Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май , 19:00

“Иремдән айырылырға оялам, сөнки ул...”

“Унға бар – уңғансы бар”, тигән халыҡ. Әммә тормошта барыһы ла ҡатмарлыраҡ шул...

“Иремдән айырылырға оялам, сөнки ул...”
“Иремдән айырылырға оялам, сөнки ул...”

“Урта мәктәпте тамамлағас, күрше ҡалалағы педагогия училищеһына уҡырға индем. Өсөнсө курста уҡығанда, ауылға ҡайтышлай күрше ауыл егете менән таныштым һәм дуҫлаша башланыҡ.

Мин үҙем туғыҙ балалы ҙур ғаиләлә үҫтем. Атай-әсәйем шул тиклем тыныс холоҡло, изге күңелле кешеләр ине (йәндәре йәннәттә булһын, ғәзиздәрем бер нисә йыл элек бер-бер артлы ғына мәрхүм булып ҡалды). Атайымдың әсәйемә, беҙгә ҡул түгел, тауыш күтәргәнен дә хәтерләмәйем. Һәм, ни эшләптер, бөтә ир-егеттәр ҙә атайым кеүектер, тигән фекерҙә инем.

Училищены тамамлауға Фәнил тәҡдим яһаны. Гөрләтеп туй үткәрҙек. Тыныс ҡына холоҡло күренгән ирем, эсеп алһа, ен алмаштырғандай була ла ҡуя ине. Ҡул күтәреүҙәре йышайҙы. Шулай ҡағылып-һуғылып биш йылға яҡын йәшәгәндән һуң, ныҡ итеп туҡмалып, һыу ҙа эсә алмай ятҡанымда, атайым килеп, “минең артыҡ балам юҡ” тип алып ҡайтып китте. Был ваҡытта ҡыҙым бар ине.

Аҙыраҡ хәл алғас, Фәнил менән рәсми рәүештә айырылыштым (бының өсөн нимәләр аша үтеүемде үҙем генә беләм, ярай, атай-әсәйем терәк булды). Унан инде ҡыҙымды атай-әсәй янына ҡалдырып, ҡалаға эшкә төштөм, аҙна һайын ҡайтып йөрөнөм. Ятаҡтан бүлмә алғас, ҡыҙымды ла үҙ яныма алдым. Тормош һәүетемсә дауам итте.

Бер мәл ауылдағы еңгә тейешле кеше өйләнмәй йөрөгән егеткә димләй башланы. Икебеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырған булып, осраштырып, һөйләштерҙе. Ятаҡ тормошонан да ялҡҡан инем, эш хаҡым бәләкәй булыу сәбәпле, айырым фатир тураһында хыял да итә алманым. Төрлөсә уйлағандан һуң ризалаштым һәм йәше 35-те үткән Илгиз менән никах уҡытып, ауылға күсеп ҡайттым. Был ваҡытта ата-әсәйем дә олоғайған ине инде, уларға ла терәк-таяныс булырмын, тип уйланым.

Был ирем иҫ киткес көнсөл, өҫтәүенә ыуаҡай, мыжыҡ булып сыҡты. Һәр нәмәгә бәйләнә. “Нишләп быны һатып алдың? Тегене шулайттың, быны былайттың?” Мәктәпкә эшкә төшкәйнем, кеше араһында матур итеп кейенге килә, әммә яңы кейем алһаң, өйҙә дау ҡуба. Балаһы тыуһа, үҙгәрер тигәйнем, юҡ, үҙгәрмәне. Һәр тинде иҫәпләүе, хатта ризыҡҡа тиклем ҡыҙғаныуы үҙәгемә үтте. Түҙемлегем ете йылға етте. Был ваҡытта өлкән ҡыҙым студент булып баш ҡалала уҡып йөрөй ине инде. Бәләкәс ҡыҙым беренсе класҡа бара торған йылда бөтәһен дә күтәреп һуғып, сыҡтым да киттем.

Ҡыҙым менән байтаҡ ауырлыҡтар аша үттек, кеше фатирында ла, ятаҡта ла йәшәнек. Бер мәл ҡатыны мәрхүмә булған ир менән таныштырҙылар. Минән арыу уҡ оло йәштә. Ҡала ситендә үҙ йортонда йәшәй, балалары үҫеп таралышҡан, донъяһы матур, төҙөк. Аҙ ғына аралашып йөрөнөк тә, никах уҡытып, бергә йәшәй башланыҡ.    

Бергә тороуыбыҙға тиҙҙән бер йыл тула. Тик... Нисек итеп аңлатайым икән... Өйрәнә алмайым был кешегә. Минеке түгел кеүек... Әллә үҙемә үҙгәрергә кәрәкме икән? Өсөнсө тапҡыр айырылыуҙан да оялам. Туғандарым, таныштар алдында уңайһыҙ. “Унға бар – уңғансы бар” тигән халыҡ, тик тормошта улай еңел генә ҡарар ҡабул итеп булмай шул... Түҙеп, артабан йәшәп ҡарарғамы? Нисек уйлайһығыҙ, ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?

Зөлфирә.
С. ҡалаһы”.

 

 

Фото: the863magazine.com

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в