Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2022, 12:00

БАТЫРҘАРҘЫ ИҪКӘ АЛЫП...

8 майҙа Йәнырыҫ ауылында бөтә быуын сикте һаҡлаусыларға һәм локаль һуғыш хәрбиҙәренә бағышланған стела асыу сараһы үтте.

БАТЫРҘАРҘЫ ИҪКӘ АЛЫП...
БАТЫРҘАРҘЫ ИҪКӘ АЛЫП...

Тантанала муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, Ишембай районы һәм ҡалаһының хәрби комиссариаты, Афған хәрби хәрәкәте һәм сик һаҡсылары советы ағзалары ҡатнашты.

- Беҙҙең ауылдан «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә Афғанда – һигеҙ кеше, Чечняла биш кеше хеҙмәт итте, - тип иҫкә алды мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнур Кирәева. – Иҫән булғандар мәрхүм яуҙаштарын иҫкә алып, яңы стелаға гөлләмәләр һалды. Локаль һуғыш ветерандары һәм сик һаҡсылары был көндә муниципаль райондың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Шуны ла билдәләп үтеү мөһим – мемориаль комплекс төҙөүҙә Йәнырыҫ ауыл Советы хакимиәте һәм бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе яҡташ эшҡыуар Илфат Ниғмәтуллин ҙур ярҙам күрһәтә. Һәйкәл «Атайсал» проекты буйынса яһалған.

Әйтергә кәрәк, республикала был программа тормошҡа уңышлы ашырылып килә – ул ауыл халҡының көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә, тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған меценаттарҙың тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелгән.

Билдәле булыуынса, мемориал 2018 йылда төҙөлә башлай. Ул саҡта бағыусы Илфат Әнүәр улы ҡатнашлығында Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына алынған – яу ҡырында ятып ҡалған һәм иҫән ҡайтҡан ауылдаштарҙың исеме менән обелиск ҡуйыла.

Артабан ул 40-сы йылдар хәрби техникаһы өлгөһө буйынса пушканы әҙерләүгә һәм ҡороуға аҡса бүлә. Бынан тыш, Илфат Ниғмәтуллин еңеү өсөн тылда көрәшкән һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан ауылдаштарына һәйкәл ҡуйыуҙа аҡсалата ярҙам күрһәтә.

- Яҡшы хәрби мемориал килеп сыҡты, ауылдаштар эштән ҡәнәғәт, - тип ихлас уртаҡлашты ул. – Элек Йәнырыҫта һәйкәл дә юҡ ине. Мәҙәниәт йорто эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исеме яҙылған табличка менән ни бары ябай таш торҙо. Был дөрөҫ түгел. Ул һуғышта илебеҙ 52 миллиондан ашыу кешеһен юғалтҡан. Бөгөн беҙ төҙөгән мемориаль комплекс ауылдаштар өсөн осрашыу үҙәге булып торасаҡ. Белеүемсә, республикала башҡа ундай стелалар юҡ.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ – Илфат Ниғмәтуллин Йәнырыҫ ауылын төҙөкләндереүҙә күптән ҡатнаша. Мәҫәлән, 2018 йылда ул Илшат ҡустыһы менән ауылда фельдшеракушерлыҡ пунктын төҙөүҙе бойомға ашыра. Ете ай эсендә юғарылыҡты тигеҙләү өсөн тупраҡ һәм балсыҡ килтерелә, нигеҙ һалына, стеналар төҙөлә. Һыу, канализация һәм йылылыҡ селтәре үткән фельдшер-акушерлыҡ пункты уңышлы сафҡа индерелә. Октябрь айында уны асыу тантанаһы ойошторола. Шул уҡ ваҡытта бағыусы Ниғмәтуллин урындағы зыяраттың ҡоймаһын
яңыртыуҙа ла ҡатнаша.

- «Атайсал» проекты менән мин яңы кимәлгә сыҡтым. Был бик мөһим һәм файҙалы программа. Күп кешеләр тыуған яғын төҙөкләндереүҙә ҡатнашырға теләй, ләкин быны нисек итеп ғәмәлгә индерергә белмәй, - ти Илфат Әнүәр улы. Ысынлап та, «Атайсал»дың координаторҙары менән бәйләнешкә инеп, улар ярҙамында күп эштәр башҡарырға булыр ине.

- Бөйөк Еңеү көнөндә тағы бер яҡташыбыҙ – Илшат Мөхәмәтйәнов ауылдаштарына трактор-экскаватор бүләк итте, - тигән ҡыуаныстарын еткерҙе беҙгә йәнырыҫтар. – Был көндә яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙарыбыҙҙы иҫкә алып, мылтыҡтан аттылар, салют булды. Сарала 500-ҙән ашыу яҡташыбыҙ ҡатнашты. Бөтөн бер быуын - олатай-өләсәйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәләр...

Әйтергә кәрәк, стеланы Сибайҙың ташсы оҫталары эшләй, араларында локаль һуғыш геройҙары ла бар.


Фотолар интернет селтәренән.

БАТЫРҘАРҘЫ ИҪКӘ АЛЫП...
БАТЫРҘАРҘЫ ИҪКӘ АЛЫП...
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: