Йәмғиәт
5 Июль 2022, 07:00

Эшенә бар күңелен һала

Тормошон ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта яуаплы һәм изге хеҙмәткә бағышлаған Руфина Искәндәрова ҡалабыҙҙың гемодиализ лабораторияһында шәфҡәт туташы булып эшләй.

Эшенә бар күңелен һалаЭшенә бар күңелен һала
Эшенә бар күңелен һала

Руфина Рәфҡәт ҡыҙы Ҡарлар ауылынан. Биксән урта мәктәбен тамамлағандан һуң, ҡыҙға киләсәк тормошон хәл итә торған һөнәр һайларға кәрәк була. Был хәл уға ауырлыҡтар тыуҙырмай, әйтерһең, барыһы ла бәләкәй саҡтан уҡ билдәле була…

- Сабый ғына сағымда һыу сәсәге менән ауырығанмын. Миңә зеленка һөрткәндәр. Ҡурсағым да ошо сир менән ауырый тип уны ла зеленкаға буяп бөткәнмен. Үҫкәс, табип булырһың ул, тип уйланыҡ, тип һөйләй әсәйем, - ти үҙе хаҡында Руфина.

Ҡурсаҡтарын дауалау ҡыҙҙы Салауат медицина колледжына “Дауалау эше” һөнәренә уҡырға инергә этәрә лә инде. Руфина әйтеүенсә, студент йылдары, күҙ асып йомған арала, тиҙ генә үтеп китә. Ул Ишембай үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлегенә шәфҡәт туташы булып эшкә йүнәлтелә. 2017 йылда гемодиализ лабораторияһына урынлаша. Гемодиализ - ҡанды бөйөрҙән тыш таҙартыу алымдарының береһе.

- Шәфҡәт туташы – бик кәрәкле һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе. Шул уҡ ваҡытта был хеҙмәттең ауыр һәм яуаплы икәнен дә беләбеҙ. Эш ваҡытында төрлө холоҡло кешеләр менән аралашырға, ҡатмарлы хәлдәр менән осрашырға тура килә. Ләкин һауығырға ярҙам иткән ауырыуҙарҙан рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү барлыҡ был ҡыйынлыҡтарҙы юйып
ташлай, - ти Руфина Искәндәрова.

Юҡҡа ғына уларҙы шәфҡәт туташы, тип атамайҙар шул. Уларҙың күңелдәре лә изге, уйҙары лә шәфҡәтле. Хеҙмәт юлында Руфина Рәфҡәт ҡыҙы үҙен яуаплы, яҡшы белгес
итеп күрһәтә. Үҙ эшен яратҡан белгес бурыстарына намыҫ менән ҡарай. Коллегалары һәм пациенттары араһында ла ул абруй ҡаҙанған.

- Эшем ауыр булһа ла, өйрәнгәнмен, хеҙмәтемде яратам, - ти белгес.

Эйе, эш - беҙҙең икенсе ғаиләбеҙ. Коллективта тыныс, татыу мөнәсәбәт булһа, күңел дә тыныс була.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас