

Был сәйәхәткә пенсионерҙар “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты буйынса барҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң күп кенә өлкән йәштәге кешеләргә аралашыу етмәй. Кемдер ейәндәрен ҡарау менән мәшғүл, икенселәр көндәрен баҡсала үткәрә, ә өсөнсөләр яңғыҙлыҡта көн күрә.
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты социаль туризмды үҫтереү маҡсатында төҙөлгән. Уның төп бурысы – тыуған Башҡортостан буйлап сәйәхәттәр ойоштороп, хаҡлы ялдағыларҙың тормошон төрлөләндереү. Проект 2020 йылдың сентябрендә эшләй башланы. Ул Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан туристик объекттар буйлап бер көнлөк сәфәргә сығыуҙы күҙ уңында тота һәм оло быуын вәкилдәрен тыуған яҡ “ынйылары” мәҙәни мираҫы менән таныштырырға мөмкинлек бирә.
Проектта ҡатнашыу өсөн https://долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Бында 55 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60-тан уҙған ирҙәр ҡатнаша ала. Пенсионер хаҡында анкетаны тулыһынса тултырырға кәрәк. Үҙегеҙ турала мәғлүмәтте ни тиклем күберәк яҙһағыҙ, иҫәп яҙмағыҙ шул тиклем етеҙерәк әүҙемләшәсәк. Сайтта яҡын арала тыуған ҡалағыҙҙа һәм республикала үтәсәк турҙар, спорт һәм мәҙәни учреждениеларҙағы саралар тураһанда белешмә бар. Пенсионер йүнәлеште һәм үҙенең унда ҡатнашыуын билдәләй. Ойоштороусылар дүрт тур төрөн тәҡдим итә: мәҙәни-танып белеү, әүҙем, һауыҡтырыу һәм ҡатнаш. Урынға алып барыу һәм һыу менән тәьмин итеү проект иҫәбенән ҡаралған. Сәйәхәтселәргә төшкө ашҡа һәм сувенирҙарға ғына аҡса кәрәк буласаҡ. Экскурсияла ҡатнашыусыларҙы гидтар, медицина хеҙмәткәрҙәре, хакимиәт вәкилдәре оҙатып йөрөй. Сәфәр страховкаланған.
Киләһе экскурсия август аҙағына планлаштырылһа ла әленән үк теркәлергә була. Проекттың ойоштороусылары белдереүенсә, сайт хәл-ваҡиғалар хаҡында анонстар менән тулыланып торасаҡ. Шуға ла яңылыҡтарҙы ҡарап барырға һәм яңы турҙарға, сараларға урындар бронләргә кәрәк.