Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь , 11:00

Ҡыярың шәп буласаҡ!

Йәй әйләнәһенә, хатта ҡара көҙгә тиклем өҫтәлеңдә үҙ ҡыярың булыуға ни етә! Яратҡан йәшелсәбеҙҙе үҫтереүҙең ҡайһы бер серҙәрен күҙәтһәгеҙ, мул уңыш алыуға өлгәшерһегеҙ.

Ҡыярҙың 3-4 япрағы барлыҡҡа килгәндән һуң, бер биҙрә һыуға 30 тамсы йод, 20 г кер һабыны, 1 литр һөт ҡушып болғатып, ошондай төнәтмә менән ун көн һайын япраҡтарын эшкәртегеҙ.

Кистән бер икмәкте һыуға ебетеп ҡуйығыҙ. Иртәнсәк уға бер бәләкәс һауыттағы йодты, 1 литр һыу өҫтәп, ҡыярҙың япраҡтарына һиптереп сығығыҙ. Артып ҡалғанын һалҡын ерҙә һаҡлағыҙ. Ике аҙна һайын ошондай төнәтмә менән эшкәртһәгеҙ ҡыярҙарығыҙ ҙа, уның япраҡтары ла көҙгә тиклем һәр саҡ йәшел булып ҡалыр.

2 литр эремсек һыуында 150 г шәкәрҙе иретергә. Уның менән ҡырҙарҙы һиптереп сығырға һәм төптәренә ҡойоп сығырға. Ошондай иретмә ҡыярҙарҙан һәм боростарҙан тиҙ арала мул уңыш алырға ярҙам итә.

700 г банкаға тултырылған һуған ҡабығын 10 литрлыҡ биҙрәлә ҡайнатып сығарырға ла, ҡапҡас менән ҡаплап 12-14 сәғәткә ҡуйып торорға. Артабан һуған ҡабыҡтарын һөҙөп алырға ла, 1 литрына 4 литр һыу өҫтәп шыйығайтырға. Ҡыярҙарҙың япраҡтарына бер нисә ҡат һиптерергә һәм төптәренә ҡойоп сығырға.

1 литр эремсек һыуын 5 литр һыу менән шыйығатып, ҡыярҙарға һибеү ҙә, мул уңыш менән һөйөндәрәсәк.

Сығанаҡ: https://vk.com/public121961140?w=wall-121961140_8131

Фото: https://www.pexels.com/ru

Читайте нас в