

Кисә, 2 июндә, киске сәғәт 11-се 12 минутта ашығыс хеҙмәттәргә Ленин проспекты, 57 адресы буйынса дүртенсе ҡаттан 2011 йылғы малайҙың ҡолауы тураһында мәғлүмәт килә. Тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына юлланған. Зыян күреүсене бихисап йәрәхәттәр менән Ишембай үҙәк район дауаханаһының реанимацияһына оҙатҡандар.
Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре һәм шарттары әлегә асыҡлана.