

Балалар ике командаға бүленеп йылғанан "мәрйен" йыйҙылар, туғайҙағы сәскәләрҙән матур гөлләмә эшләнеләр, таштарҙан крепость, башня төҙөп ҡуйҙылар, әлбиттә, кем уҙарҙан ярышып төрлө эстафета уйындарында ла ҡатнаштылар. Һуңынан тәмле приздар алып, иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Бына шулай, каникулдар дауам итә!
Шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫкә төшөрөү маҡсатында ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре балаларға һыу буйында үҙеңде тотоу, һыу инеү буйынса аңлатыу эштәрен башҡарып, иҫкәрмә ҡағыҙҙарын да тараттылар.
Йәйге каникулдар файҙалы һәм күңелле үтһен!
Фото: https://vk.com/makarsdk