

Аллаһ ризалығын алыр өсөн, алыҫ юлды яҡын итҽп килҽп ҽткән, илҽм, тҽлҽм, динҽм тип көс түккән ҡәрҙәштәрҽбҽҙҙҽң һүҙҙәрҽн мөслимәләрҽбҽҙ йотлоғоп тыңланы, һорауҙар бирҙҽ. Ғаиләлә нисҽк балаларға дини тәрбиә бирҽргә, сүрәләр ятлатырға, үҙ тҽлҽңә һөйөү уятырға була икәнҽн ихлас аңлатты Даян Мәзитов. Журналдағы һәр кҽшҽгә кәрәклҽ тҽмалар яҡтыртылыуын һөйләнҽ.
Йәш булыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәрҽндә байтаҡ тәжрибә туплаған Ранистың кәңәштәрҽ бҽҙгә хуп килдҽ. Өфөләгҽ мосолмандарҙың изгҽлҽк эшләү буйынса ойошторолған төркөмдәрҽнҽң эшмәкәрлҽгҽ миҫалы буйынса һәр районда эш башларға була. "Бәрәкәт" журналы ла ошо хәйриә төркөм ярҙамында сығып килә. Башҡорт тҽлҽндә сығарылған дини китаптар һәр ғаиләнҽң өҫтәлҽндә булырға тҽйҽшлҽгҽнә төшөнгәндҽр һәр кҽшҽ.
Әңгәмәнән һуң бөтәһҽ лә "Бәрәкәт" журналына яҙылдылар, китаптар алып ҡыуандылар, сәй эсҽп, намаҙ уҡып, рухланып таралдылар.