Йәмғиәт
1 Июль 2022, 08:00

Һөнәр алдынғылары ҙурланды

Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары һәм Ишембайҙа һаулыҡ һаҡлау системаһы булдырылыуға 90 йыл тулыу уңайынан тантаналы сара үтте.

Һөнәр алдынғылары ҙурландыҺөнәр алдынғылары ҙурланды
Һөнәр алдынғылары ҙурланды

Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙ сығышында ҡала һәм райондың барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Янышев, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса штаттан тыш баш белгес Борис Шәрипов та коллегаларын ҡотланы.

Сара барышында оҙаҡ йылдар намыҫлы эше өсөн бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының маҡтау грамоталары менән 2-се педиатрия бүлексәһе мөдире Надежда Купреева, операция блогының өлкән шәфҡәт туташы Марина Стародубова, балалар пульмонология шифаханаһы тәрбиәсеһе Рәзилә Яҡупова бүләкләнде.

Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты табип-хирург Владимир Полевҡа, табип-психиатр Наил Фәйзуллинға, балалар пульмонология шифаханаһы тәрбиәсеһе Рәшиҙә Ишҡоловаға тапшырылды.

Физиотерапия бүлексәһе мөдире (табип-физиотерапевт) Юнир Баһауетдинов һәм балалар поликлиникаһы хирургы Әнүәр Хазиев “Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһенә лайыҡ булды.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының маҡтау грамоталары трансфузия терапияһы кабинетының шәфҡәт туташы Гөлнара Вәлитоваға, Маҡар табип амбулаторияһы акушеркаһы Әҡлимә Лоҡмановаға һәм дарыухана мөдире-провизор Светлана Синельниковаға тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәхмәт хаттарына медицина статистикаһы кабинеты хеҙмәткәре Венера Азизова, неврология бүлексәһе шәфҡәт туташы Гөлнара Ғәлина, операция блогы медсестраһы Светлана Мурашёва, сифат хеҙмәте белгесе Гөлнара Хәйретдинова, физиотерапия буйынса медсестра Әлфиә Муллагилдина лайыҡ булды. Шулай уҡ 140-тан артыҡ хеҙмәткәр Ишембай үҙәк район дауаханаһының маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.

- Медицина өлкәһендә дөйөм эш стажым 40 йылға яҡын, ә һуңғы өс йылда күҙ микрохирургияһы бүлексәһендә процедуралар медсестраһы булып эшләйем, - ти Лена Асылкаева. – Бөгөн мин һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәтем өсөн район хакимиәтенең маҡтау грамотаһына лайыҡ булдым. Быға тиклем дә рәхмәт хаттары һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнгәнем булды. Беҙҙең коллектив бик берҙәм. Эшемә һәр саҡ теләк һәм ҡәнәғәтлек менән барам. Бүлексә мөдире Дилә Ғәли ҡыҙы Арыҫланова барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә лә яҡшы мөнәсәбәттә, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Минеңсә, медицина хеҙмәткәре киң күңелле, тәртипле, әҙәпле, иғтибарлы, ярҙамсыл булырға тейеш. Барлыҡ коллегаларыма ныҡлы һаулыҡ, һөҙөмтәле эш теләйем.

Суфия Сафиҡанова Ишембай үҙәк район дауаханаһында 40 йылдан артыҡ эшләй.

Ул – Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Әле хаҡлы ялға сыҡҡан. Хеҙмәт юлын 1974 йылда медсестра булып башлай. Биш йыл эшләгәндән һуң медицина институтына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлағас йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Удмуртияға (Ижевск ҡалаһы) ебәрәләр. Унда бер йыл эшләгәндән һуң, Суфия Ғүмәр ҡыҙы Ишембайға ҡайта. 15 йыл санитар-эпидемиология станцияһында эшләй, артабан Ишембай үҙәк район дауаханаһы медицина профилактикаһы үҙәгенең баш табибы итеп тәғәйенләнә. Тәүҙә ул был эште табип вазифаһы менән берләштереп башҡарһа, артабан – эпидемиология бүлеге мөдире була.

- Беҙҙең һөнәрҙә иң мөһиме кешелеклек һәм эскерһеҙлек, шуға күрә медицина буш булырға тейеш тип иҫәпләйем, - ти Суфия Ғүмәр ҡыҙы. – Медицина хеҙмәткәрҙәре лайыҡлы эш хаҡы алырға тейеш. Ә бына бизнес һәм медицина бербереһенә ҡапма-ҡаршы. Табиптар һәм башҡа медицина персоналдары Гиппократ антын бирә бит. Шәхсән үҙемде ниндәй ҙә булһа башҡа һөнәрҙә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Әгәр ҙә ваҡытты кире ҡайтарып булһа, ошо уҡ һөнәрҙе һайлар инем. Туғандарым араһында ла табиптар күп. Мин һәр ваҡыт яҡшы кешеләр менән эшләнем. Ҡаланың һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире (уҙған быуаттың 70-се йылдары) К.Х. Мардановты, санитар-эпидемиология хеҙмәте һәм психоневрология коллективтарын йылы хәтирәләр менән иҫкә алам, - ти ул.

Һөнәри байрамдары алдынан Ишембай бала табыу йорто коллективы ла Романовтар ғаиләһенән рәхмәт һүҙҙәре ала. Улар бала табыу йорто мөдире Жанна Николаевна Сәлишеваға, акушер-гинеколог Руслана Дамир ҡыҙы Сәләховаға, анестезиолог-реаниматолог Зәки Ғәлиәхмәт улы Ғәйнуллинға, медсестралар Р.Р. Ғиззәтуллинаға, А.М. Низаметдиноваға, Н.В. Аверьяноваға һәм барлыҡ коллективҡа, шулай уҡ бала табыу йорто составындағы балалар бүлексәһенә һәм табип-неонатолог Диана Исмәғил ҡыҙы Нураеваға һөнәри оҫталыҡтары, эштәрен намыҫлы башҡарғандары һәм пациенттарға яҡшы мөнәсәбәттә булғандары өсөн рәхмәт белдерә.


Автор фотолары.

Һөнәр алдынғылары ҙурланды
Һөнәр алдынғылары ҙурланды
Автор:Ольга Валитова
Читайте нас