Йәмғиәт
9 Июль 2022, 06:00

Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

Изге оло байрам – Ҡорбан ғәйете алдынан халҡыбыҙҙы ихлас ҡотлайым! Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙы ла аҙашыуҙан һаҡлап, тура юлына - Һиҙәйәтенә күндереп, бәхетле мосолмандарҙан итһен! Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә, бүлә-бүләсәләребеҙгә иман байлығы, тәүфиҡ-истиҡамәттәре насип булһын!

Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

Раббыбыҙ динебеҙгә – ҡеүәт, халҡыбыҙға – тәүфиҡ, түрәләребеҙгә – миһырбанлыҡ, ололарыбыҙға – хәйерле ҡартлыҡ, ғалимдарыбыҙға – дин юлында тырышлыҡ, фәҡир-мохтаждарыбыҙға еңеллек, киң ризыҡ бирһен!

Һәммәбеҙгә лә тормошобоҙҙо тик яҡшы яҡҡа ғына үҙгәртеп, гонаһтарҙан һаҡланып, изге ғәмәлдәр генә ҡылып, хәйерле бәхетле ғүмер кисерергә насип итһен! Барыбыҙға ла Аллаһы тәғәләнең рәхмәттәре булһын!


Ишембай районы мосолмандарының мөхтәсибе Илшат хәҙрәт.

 

Фото: https://vk.com/islam_ish

Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!
Автор:
Читайте нас