Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2022, 11:00

Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә рәхәтлек бирә

19 июнь — Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө

Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә рәхәтлек бирә
Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә рәхәтлек бирә

Һәр йыл июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Бөгөн ул кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыусылар көнө булараҡ ҡабул ителә. Уйлап ҡараһаң, был донъяла аҡ халатлыларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәгән бер генә кеше лә юҡ. Тап ошо көндө аҡ халатлыларҙың барыһы ла үҙ һөнәре, яулаған бейеклектәре, уңыштары менән ғорурлана.

Айгөл Әхмәтйәнова Ишембай үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының терапия бүлеге мөдире булып эшләй. Уның шифалы ҡулдары аша күпме пациент үткән, хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Этҡолда тыуып үҫкән Айгөл Рәсүл ҡыҙы бәләкәйҙән ауырыуҙарҙы дауалау, кешеләргә файҙалы булыу тураһында хыяллана. Шуға ла буласаҡ һөнәрен медицина өлкәһе менән бәйләргә уйлай. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, ҡулына диплом алған йәш белгес Ишембай үҙәк район дауаханаһында участка терапевты булып эшкә урынлаша. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тырышып эшләгән йәш табипты халыҡ та тиҙ арала үҙ итеп өлгөрә.

Айгөл Рәсүл ҡыҙы был һөнәрҙе һайлауына бер генә лә үкенмәй.

- Эшем бик оҡшай. Кешеләргә ярҙам итә алыуыма ҡыуанам. Иң мөһиме – һөҙөмтә. Үҙеңдең эшләгән эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә рәхәтлек бирә, эшкә көс-дәрт өҫтәй, – ти ул.

Табип эше еңел түгел, төрлө хәл килеп тыуыуы ихтимал, ауырыуҙың да төрлөһө осрай. - Әлбиттә, эмоциональ көсөргәнеш бар. Сөнки һәр пациенттың сирен үҙең аша үткәрергә тура килә. Теләйһеңме-теләмәйһеңме, уларҙың проблемаларын үҙеңдеке кеүек итеп ҡабул итәһең. Әммә эшеңде яратып башҡарғанда, ауырлығы һиҙелмәй, – ти был хаҡта белгес.

2018 йылдан алып Айгөл Әхмәтйәнова поликлиниканың терапия бүлексәһе мөдире вазифаһын башҡара. Был тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй. Өлгөлө хеҙмәте өсөн белгес Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән дә бүләкләнгән.

Айгөл Әхмәтйәнова – өлгөлө хужабикә лә, яратҡан ҡатын һәм әсәй ҙә. Тормош иптәше менән улар ике бала тәрбиәләй. Радмир быйыл Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия интернатын тамамлай. «Берғамыт» бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Ҡыҙҙары Гөлназ 12-се лицейҙа 7-се класты тамамлаған.

Табип һөнәре - мәрхәмәтле һөнәр. Табиптарға, шәфҡәт туташтарына, санитаркаларға ҡарап, сабырлыҡ, изгелек, рухи көстәренең күп булыуына ғәжәпләнәһең.

- Бергә эшләгән хеҙмәттәштәремде медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Еңел булмаған эштәрендә уңыштар һәм һаулыҡ теләйем, - ти Айгөл Рәсүл ҡыҙы.


Руфина ФӘТТӘХОВА фотоһы

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в