Йәмғиәт
16 Май 2022, 04:00

16 май – Башҡорт нефтенә – 90 йыл

Һеҙ - Ишембайға нигеҙ һалыусылар!

16 май – Башҡорт нефтенә – 90 йыл16 май – Башҡорт нефтенә – 90 йыл
16 май – Башҡорт нефтенә – 90 йыл

Хөрмәтле нефтселәр һәм нефть табыу сәнәғәте ветерандары! Хөрмәтле ишембайҙар!

16 майҙа беҙ муниципаль район халҡы өсөн иҫтәлекле һәм мөһим датаны билдәләйбеҙ. 90 йыл элек 702-се скважинанан урғылған нефть фонтаны башҡорт нефтен асыу ғына түгел, ә тәрән үҙгәрештәргә башланғыс бирҙе.

30-сы йылдарҙағы ауыр шарттарҙа урындағы һәм илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән халыҡ нефть сығарҙы һәм ҡалабыҙҙы төҙөнө. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ишембайҙар дөйөм еңеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла Башҡортостанда сығарылған тиҫтәләгән миллион тонна нефть һәм миллиардлаған кубометр газ илебеҙҙең иҡтисадын төҙөүгә тос ярҙам булды.

Туғыҙ тиҫтә йыл эсендә нефтселәр Ишембай өсөн ҙур эш башҡарҙы. Ҡала һәм район да “ҙур нефть”кә эшләне. Табиптар нефтселәрҙең һаулығын ҡайғыртты, уҡытыусылар балаларына белем бирҙе, төҙөүселәр йорттар төҙөнө, крәҫтиәндәр аҙыҡ түлек менән тәьмин итте. Тиҫтәләгән төрлө һөнәр эйәләренә тыуған илебеҙ өсөн “ҡара алтын”
сығарыу һәр ваҡыт уртаҡ эш булды. Шуға күрә бөгөнгө юбилей – ауыл һәм ҡала халҡы, барлыҡ ишембайҙар өсөн дөйөм байрам. Нефть тармағы хеҙмәткәрҙәрен башҡорт нефтенең 90 йыллығы менән ҡотлайбыҙ! Был көндө нефтсе ветерандарға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Ҡәҙерле ишембайҙар, байрам менән һеҙҙе! Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, ғаиләгеҙгә именлек һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!


Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы. 

 

Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан

16 май – Башҡорт нефтенә – 90 йыл
16 май – Башҡорт нефтенә – 90 йыл
16 май – Башҡорт нефтенә – 90 йыл
16 май – Башҡорт нефтенә – 90 йыл
Автор:
Читайте нас