Йәмғиәт
8 Июнь 2022, 04:00

Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт!

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт!Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт!
Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт!

Хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәр!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Иңегеҙгә ҙур яуаплылыҡ - дәүләттең айырым хәстәренә мохтаж булғандарға ярҙам итеү эше йөкмәтелгән. Муниципаль райондың һәр өсөнсө кешеһе тип әйтерлек һеҙҙең ышаныслы хәстәрҙе тойоп йәшәй. Һеҙ күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға һәм ветерандарға, күп ваҡыт ябай аралашыуға, иғтибарға сарсаған кешеләргә ярҙам итәһегеҙ. Эшегеҙ еңелдән түгел, уны күңелең изге, мәрхәмәтле, һөнәреңә тоғро булғанда ғына атҡарырға мөмкин. Хеҙмәтегеҙ, битараф булмауығыҙ, изгелек һәм өмөт бүләк итеп
йәшәүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!


Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас