Йәмғиәт
30 Июнь 2022, 18:30

Ауыл хәбәрҙәре

Әрмегә китә егеттәр! Әрме - һәр ир-егеттең тормошонда мөһим этап, хеҙмәт итеү холоҡто сыныҡтыра, ихтыяр көсө тәрбиәләй, рухты нығыта, ысын дуҫтар һәм тоғро иптәштәр табырға ярҙам итә. Ул, ысынлап та, киләсәктә тормошта кәрәк буласаҡ күп нимәгә өйрәтә, һәр йәһәттән тәжрибә тупларға булышлыҡ итә.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Бына әле генә хеҙмәт бурыстарын тултырып Биксән ауылынан өс егетебеҙ Рәлиф, Айгиз һәм Илнур тыуған яҡтарына ҡайтты. Бөгөн, 30 июнь, Илгиз исемле егетебеҙҙе әрмегә оҙатабыҙ.

Илгиз, һиңә хәйерле юл теләп, иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуыңды теләп ҡалабыҙ.

 

Фото: https://vk.com/id468613444

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Биксән ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас