Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь , 11:00

Ауыл хәбәрҙәре

22 июнь... Күпме яҡты хыялдарҙы селпәрәмә килтергән, күпме күҙ йәштәре түктергән көндәрҙең береһе...

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Был көндәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары арабыҙҙа ҡалманы ла инде, ә шулай ҙа хәтер йәшәй. Һуғыш осоро балалары, тыл хеҙмәтсәндәре әле булһа был көндәрҙе күҙ йәштәре аша иҫкә ала.

Хәтер көнөндә Маҡар ауылының Ағинәйҙәр һәм ветерандар ойошмаһы вәкилдәре мәҙәниәт йортонда йыйылышып, һуғыш осоро тураһында һөйләште, һәйкәлдәргә сәскәләр һалды.

Йылдар үткән һайын тарих төпкәрәк күсә, тик һандыҡ төптәрендә һарғайып һаҡланған һалдат хаттары, һуғыш яланында ятып ҡалғандарҙың ҡара ҡағыҙҙары ғына беҙгә был көндәрҙе оноторға мөмкин түгеллеген иҫкә төшөрөп тора.

 

Фото: https://vk.com/makarsdk

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас в