Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2022, 11:00

Яҙмыш айырһа ла...

Яҙмыш бер тапҡыр икәүҙе ике яҡҡа айырған икән, ҡайтанан осрашыу кәрәкме? Әллә бары­һы ла элеккесә ҡалһын­мы? Уйлаған ниәтте тормошҡа ашы­рырғамы? Һуңғы көндәрҙә бы­на ошондай уйҙарға йыш бире­лә Ильяс. Ҡайһы саҡ “Тормошом­до йәнә ялғап, үҙгәртеп ҡарарғамы әллә?” тип тә уйлап ала ир.

Яҙмыш айырһа ла...
Яҙмыш айырһа ла...
Был юлы ноутбук экранына оҙаҡ текәлеп ултырғанда ҡулындағы кеҫә телефоны ҡапыл төшөп китте. “Бына, йүләр, ниңә тағы шуның сәхифәһендәге фотоһынан күҙемде алмайым? Үткән-бөткән бит инде...” – тип һөйләнде лә йәнә экрандан йылмайып торған ҡатынға күҙ ташланы. “Һин бәхетле, күрәһең. Йө­ҙөңдә – шатлыҡ-ҡыуаныс сатҡы­ла­ры, хатта анау миңең дә йыл­майған кеүек. Хәҙер тотам да шылтыратам бына! Ысынлап шулаймы икән? Тауышыңды ишетермен, исмаһам”, – тип үҙ алдына һөйләнде Ильяс...
 
Социаль селтәрҙәге сәхифәлә ихлас йылмайған ҡатын – Ильяс­тың беренсе мөхәббәте Мәрйәм. Уның йөҙөнә күҙ һалһа, ирҙең бар донъя­һы онотола: ҡатыны, балалары ҡайҙалыр упҡынға осоп юҡҡа сыҡ­ҡандай тойола, хатта ваҡыт ағымы ла, тормошо ла туҡтап ҡал­ғандай була. Ә ирҙең күңелендәге Мәрйәм менән икәүһе – йәп-йәштәр. Артабан ул хатта хыял­ланырға ла ҡурҡа, тик бына ошо ара-тирә тәүге мөхәббә­тенең социаль селтәрҙәге фотоһына күҙ һала ла уның яҙмышын белгеһе килә. Теге йәш, студент саҡта һүҙгә килешкәндән һуң бер ҡасан да күрешкәне юҡ уларҙың.
 
Ошо ваҡиғанан һуң ярты йыл яңғыҙлыҡтан яфаланды Ильяс, әммә Зәйнәпте осратҡас, тормошо йәнләнеп, йәмләнеп, бәхет нурҙа­рына мансылып киткәндәй тойолдо. Тик бына ошо матур хистәр Мәр­йәмдең фотоһүрәтен күргәс, селпә­рәмә килеп юҡҡа сығыр булды.
 
Ә бөгөн Ильяс, барлыҡ ҡыйыу­лығын туплап: “Ир әйтте – ир эш­ләне”, – тине лә Мәрйәмгә шыл­тыратырға йөрьәт итте. Тиҙ үк уға студент саҡтан таныш, һис онотолмаған тауыш: “Алло, тыңла­йым”, – тип яуапланы. “Сәләм, Мәрйәм!” – тине Ильяс. “Кем ул?” – тип һораны ҡатын. “Был мин, Ильяс”, – тине тауышы бер аҙ ҡаушабыраҡ сыҡҡан ир.
Теге яҡ бер аҙға тын ҡалды. “Ильяс? Мине нисек таптың?” – тип аптырап һораны Мәрйәм. “Зәлиәнең социаль селтәрҙәге дуҫтары ара­һында күреп ҡалдым да бына шылтыратырға булдым, – тине ир. – Мәрйәм, һин минең менән әле һөйләшә алаһыңмы, ҡамасаулама­йыммы?” “Юҡ, ирем – командировкала, улдарым – өләсәйҙәрендә. Ә һиңә берәү ҙә ҡамасауламаймы?” – тип һораны ҡатын. “Юҡ. Ҡатыным ҡыҙыбыҙға киткәйне. Улыбыҙ күптән башлы-күҙле булып, айырым донъя көтә”, – тип яуап бирҙе Ильяс.
Бына шулай әллә ҡасанғы уй-хыялы тормошҡа ашты Ильястың. Шылтыратты-шылтыратыуын, әммә Мәрйәмдең бәхетле, иренең хәс­тәрлекле, балаларының итә­ғәтле, үҙҙәренең баш ҡалала тормош ҡороуы, эшенең килемле икәнен белгәс, балтаһы һыуға төшкәндәй тойолдо.
 
“Ә һин, Ильяс, нисек йәшәйһең? Теге ваҡыт үпкәләшкәйнек бит әле. Хәҙер уйлайым да һис үкенмәйем. Бер нимә лә тиккә генә булмай икән, барыһы ла яҡшыға. Һин үҙең дә шулай уйлайһыңдыр әле, моғайын”, – тигәс, уй-хыялдары тамам юҡҡа сыҡты Ильястың. Шул саҡта ир үҙенең дә бына тигән ғаиләһе барлығын, барҙың ҡәҙерен белеп еткермәүенә, ошо үҙенең тулы бәхетен юҡҡа сығара яҙыуына һиҫкәнеп китте...
 
Эйе, бәхет, ғәҙәттә, эргәлә генә була. Алыҫтағы ҡояш нығыраҡ йылытҡан кеүек кенә...
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: