- Һинең өләсәйең дә минеке һымаҡ һәйбәт, ивет? – тинем бер көндө әхирәтемә.
- Ул миңә өләсәй түгел, ул – минең тағы бер әсәйем, - тип аптыратмаһынмы Хәмиҙә.
- Әсәй икәү булмай ҙа инде, - тип ҡаршы төшәм мин. – Минеке берәү. Ә өләсәйҙәрем икәү...
- Ә минең әсәйем икәү, - тип ныҡыша дуҫым.
Ҡайтҡас, иҫем-аҡылым китеп, Хәмиҙәнең ике әсәһе булыуы тураһында хәбәр итәм. Өлкәндәр әхирәтемдең алдашмауын һиҙҙерәләр, әммә буталған уйҙарыма асыҡлыҡ индермәйҙәр. Йылдар үткәс кенә мин дөрөҫлөктө белдем.
Аһыл менән ире яратып өйләнешә. Борон, йәштәрҙе дим менән ҡауыштырған заманда, һөйөп-һөйөлөп табышыу бик һирәктәрҙең бәхетенә эләгә. Тик йәштәрҙең күңелен сабыйҙары булмауы ғына ҡыра. Аһыл иренең ауыр көрһөнөүҙәрен, урамда сыр-сыу уйнаған бала-сағаға моңһоу итеп ҡарап алыуын һиҙә, үҙе лә хәсрәтләнә.
- Бала һөйгө килгәнеңде күреп торам. Йөрәгеңә ауыр алма, мине айыр, - ти ул бер көн йәндәй күргән иренә. Уныһы был хаҡта ишетергә лә теләмәй.
Бер ваҡыт Аһыл иренең күршеләрҙең яңы тыуған сабыйына сәңгелдәк эшләүен күреп, янына бара. Шул ваҡыт ире үҙе лә һиҙмәҫтән: “Эх, ошо бишектә беҙҙең бер малай ятһа... “ – тип ысҡындыра. Йәненә бысаҡ ҡаҙайҙармы ней Аһылдың! Ҡатын, кәртә буйына барып, туйғансы илай. Иртән сәй эскәндә, йоҡоһоҙ төндән шешмәкләнгән күҙҙәрен иренә төбәп:
- Һиңә әйтер һүҙем бар, - ти ул ныҡлы итеп. – Мине айырмаҫҡа булдың, уныһына рәхмәт. Хәҙер мине тыңла. Һине өйләндерәбеҙ, ошо йомала Хөсниямалды әйттерәбеҙ. Ире нимә тип яуап бирергә лә белмәй аптырап ҡала.
Аһыл инәй буласаҡ көндәшенә үҙе яусы булып бара. Йәш кенә Хөсниямалды донъя көтөргә үҙе өйрәтә, бер-бер артлы ҡыҙҙары тыуғас, уларҙы үҙе тәрбиәләй.
- Һин эшең менән бул, - ти ул “апай” тип өлтөрәп торған көндәшенә. – Ана, ҡыҙҙарҙың аталары бесәнгә йыйына, бергә барығыҙ, һеҙҙең татыулыҡҡа кеше аптырап торһон.
Тәүҙәрәк, бәлки, ауыл араһында шыш-быш һүҙе лә булғандыр. Юлдашта ғәжәйеп матур күңелле кешеләр йәшәй, шуға күрә ул шыш-быштың булмауы ла ихтимал. “Әсә менән ҡыҙ шулай бер-береһе өсөн өҙөлөп тормай”, - тип һоҡлана торғайнылар беҙҙең өйҙә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, инәйҙәрең ире яуға китә, күп тә тормай “ҡара ҡағыҙы” килә. Утлы ғәрәсәттән һау ҡалғандар берәм-берәм ауылға ҡайта башлай. Улар араһында Тимерғәле апа ла була.
- Миңә кейәүгә сыҡ, ҡыҙҙарыңды үҙемдеке кеүек итеп тәрбиәләрмен, - ти ул Хөсниямал инәйгә.
- Апайымды ла алһаң – барам...
- Кемде, кемде?!
- Аһыл апайымды. Мин уны яңғыҙ ҡалдырмайым.
Шулай итеп, ике көндәш Тимерғәле апаға күсеп сыға. 1950 йылда Хөсниямал инәй тағы бер ҡыҙ – Хәмиҙәне таба. Ғаилә мин белә-белгәндән татыу, матур йәшәне. Бер-береһенә ҡырын ҡараш ташлағандарын да, ҡатыраҡ өндәшкәндәрен дә хәтерләмәйем мин апа менән ике инәйҙең. Хәмиҙә улар янында иркә-наҙ күреп кенә үҫте.
...Бала саҡтың ғәжәйеп хәтирәләре. Аҙаҡ, күп һыуҙар аҡҡас, бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” әҫәрен кинәнеп уҡып сыҡтым да бындай хәлдең беҙҙең Юлдашта ғына булмауын аңланым. Әҫәрҙәге Оло инәй менән Кесе инәй миңә Аһыл менән Хөсниямал инәйҙәрҙе хәтерләтте.