Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2022, 09:00

Стрестан нисек ҡотолорға?

Хәҙерге заман кешеләренең тормошо стрессоген факторҙар менән тулған. Динамикалы донъя беҙгә яңынан-яңы мәсьәләләр, бурыстар өҫтәп тора.

Стрестан нисек ҡотолорға?
Стрестан нисек ҡотолорға?

Күп осраҡта экстремаль хәлдәр кешеләрҙе ҡурҡыу, шомланыу, ярһыу йәки, киреһенсә, шаҡ ҡатыу, өндәшмәү, хәрәкәтһеҙләнеү кеүек күңел торошона килтерә. Шулай ҙа эмоциональ яҡтан сыҙамлыраҡтар стресс хәлендә үҙ хис-тойғоларын, организмға зыян килтермәйенсә, контролгә алырға әүәҫ.

Был осраҡта ауыр хәлдәргә бирешмәҫлек һәм стресҡа ҡаршы торорлоҡ бер нисә кәңәш тәҡдим итеп булыр ине.

- Бер туҡтауһыҙ үҙ проблемаларығыҙ тураһында уйламағыҙ. Бер кемдең дә тормошо уларҙан азат түгел. Проблемалар тураһында уйларға түгел, ә тиҙерәк хәл итергә кәрәк.
- Тулыһынса ял итегеҙ. Бының өсөн ваҡыт йәлләмәгеҙ. Ял иткәндә үҙ проблемаларығыҙ тураһында уйларға тырышмағыҙ, иғтибарығыҙҙы икенсе нимәләргә йүнәлтегеҙ. Киноларға, бигерәк тә комедияларға, концерттарға йышыраҡ йөрөгөҙ. Яҡын дуҫтарығыҙ менән тәбиғәт ҡосағына сығырға ла онотмағыҙ.
- Бөгөн барған ваҡиғаларға мөнәсәбәтегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Нимәнелер үҙгәртеп булмай икән – уға икенсе ҡарашта булырға тырышығыҙ.
- Ижад стресс менән көрәшергә ярҙам итә. Көсөргәнеш артҡанда асыуығыҙҙы эргәләге яҡындарығыҙға төшөрөр урынға ижади эштәр менән шөғөлләнегеҙ. Һөр кешенең үҙ таланты, үҙ мөмкинлектәре. Кемдер һүрәт төшөрөргә, музыка ҡоралдарында уйнарға теләр? Бәлки, шиғыр яҙып ҡарарға теләүсе булыр? Иң мөһиме: күңелде ижад менән баҫыу. Ниҙер ҡора башлау...
- Тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә булығыҙ – был кешенең психо-физиологик торошона ыңғай йоғонто яһай, стрестан һәм ярһыуҙан һаҡлай. Паркта йә урманда йөрөү энергия бирә, көс-ғәйрәтте арттыра һәм физик ауырыуҙарға ҡаршы торорға ярҙам итә.
- Билдәле булыуынса, хайуандар ҙа стрестан дауалай. Улар беҙҙең нервы системаһын һәм психикаһын невроздан, борсоуло хәлдәрҙән, сәбәпһеҙ ҡурҡыуҙан, йоҡоһоҙлоҡтан һаҡлай.
Үҙ хужаһын яҡын күргән, яратҡан һәр хайуан да дауалау һәләтенә эйә. Ләкин беҙ уларға шундай уҡ тойғо менән яуап бирергә тейешбеҙ. Шул саҡта ғына уларҙан дауалау көсөн аласаҡбыҙ. Иң шәп дауалаусылар – эттәр, бесәйҙәр һәм аттар.
- Депрессиянан ярҙам иткән аҙыҡ-түлек.
Тәбиғәттә күп ризыҡтар стресҡа ҡаршы дауа булып тора. Хис-тойғоно контролдә тотоп булмаған осраҡта бал, шоколад, мармелад кеүегерәк татлы нимәләр ашағы килә. Депрессиянан һары, ерән, ҡыҙыл төҫтәге йәшелсә һәм емеш-еләк ярҙам итә. Улар: кишер, ҡабаҡ, помидор, әфлисүн, мандарин, абрикос, хөрмә, банан, һ.б.
- "Парығыҙҙы сығарып алығыҙ". Үҙен ҡулда тота белгән кешеләрҙә стресс булмай тип иҫәпләйҙәр. Улай тип уйлау – хата. Был кешеләр ни бары үҙ хистәрен йәшерә, ә кире тойғолар көндән-көн йыйыла бара. Шуға ла уларҙан ҡотолорға кәрәк. Мәҫәлән, мендәрҙе "туҡмап" алығыҙ. Көлгәнсә, илағанса берәй комедия ҡарағыҙ. Бик булмаһа, футбол йәки рок-концерт ҡарарға барығыҙ. Унда һыҙғырып та, ҡысҡырып та була.
- Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Физик әүҙемлек кешегә күңел тыныслығы килтерә.
- Дөрөҫ тын алырға өйрәнегеҙ. Был тыныс булырға ярҙам итә.
- Илап алыу ҙа оят түгел. Ир-егеттәргә лә кәңәш итер инем. Сөнки күңелдә йыйылған кире тойғолар күҙ йәше менән сыға.
- Көндәлек алып барығыҙ. Ҡағыҙға ни яҙһаң да килешә. Унда бөгөнгө көндә һеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе, белдерә алмаған үпкәне яҙырға мөмкин. Проблеманы тәфсирләп бөткәс, ҡағыҙҙы йыртығыҙ йәки яндырығыҙ.
- Йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлағыҙ. Тыныс һәм оҙайлы йоҡо – стресҡа ҡаршы ысулдарҙың береһе.
- Иҫтә тотоғоҙ, проблемаларҙан "һә тигәнсә" генә ҡотолоп булмай. Уларҙы хәл итергә өйрәнергә кәрәк. Стресс булдырмаҫҡа тырышығыҙ. Кире тойғоларға үҙегеҙҙе еңергә мөмкинлек бирмәгеҙ. Шул саҡта теләһә ниндәй киҫкен хәлдән дә еңеүсе булып сығасаҡһығыҙ!

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:"Инсайт" психологик-педагогик һәм социаль ярҙам үҙәгенең педагог-психологы Рита УСКОВА.
Читайте нас: