

Программа башланғандан алып Ишембайҙа 30 ихата биләмәһе төҙөкләндерелде. Быйыл да ҡатнашырға теләүселәр күп. Уларҙың тулы исемлеге лә булдырылған. Урам ихаталарын билдәләгәндә иң беренсе бер нисә күп фатирлы йортто берләштергәндәргә өҫтөнлөк бирелә. Мәҫәлән, быйыл Ленин проспекты, 55, 57, Губкин урамы, 36, 38, Машина эшләүселәр урамы, 136,138, 140 һәм Богдан Хмельницкий урамы, 16,18, Ленин урамы, 18 адресы буйынса урынлашҡан йорт алдары төҙөкләндереләсәк. Бөтә проекттар ҙа халыҡ менән килешелгән. Ҡәҙимгесә, юлдар, парковкалар киңәйтеләсәк, йәйәүлеләр зонаһы, уйын, балалар майҙансыҡтары төҙөләсәк. Бөгөнгө көндә эштәр
башланды ла инде.
Тағы ла бер яҡшы яңылыҡ. Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың торошон тәьмин итеү өсөн яңы грейдер алынды. Быйыл ҡыш ҡар күп яуыу сәбәпле, уны таҙартыу эштәре ауырға тура килде. Йәйгеһен дә был техника ҡаланың тораҡ райондарында юл япмаһын эшләү өсөн файҙаланыласаҡ.