Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2022, 16:00

Һыу - йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге

Уҙған көндәрҙә Көҙән ауылының аҫыл ир-егеттәре тарафынан һуңғы йылдарҙа ишелеп, күмелеп барған Герҙей ҡойоһон таҙартыу эштәре башҡарылды.

Һыу - йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге
Һыу - йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге

...Элек, йәйге эҫе көндә, бесәндән, еләктән ҡайтҡандар Герҙей ҡойоһона туҡталып, һалҡын шифалы һыуын эсеп, хәл йыйып китә торған булғандар. Ауылға килен булып төшкән ҡыҙҙарға һыу юлын күрһәтергә тап ошо Герҙей ҡойоһона килгәндәр...

Иртән көтөү ҡыуған саҡта Зарипов Венер Зәйләғи улы:"Ҡыҙҙар-егеттәр, әйҙәгеҙ бөгөн Герҙей ҡойоһонда өмә эшләп алайыҡ. Кольцо, торбалар алып ҡайттым", тине. Барыһы ла был башланғысты күтәреп алды.

Һыу юлын таҙартып, бетон кольцо ултырттылар. Төшөргә уңайлы итеп, таштан, тәгәрмәстәрҙән баҫҡыҫтар эшләнеләр.

"Күмәкләгән - яу ҡайтарған", тип бороңғолар юҡҡа ғына әйтмәгән бит!

Өмәлә яңы ғына 90 йәшен тултырған Хисәметдин Ҡадыров, Абдулла, Илнур, Хөснулла Ибәтуллиндар, Рәмил, Илдус Ғатауллиндар, Илшат Алмаҡаев, Таһир Азылов, Герцин Александр, Зарипов Венер улы Рөстәм менән ҡатнаштылар.

Был ҙур эште башҡарыусыларҙың һәр береһенә Аллаһы Тәғәләнең сикһеҙ рәхмәте төшһөн. Ғаиләләренә именлек, эштәренең уң булыуын теләйбеҙ!

 

Фото: https://vk.com/id529167005

Һыу - йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге
Һыу - йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге
Һыу - йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге
Һыу - йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге
Һыу - йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге
Һыу - йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге
Һыу - йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге
Автор:Әхмәтзәки Вәлиди музейы
Читайте нас: