ балаларынан да ошондай ҡәҙер-хөрмәт күрә алмай. Минең бер генә зарланыр ерем дә юҡ. Өрмәгән ергә ултыртмайҙар. Үкенескә ҡаршы, атайҙары ғына биш йыл элек мәрхүм булды. Донъя рәхәтен күреп йәшәргә лә, йәшәргә ине лә бит. Был донъянан һәр беребеҙ үҙ ваҡытында китә шул, – тине ул.
Сәлимә әбейҙең бер тынала һөйләгәндәрен палаталағылар ауыҙ асып тыңланы. Ысынлап та, дауаханала бер генә көнгә лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы балалары әсәйҙәрен. Ҡиммәтле дарыуҙарын да килтерҙеләр, тәмле-татлы ризыҡтан да өҙмәнеләр. “Бергә ашаһаҡ, тағы ла тәмлерәк була ул”, – тип Сәлимә әбей уларҙы палаталағы ҡатындар менән ихлас уртаҡлашты.
Һаулығы яҡшырып, дауахананан сығыуға, әсәләрен республиканың яҡшы шифаханаларының береһенә алып китте балалары. Бәхете йөҙөнә сыҡҡан, ҙур йөрәкле ябай ауыл ҡатыны үҙенең артынан яҡты нур сәсеп ҡалдырғандай булды.
Тормош – ҡуласа. Ҡылған изгелегең дә, насарлығың да үҙеңә ҡайтыусан. Быны бары тик ваҡытында аңлай белеүебеҙ мөһим.
- Резеда Шәңгәрәева
Фото:shpilki.net
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-07-15/atyn-y-b-hete-balala-2875089