

Хөрмәтле химия һәм нефть химияһы сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Химиктар көнө уңайынан ихлас теләктәрҙе ҡабул итегеҙ!
Химия һәм нефть химияһы индустрияһы - республикабыҙҙың сәнәғәт потенциалы нигеҙе, ул илебеҙ иҡтисадында мөһим урын алып тора. Көндәлек тормошобоҙҙо химия сәнәғәте тауарҙарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Химия белгестәре тарафынан тәбиғәттә таҙа килеш табылмаған барлыҡ әйберҙәр етештерелә.
Хөрмәтле Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы, “Подземнефтегаз” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре! Һеҙ ҡаҙанған уңыштарығыҙ менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана алаһығыҙ. Барлыҡ эшселәргә, белгестәргә, төп һәм ярҙамсыл хеҙмәттәр етәкселәренә, ветерандарға ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар, тыуған республикабыҙ мәнфәғәте өсөн оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эш теләйем.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.