

Быйылғы йылда Ишембай муниципаль районында ла күптәр ошо проект буйынса газ үткәрҙе. Шундай ғаиләләрҙең береһе – Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе Тайфа һәм Хәмзә Ғәлимовтар үҙ ҡыуанысы менән уртаҡлашып үтте.
- Ҡаланан был ауылға 2010 йылда күсеп килдек, ул саҡта Ишембайға йөрөп эшләй инек әле. Үҙем ауыл тормошон ныҡ яратам; ирем менән кәзә, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, баҡса тотабыҙ. Тик газ булмауы ғына күңелде ҡыра торғайны, - тип ҡаршы алды беҙҙе Тайфа апай. – Күсеп килгәндән алып газһыҙ йәшәнек. Электр йылыһын ҡулландыҡ, ә был ҙур сығымдар талап итә. Документтар йыйып күп йөрөнөк, газ үткәрербеҙ тип ышанмай ҙа инек. Был программа тураһында тәүҙә телевизорҙан яңылыҡтарҙан белдем. Артабан Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы Айнур Ҡотошов телефондан шылтыратты. Ул нимәләр эшләргә кәрәклеген ентекле аңлатып бирҙе. Колонка, ҡаҙан һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙер ине. Ниһайәт, Яңы йылдан һуң селтәрҙән счётчикка тиклем бушлай газ үткәрелде. Зәңгәр яғыулыҡты 1 май байрамы алдынан 29 апрелдә ҡуллана башланыҡ. Был хәлгә бөтәһе лә, хатта ейәндәр ҙә ныҡ ҡыуанды.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, был программа буйынса шәхесте раҫлаусы һәм милеккә хоҡуҡ тураһында документтар, ИНН, СНИЛС, берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) белешмәләр, ситуация планы кәрәк буласаҡ.
"Газпром газ бүлеү Өфө" йәмғиәтенең Салауат бүлеге директоры Александр Палаев белдереүенсә, ағымдағы йылда Ишембай районында 40,6 километр газ селтәре үткән, план буйынса – 65 километр. Был эш Яңы Әптек, Сәлих, Кинйәбулат, Верхотор, Аҙнай, Яңы Георгиевка, Ҡанаҡай, Ҡолғона, Үрге Этҡол, Кәшәләкбаш, Түбәнге Әрмет, Әрметрәхим, Үрнәк, Яңы Ауыл, Ишәй, Восток, Ҡарайған, Яр-Бишҡаҙаҡ, Яңы Николаевка кеүек тораҡ пункттарҙа башҡарылған. Газ селтәренең 15 километры файҙаланыуға тапшырылған. Зәңгәр яғыулыҡ тоташтырыуға 385 йорттоң техник мөмкинлеге бар, барлығы 600 өй планға индерелгән. Яңы төҙөлгән селтәрҙә 31 йортҡа газ ингән. Зәңгәр яҡыулыҡ селтәре электән булған тораҡ пункттарҙа 121 өй тоташтырылған. Газ үткәреүҙе тамамлау программаһы сиктәрендә 404 килешеү төҙөлгән. Әлеге мәлдә газ үткәргестәрен һуҙыу Перегонныйҙа (5,5 километр) һәм Карасевкала (3,5 километр) дауам итә. Артабан 6 километрлыҡ селтәрҙәр Ишйәҙең яңы биҫтәһендә һәм Нефтянник софхозонда үтәсәк.
- Тәү сиратта йорт документтары, ҡаҙан, колонкалар ҡуйыла торған бүлмә һәм төтөн сығыу юлы әҙер булырға тейеш, - тигән теләген еткерҙе Александр Николаевич.
Әйткәндәй, әле проект эшләгәндә һәм уңайлы ваҡыт булғанда ғариза тапшырырға ашығығыҙ. Көҙөн – бесән, баҡса эштәре тамамланып, һалҡындар килгән саҡта проекттан файҙаланырға теләүселәр сираты ҙур буласаҡ. Яңы йылға тиклем өлгөрмәүегеҙ ҙә ихтимал.
Автор фотоһы