Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2022, 14:00

ҠЫЯРҒА — "КЕСЕРТКӘН ЯҪТЫҒЫ"

Һуңғы йылдарҙа беҙ ҡыярҙы аҙ ултырта башланыҡ, сөнки булғанынан да мул уңыш алабыҙ: ашарға ла, тоҙларға ла, туғандарға таратырға ла етә. Был экологик таҙа һәм аҙ сығымлы ысулды башҡаларға ла өйрәтке килә. Ул түтәлдә лә, теплицала ла ҡулланыуға бара.

ҠЫЯРҒА — "КЕСЕРТКӘН ЯҪТЫҒЫ"
ҠЫЯРҒА — "КЕСЕРТКӘН ЯҪТЫҒЫ"

Беҙ ҡыярҙы парникка май урталарына ҡарай ултыртабыҙ. Шуға тиклем бер аҙна алда эргә-тирәлә сыҡҡан кесерткәнде йолҡоп, турап, биҙрәгә һалабыҙ һәм өҫтөнә йылы һыу ҡойоп, ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. Ул шулай аҙна тирәһе ҡояшта тора.

Сәсә торған көндө яңы кесерткән йолҡоп турайбыҙ һәм ҡыяр үҫәсәк траншея төбөнә таратып һалып сығабыҙ. Кесерткәнде тупраҡ менән ҡаплайбыҙ ҙа өҫтөнән биҙрәләге әсегән кесерткән һыуын ҡойоп сығабыҙ. Был эретмә йәшел кесерткәнде тиҙерәк серергә ярҙам итә. Орлоҡтарҙы кәрәкле ара һаҡлап һалып сыҡҡандан һуң өҫтөнән бер аҙ еүеш тупраҡ һибәбеҙ. Үҫентеләр шытып күренгәнсе һыу ҡоймайбыҙ. Минераль ашламалар, компост, тиҙәк һалыу ҙа кәрәкмәй. Һуңғыһынан ҡыярҙарҙы сирләтә тип электән һалмай инек.

Бер аҙҙан ҡыярҙарҙы көл эретмәһе менән ашларға мөмкин. Шулай уҡ йәшел ашлама ҡамасауламай: уны үрҙә өйрәткәнсә эшләйһең, кесерткәнгә ҡушып башҡа сүп үләндәрен дә һалырға ла була. Ҡойорҙан алда 1:2 нисбәтендә таҙа һыу менән ҡушаһың. Пасыноктарҙы өҙөргә онотмағыҙ. “Кесерткән яҫтығы” ҡыярҙы һәр төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән дә, сереүҙән дә һаҡлай. Был ысул менән үҫтерелгән йәшелсә сәләмәт һәм матур, иң мөһиме тәмле була.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/telekanal_salyam?w=wall-254895_21018

Автор:
Читайте нас: