Йәмғиәт
13 Июнь 2022, 07:00

Ут менән һаҡ булайыҡ

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында янғындарҙы иҫкәртеү, ғәҙәттән тыш хәл осрағына әҙерлек буйынса күнекмәләр үтте.

Ут менән һаҡ булайыҡУт менән һаҡ булайыҡ
Ут менән һаҡ булайыҡ

Күнекмәләр барышында мәктәп яны лагерҙарына йөрөгән уҡыусылар эвакуацияланды. Учреждениела бөтәһе туғыҙ запас сығыу урыны бар. Барыһы ла фажиғә урынынан тейешле ваҡыт эсендә сығып өлгөрҙө. Янғын һүндереү машиналары ваҡытында килеп етте, хеҙмәткәрҙәр нисек утты һүндереү барышын күрһәтте.

Ишембай, Салауат ҡалаларының янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторы Тимур Сәфиуллин балалар менән янғын хәүефһеҙлеге хаҡында әңгәмәләште. Уҡыусыларҙың
әгәр янғын сыҡһа нимә эшләргә, нисек ҡаушамай, үҙеңде ҡулға алырға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тигән һәм башҡа һорауҙарына төплө яуап ҡайтарҙы.

- Бындай саралар даими үткәрелһә ине. Бөгөн бөтәһе лә әүҙем булды һәм беҙ ҡуйылған маҡсатты теүәл үтәнек тиергә була. Һәр кем янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәһен, ут менән һаҡ эш итһен, – тине өлкән янғын һүндереүсе Ришат Нурдәүләтов.

Хәүефһеҙлекте һаҡлар өсөн, түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоғоҙ:

- ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.

- әгәр йортта ут сыҡһа, унан тиҙ арала сығырға тырышырға кәрәк;

- әгәр ҙә кейемең янып китһә ергә ятып ауна. Ҡулыңды бешерһәң - һыуыҡ һыу аҫтында тот.

- әгәр ҙә подъезда ут йәки төтөн булһа, ярҙам саҡырырға;

- янғын ваҡытында лифт менән файҙаланырға ярамай: уның ҡаттар араһында тотҡарланыуы ихтимал.

- әгәр ҙә өйҙән сыға алмаһағыҙ, балконға йәки иң төпкө бүлмәгә инеп ишекты ныҡ итеп ябырға ла янғын һүндереүселәрҙе саҡырырға йәки тәҙрәнән ярҙам һорап
ҡысҡырырға кәрәк.



Автор фотолары.

Ут менән һаҡ булайыҡ
Ут менән һаҡ булайыҡ
Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас