Йәмғиәт
30 Июнь 2022, 05:00

Аҡсаны мулла урлағанмы?

Бер кеше аятҡа мулла саҡыра. Мулла ҡайтып киткәс, аҡсалары юғалғаны асыҡлана. Хужабикә, аҡсаны мулла урланы, унан һуң юғалды бит, муллаға барып һорайыҡмы әллә, ти. Ире, тота килеп муллаға нисек әйтәһең уны, тигәс, туҡтап ҡалалар. Ләкин йыл буйы муллаға ҡырын ҡарап йөрөйҙәр.

Аҡсаны мулла урлағанмы?Аҡсаны мулла урлағанмы?
Аҡсаны мулла урлағанмы?

Бер йыл үтә шулай. Тағы аят уҡытырға булалар. Әлеге мулланы саҡырмай булмай. Уфтанып булһа ла, саҡыралар.
Мулла килә. Ир менән ҡатын башта ҡыйынһынып йөрөһәләр ҙә, һөйләшеп китәләр.

-Хәҙрәт, минең һиңә мөнәсәбәтем үҙгәргәнен тойҙоңмо? – тип һорай хужа.
-Эйе, һиҙәм, минән ситләштең. Нимә булды? – тип һорай мулла.
-Хәҙрәт, миңә әйтеүе ҡыйын, әммә һин ҡайтып киткәс, аҡсабыҙ юғалыуы асыҡланды.
Мулла йылмайып ебәрә.

-Мин һеҙгә килгәс, тәҙрәнән иҫкән ел менән өҫтәлегеҙҙә ятҡан аҡса иҙәнгә осоп төштө. Мин уны алдым да Ҡөрьән эсенә тығып ҡуйҙым. Ҡөрьәнде асыу менән аҡса табылыр тип уйланым. Ә һеҙ бер йыл буйына Ҡөрьәнде асып та ҡарамағанһығыҙ. Минең күңелем төштө. Аҡса буры итергә маташыуығыҙ өсөн түгел, изге китапты йыл буйына бер тапҡыр ҙа асып та ҡарамағанығыҙ өсөн төштө күңелем. Әгәр Ҡөрьәнде бер тапҡыр булһа ла асып ҡараған булһағыҙ, аҡсағыҙҙы тапҡан булыр инегеҙ, - тигән мулла.
Эйе, күптәребеҙҙең өйөндә һаҡлана Ҡөрьән. Ә асып ҡарап, уҡырға, өйрәнергә маташҡандарыбыҙ һирәгерәк түгелме?..

 

Сығанаҡ: https://vk.com/tan_gazite?w=wall-13580677_44174

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:
Читайте нас