Йәмғиәт
27 Июнь 2022, 06:00

Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Ишембайҙа ата-әсә ҡарауынанмәхрүм ҡалған һәм етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.

Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылдыЕтемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Уларҙы Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Хәйретдинов тапшырҙы һәм торлаҡлы булыусыларға ғаилә ҡороп, бөтә уңайлыҡтары булған яңы фатирҙа йәшәүҙәрен теләне.

Был юлы 22 йәшлек Элина Йәлилова менән Ринат Зәйнуллин торлаҡлы булды.

- Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды, - ти тулҡынланыуын йәшерә алмай Элина. - Үҙ фатирым буласағын әлегә аңлап та етә алмайым. Быға бик шатмын. Өләсәйем менән үҫтем. Үҙем торлаҡ һатып ала алмаҫ инем, әлбиттә, әлегә эш хаҡым күп түгел. Бындай ярҙам өсөн хөкүмәткә ҙур рәхмәт!

Икенсе фатир эйәһе Ринат Зәйнуллинды ла өләсәһе Рәшиҙә Зәйнуллина тәрбиәләгән, сөнки үҫмер сағында әсәһен юғалтҡан.

Фатирҙа косметик ремонт эшләнгән, сантехника ҡуйылған, пластик тәҙрәләр, кухняла плита бар. Ринаттың шатлығын бүлешергә туғандары ла килгән.

- Ринаттың әсәһе - ҡыҙым йәшләй генә вафат булды, - тип һөйләй күҙ йәштәре аша Рәшиҙә Муса ҡыҙы.

- Ейәнемдең хәҙер айырым торлағы булыуына бик шатбыҙ, сөнки уға ғаилә ҡорорға ла кәрәк. Фатир алырға булышлыҡ итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Әле Ринат вахта ысулы менән Себер тарафтарында быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләй. Беҙгә фатир оҡшаны, уңайлыҡтар булдырылған, ремонт эштәре бик яҡшы башҡарылған. Иң мөһиме, ейәнем яҡшы йәшәһен, сәләмәт һәм бәхетле булһын. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Хәйретдинов әйтеүенсә, быйыл Ишембайҙа һигеҙ етем бала торлаҡлы булған.

- Был категорияға ҡараған кешеләргә торлаҡ биреүҙе махсус комиссия менән тикшерәбеҙ, конкурс документацияһы, торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө кодексы талаптарына ярашлы, сифатлы ремонт башҡарылыуын да ҡарайбыҙ, - тип аңлатты Салауат Рәхим улы. - Эшләп еткерелмәгән, ниндәйҙер ҡағиҙә боҙоуҙар булған осраҡта фатир менән тәьмин итеүсегә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса иҫкәртмә бирелә.

Былтыр аҡсаны экономиялау иҫәбенә етем балалар өсөн ҡалала планлаштырылған 18 фатир урынына 20 фатир һатып алынған. Быйыл 15 фатирға аҡса бүленәсәк. Бынан тыш, ағымдағы йылда Бульвар урамындағы биш ҡатлы яңы йортто тапшырыу күҙаллана. Унда ла ошо категорияға ҡараған ишембайҙар өсөн торлаҡ һатып алынасаҡ.


Автор фотоһы

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас