Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2022, 18:00

Быуын һыҙлағандан - әрем майы!

Был рецептың шифалы икәненә күптәр инанған

Быуын һыҙлағандан - әрем майы!
Быуын һыҙлағандан - әрем майы!

Быуындар һыҙлағандан бик шәп дауа!

Әле әремдең шифаһы тураһында бик күп яҙалар, быуын һыҙлағандан һыналған шәп рецепт менән бүлешкебеҙ килә. Хуш еҫле әремде йыйып, быяла банкаға тығыҙлап тултырырға ла өҫтөнә көнбағыш майы ҡойорға. Артабан бәләкәй кәстрүлгә һыу һалып, шунда банканы ултыртып, талғын утта ике сәғәт ҡайнатып алырға кәрәк. Шуныһы мөһим: был ваҡыт үткәс, һүндереп, шунда һыуынғансы ултырһын. Һуңынан инде майҙы һөҙөп алырға була. Бына бик шифалы май әҙер ҙә. Кис ауыртҡан-һыҙлаған урындарға һеңгәнсе ыуып ятһаң шифаһы ҙур. Берҙән, арыған-талсыҡҡан аяҡ-ҡулға массаж булһа, икенсенән, ауыртыу баҫылып ҡалыр.

Сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!

 

 

Фото: pixabay.com

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: