Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май , 14:00

Минең һөйөүҙәрем хаҡ

Ҡарсыҡтың зиһене яҡты, камил. Ғәҙилә апай өйҙә юҡ саҡта ул эсендә йыйылған ҡайғыһын сығарҙы: – Әүлиәгә тиң Ғәҙиләне яңғыҙ итеүемә үкенәм, ғәйебемде юйып булмай. Мең-мең ғонаһлымын. Хаталарымды сиргә тарымаҫ борон ныҡ аңлағайным. Аңланым да бит – төҙәтеп булманы.

Минең һөйөүҙәрем хаҡ
Минең һөйөүҙәрем хаҡ

Юл ялтырап ята: бик сифатлы ремонтлағандар. Был яҡтарға килгән һайын яҡшы юлдарға ҡыуанам. Әле машина руле йәмәғәтем ҡулында. Ул бушамағанда Амангилдегә барырға кәрәк булһа, машинаны үҙем йөрөтәм. Хәҙер руль Зәғәфрән ҡулында булғас, мин уйҙарыма сумам...

Мең туғыҙ йөҙ етмешенсе йылда йүнәлтмә менән Амангилде ауылына эшкә килггәндә район халыҡ мәгарифы бүлегенән ат ебәргәйнеләр. Йәм-йәшел үлән йәйелгән арбаға иркенләп урынлашһам да, соҡорло-саҡырлы илле километр юлды үтеүе ифрат ҡыйын булғайны. Арбала килмәй сараң юҡ: ул саҡтарҙа автобус ауылға йөрөмәй ине.

...Шулай күп йылдар элек Амангилде ауылына математика уҡытырға килдем.

Район үҙәгенән мине ҡаршылаған Байназар ағай ауылдың тарихын ихлас тәфсирләне: «Ҡайһы бер ауылдар ике исемле була. Беҙҙеке лә шулай – Амангилде, Иҫәнгилде,тип атайҙар. Исемдәрҙең мәғәнәләре бер, әлбиттә.

Октябрь революцияһына тиклем Моратша исемле хәлле кеше ике ҡатыны, бала-сағаһы, мал-тыуары менән ошо ергә иркенләп урынлаша. Ғаиләһен, мал-тыуарын, мынаятын теүәл килтергән хужа:

– Шөкөр, имен-аман килеп еттек хозур ергә! Хоҙай Тәғәләгә мең рәхмәт – бөтәбеҙ ҙә иҫәнбеҙ! – тип ҡыуанған».

Ысынлап та, был төбәк бик күркәм, бик йәмле. Ике урамлы ҙур ауыл һөҙәк тауға яҡын урынлашҡан. Ике яҡ ярҙары шау муйыллы, балыҡҡа бай, тыныс аҡҡан киң йылғаһы, алыҫ та түгел ҡарағай, ҡарағас,ҡайын аралашып үҫкән урманы булған ауылда, илаһи тәбиғәт ҡосағында егәрле халыҡ етеш йәшәй.

– Кешеләр был урынды йәһәт күрә: тирә–яҡтарҙан килеп, Амангилделә төйәкләнеүселәр бихисап, – ти Байназар ағай.

Ул мине мәктәпкә килтерҙе. Ике ҡатлы мәктәп төрлө ағастар менән уратылған, матур буялған рәшәткәләр артында көҙ яҡынлашһа ла бирешмәгән сәскәләр күп.

Әйберҙәремде арбала ҡалдырып, мәктәп директорына керҙем. Ул, минең килерҙе белгәс, көтөп ултырған.

Ыҡсым кәүҙәле, сәстәре салланған, костюмына орден һәм миҙалдар таҡҡан Ғәзинур Ғәлиәкбәр улы аяғүрә баҫты. Күрештек.

– Һеҙҙе фатирға урынлаштырабыҙ. Йорт мәктәпкә яҡын. Хужалар бик хөрмәтле кешеләр. Һеҙҙең хаҡта һөйләшкәнбеҙ. Улар ихлас риза. Байназар алып барыр. Уңышлы эшләргә яҙһын! - Ул беҙҙе оҙатып ҡалды.

Эре ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған бейек йорттоң урыҫ ҡапҡаһы алдында туҡтаныҡ. Егәрле кешеләр йәшәй; баҡсалары семәрле рәшәткә менән уратылған, кәртә-ҡуралары төҙөк.

Беҙҙе урта йәштәрҙәге апай менән ағай ҡаршыланы. Ағай, тимәк, һуғышта булған – уң аяғы тубыҡтан протезлы.

Танышырға тотондоҡ.

– Исемем Вәлиҙә, - тинем.

– Атайығыҙҙың исеме менән нисек өндәшергә? – Хужабикә уңайһыҙланған һымаҡ шым ғына ҡараны.

– Вәлиҙә Вәкил ҡыҙы булам.

– Нисә йәштәһегеҙ?

Йәшемде әйтем.

– Ғәҙилә ҡыҙымдан йәш ярымға бәләкәй икәнһегеҙ. Киапханасы ул. Апайығыҙ һуң ҡайта.

Башҡорттоң быуындан-быуынға килгән йолаһы шул, хатта 3-5 көн генә алдан тыуғандарға ла «апай», «ағай», тиергә кәрәк.

Сәбилә Сабирйән ҡыҙы, Ғаяз Баязит улы Рәхимйәновтар икән йорт хужалары.

Миңә айырым яҡты, иркен бүлмә әҙерләгәндәр.

– Әйберҙәрҙе аҙаҡ ашыҡмай ғына урынлаштырырһың, ҡыҙым. Ә хәҙер ашанып алайыҡ та, һин мунсаға барырһың. Юлда йонсоған кешегә файҙалы булыр. Эҫеһе тандыр, һыуы мул, миндеген мәтрүшкә ҡушып бәйләгәнмен. Үҙем алып барып күрһәтермен, - тине хужабикә.

Сәй эскән арала мәктәп директоры тураһында һүҙ сыҡты.

– Бөгөн Ғәзинур Ғәлиәкбәр улына йомош менән индем. Эшкә полный формала килгән. Орден, миҙалдарын алағайымға таҡмай ул. Һине ҙурлап ҡаршылауы. Уңышлы эшләргә яҙһын. – Сәбилә Сабирйән ҡыҙы миңә һынаулы ҡарап ҡуйҙы. – Беҙҙең коллективта яңы кеше бит һин...

Уның «һеҙ»ҙән «һин»гә күсеүе һөйөндөрҙө мине.

Мунса дан булды, рәхәтләндем генә! Ауылда үҫтем – мунса тәмен, мунса дауаһын һәйбәт беләм.

Сәбилә Сабирйән ҡыҙы сибәр: оҙонсараҡ аҡ йөҙлө, ҡыйғас ҡара ҡашлы, яғымлы ҡарашлы. Ул химияны уҡыта икән, киләһе йыл пенсияға сыға. Ғаяз Баязит улы ҡарасман, ялбыр ҡаштары аҫтынан һоро күҙҙәре етди ҡарай. Һуғышта уң аяғын ҡалдырып ҡайтҡан. Протезлы аяҡты бик туҡылдатмаҫҡа тырышып, иҙәнгә һаҡ ҡына баҫып йөрөй. Елкәһенә колхоз бухгаллтерияһын «йөкмәгән». Һуғышҡа тиклем дә иҫәп-хисап эшендә булған икән.

...Көҙгә тартым көндөң үткәне һиҙелмәне лә, ҡараңғы төштө. Сәғәт ун икенселә нәҙекәй билле, яғымлы ҡарашлы ҡыҙ килеп инде. Ул- хужаларҙың ҡыҙы Ғәҙилә йәғни «Ғәҙилә апайым» ҡайтты. Күрештек, таныштыҡ. Сәбилә Сабирйән ҡыҙының күсермәһе ине ул. Шул тиклем дә инәһенә1 оҡшаған: аҡ йөҙлө, ҡыйғас ҡара ҡашлы, яғымлы ҡарашлы. Инәһе кеүек хәбәрен ашыҡмай ғына һөйләй, хатта тауыш тембры ла Сәбилә Сабирйән ҡыҙыныҡы

һымаҡ. Халыҡта «Инәһенә бик оҡшаған ҡыҙ бала бәхетле була» тигән ышаныу бар. «Ғәҙилә апайымдың тормошо ырыҫлы, ҡотло булһын» тип юраным.

... Эш башланым. Матиматика уҡытыу еңел түгел. Белем биреү мәшәҡәтле: көн һайын әллә күпме дәфтәр тикшерәһең.

Ғәҙилә апай биштән киске ун бергә, хатта ун икегә тиклем китапханала була. Етмәһә ял көнөндә үҙэшмәкәр түңәрәкте етәкләй. Һандуғас та ифрат моңло, апайым да һандуғастай күңелдәрҙе елкендергән аһәңле тауышлы.

...Ҡыҙҙарҙың ҡыҙыҡ ғәҙәте шул инде: серҙәребеҙ тиҙ беректе.

– Һөйгән егетең бармы? Кем? – тип һораны Ғәҙилә апайым.

– Бер кемем дә юҡ, –тим.

– Бушты һөйләмә. Шундай матур, аҡыллы ҡыҙ егетһеҙ була, тиме. – Апайым ышанмай.

– Егеттәр бар ул... «Дуҫлашайыҡ, осрашайыҡ!» тип әрһеҙләшкәндәре лә булды. Тик минең күңелемә, йөрәгемә яҡынын, хыялыма тура килгәнен көтөүем тормошҡа ашмай ҙа ҡуя.

– Тимәк, һайланаһың. Ә шулай ҙа дөрөҫ эшләйһең. Өмөтөңдө аҡларлыҡ булмағас, ир ишараты нимәгә ул.

– Ә һинең, апайым, егет мәсьәләһе нисек? – тим.

– Мин туғыҙынсы синыфта ғашиҡ булдым. Миңлехаҡ та нисәмә һылыу ҡыҙҙар араһынан мине һайланы. Оҙаҡламай Силәбенән ҡайтасаҡ. Ул ҡайтҡас та инәйем менән әтейемдән өйләнергә рөхсәт һорай. Шунан үҙенең инәйе Ғәффә апайға мине таныштырырға алып ҡайта. Әлбиттә, инәйе мине һәйбәт белә – ауылдаштар бит беҙ. Таныштырыу ғәҙәте бар. Шунан ни шул: никах, туй! – Ғәҙилә апайҙың сикәләре алһыуланған, еләктәй ирендәре ябылмай- ихлас йылмая, күҙҙәре нур сәсә. Мөхәббәт бәндәне һәләк үҙгәртә икән.

– Ниңә Силәбелә эшләй? Бында ла эш бөтмәгәндер бит?

– Бөтмәгән дә ул... Колхозда аҡса тигәнең әҙ. Дуҫы бер заводта етәксе. Аҡсалы урын тәҡдим иткән. Миңлехаҡ тиҙерәк аҡса йыйып, Амангилделә ике ҡатлы йорт һалам, балаларыбыҙ һәр береһе айырым бүлмәләрҙә йәшәргә тейеш, ти. Хыялдары дан!

 

II

Бер көндө урта буйлы, бөхтә кейенгән, бөҙрәләнеп торған ҡуйы ҡара сәсле мөләйем кеше килеп керҙе. Ғәҙилә апайҙың ял көнө ине. Ә мин мәктәптән әле генә ҡайтып кергәйнем.

Ғаилә ағзалары был кешене ихлас ҡаршыланы.

– Миңлехаҡ ҡусты ҡайтҡан бит! – Ғаяз Баязит улы егеттең арҡаһын ҡаға-ҡаға күреште.

– Имен-аман ҡайтыуыңа, һине күреүебеҙгә бик шатбыҙ! – тип алсаҡ йылмайып күреште Сәбилә Сабирйән ҡыҙы. – Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, бишбармаҡ өлгөрҙө. Ололар: «Бешкән ашҡа тап килдең, маҡтап йөрөйһөң!» тиҙәр бит.

Мин, һиҙҙермәҫкә тырышып, Ғәҙилә апайға ҡараным. Ул йылмайып тора. «Ҡайтҡанһың!» тип, күрешергә ашыҡманы. Тимәк, осрашырға, һөйләшергә өлгөргәндәр.

Өҫтәлгә бишбармаҡ ултыртты Сәбилә Сабирйән ҡыҙы. Уның аш-һыуға оҫталығына һоҡланам. Бишбармаҡ бешереүе мәшәҡәтле, ә ул ошо тәғәмде йыш әҙерләй. Һалма киҫкәндә уның ҡулдары «уйнап» тора. Бәлештәре, бүтәм ашамлыҡтары һәр саҡ телеңде йоторлоҡ була.

«Иркенләп кәңәшләшһендәр» тип, «үҙемдең бүлмәмә» ыңғайлағайным, Ғәҙилә апай туҡтатты:

– Китмә, Вәлиҙә.

Ҡыҫҡаһы, Сәбилә Сабирйән ҡыҙы менән Ғаяз Баязит улы йәштәрҙең теләктәренә фатиха бирҙе.

– Хәҙер минең инәйемә Ғәҙиләне алып ҡайтам. Иртәгә никах уҡытыу, туй үткәреү хаҡында кәңәшләшергә беҙҙәме, әллә һеҙҙәме осрашырға һөйләшәйек! – Миңлехаҡ күрше бүлмәнән яңы күлдәк кейеп сыҡҡан Ғәҙилә апайҙы етәкләп алды.

– Бына күстәнәс – ул өйгә тәүләп аяҡ баҫаһың – буш ҡул менән барма. - Сәбилә Сабирйән ҡыҙы аҡ сепрәккә төрөлгән ҙур ғына, тос ҡына төйөнсөктө ҡыҙына тотторҙо.

 

III

Эш менән ваҡыт үткәнен һиҙмәйһең дә. Бигерәк тә балалар менән эшләгәндә. Әлбиттә, миңә шулай һымаҡ. Уҡыусыларымдың дәфтәрҙәрен тикшереп тә бөтмәнем, пландар төҙөргә лә өлгөрмәнем, Ғәҙилә апай ҡайтты. Танымаҫлыҡ булып үҙгәргәйне ул:ҡобараһы осҡан – алһыу йөҙө ҡарайған, ирендәре ап-аҡ,күҙҙәре ҙурайып киткән. Һауа етмәгәндәй тынын йыш-йыш ала.

Сәбилә Сабирйән ҡыҙы менән Ғаяз Баязит улы ҡыҙҙарына аптырап текәлделәр.

– Ни булды? – Тауышы нескәреп киткән Сәбилә Сабирйән ҡыҙы балаһына табан йүнәлде.

– Миңлехаҡ ҡайҙа? – Ғаяз Баязит улы ир-уҙаман бит, тыныс һораны.

Ғәҙилә апай стакан тулы һалҡын һыуҙы бер тынала эсте лә ултырғысҡа ултырҙы.

– Миңлехаҡтың инәйе мине ҡыуып сығарҙы. – Ул ишетелер-ишетелмәҫ кенә яуап ҡайтарҙы.

– Бәй, быны нисек аңларға? Ниңә ҡыуҙы? Нисек ҡыуҙы? - Сәбилә Сабирйән ҡыҙы сайҡалып ҡуйҙы.

– Мин аңламаным... Беҙ барып кергәс, иҫәнләштем, күстәнәсте, бүләгемде тотторҙом. Тиҙ генә алды, һандыҡ өҫтөнә һалды.

– Инәй, бына буласаҡ килененңде – Ғәҙилә исемле ҡыҙҙы – алып килдем. Иртәгә йә беҙҙе. Йә Ғәҙиләләрҙә никахты ҡасан уҡытырға, туйҙы ҡасан үткәрергә кәңәшләшергә уйлайбыҙ. – Миңлехаҡ һүҙ башланы.

Ғәффә апай, күкрәген киреп, алдыбыҙға килеп баҫты:

– Ғаяздың албаҫтыһынан башҡа ҡыҙҙар бөтмәгән! Үҙең тапмаһаң, хәҙер дүрт-биште алып киләм – һайларһың! – Шунан миңә аҡырҙы. – Ниңә тораташ һымаҡ һаман тораһың?! Күҙҙәреңде секрәйтмә! Бар, бар, торма һерәйеп!

Миңлехаҡҡа ҡараным: ул таң ҡалып инәйенә текәлгәйне.

Улар әрләшеп ҡалдылар, мин тиҙерәк сығып киттем. Аяҡтарым әллә нишләне, йүнләп баҫып булмай, тигеҙ ерҙә абына-һөрөнә саҡ ҡайтып еттем. Йүнһеҙ хәл хаҡында Миңлехаҡ менән һөйләшербеҙ, аңларға тырышырбыҙ, тигәйнем, ул артымдан килмәне.

– Килер. Әле. Инәйен өгөтләйҙер. – Ғаяз Баязит улы фекерен ҡәтғи генә әйтте лә, өҫтәп ҡуйҙы. – Сәй эсәйек, күңелдәр күтәрелер. Уғаса Миңлехаҡ та килеп етер. Бәлки инәйен дә алып килер. Сабыр итәйек. «Сабыр иткән – мораҙына ирешкән» тиҙәр.

... Миңлехаҡ ул көндә лә, аҙна-ун көн үткәс тә килмәне, күренмәне. Баҡтиһәң, ул ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып киткән. Ғәҙилә апай артынан түгел, Силәбе ҡалаһына юлланған ул.

– Улым хушлашманы, ҡайҙа барасағын әйтмәне. Ҡырт боролоп сыҡты ла китте. Бүтән әллә күрәм, әллә юҡ, – тип Ғәффә апай түгелеп илай икән, ти ауыл халҡы.

«Алдан юрауҙар тормошҡа ашыусан...» тиҙәр. «Теләкәйҙәр теләп ҡалды әсәй, әрмеләрҙән иҫән ҡайтһын, тип» – халыҡ шулай йырлаған. Нисек кенә ауыр булмаһын, Ғәффә әбейгә лә уйлап һамаҡларға булған да бит...

Төрлө кеше төрлөсә фаразлай.

–Ҡайтыр әле, ҡайҙа барыр, тиһең. Инәйе, һөйгән ҡыҙы, тыуған ере Амангилделә бит, – ти берәүҙәр.

Икенселәр:

– Ғәффәгә һәләк таман: «ғәмәленә күрә әмәле» – Ғәҙиләнең рәнйеше төшкән, – тип үсәй икән.

 

IV

Мәктәптән ҡайтып киләм. Ҡаршыма Ҡәнзәфәр Йәғәфәр улы осраны. Амангилде ауылы Советы рәйесе ул. Ғәҙел, егәрле рәйесте халыҡ бик хөрмәтләй.

– Һеҙгә әйтер һүҙем бар, – тине тауышын баҫып ҡына.

Ян-яғына ҡарап-ҡарап алыуынан хәбәренең сетерекле булырын аңланым.

– Мин Ғәффә апайҙың яҡын әҡрәбәһе. Шуға ла уның ғаиләһендәгехәлдәрҙе белеп торам. Миңлехаҡтың мәрйәгә өйләнгәнен барыбыҙ ҙа ишеттек. Әле улы тыуған икән.Мәрйәкәй Миңлехаҡты ныҡ йүгәнләй. Эйе, ҡустым урыҫ халҡын арттыра. Биғәйбә, милләт айырғандан әйтмәйем. Улар араһында беҙҙе, башҡортто Һанлағандар ҙа күп. Әммә яңылышты Миңлехаҡ: тыуған ауылына ҡайтмауын аңламайым. Насармы, яҡшымы яңғыҙы үҫтергән инәйе бар бит. Һөйгән ҡыҙы заяға үткәрә ғүмерен.

Тимерғәли еҙгәм дан тракторсы ине. Үҙебеҙҙең уңышты йыйып бөтә лә күрше колхоздарға ярҙам итә: көндө төнгә, төндө көнгә ялғап эшләй ҙә эшләй. Шуға ла районетәкселәре фронтҡа бик һуң ебәрҙеләр. Тура килеүе ғәжәп әле: Тимерғәли еҙнәмдең «батырҙарса һәләк булыуы» хаҡындағы хәбәр килгән көндә Миңлехаҡ тыуған. Быныһы – бер.

Икенсе әтнәкәһе шул: Ғәффә апайым Ғаяз ағайға ғашиҡ булғайны. Эйе, һуғыш башланмағайны әле. Һабантуй гөрләп үтте. Мин Ғәффә апайыма ниндәйҙер йомош менәнкерҙем. Түгелеп илап ултыра: шешенеп бөткән.

– Кем рәнйетте? – тим.

– Ғаяз, - ти апайым.

– Нимә булды? – Ипле Ғаяз ағайҙың кеше рәнйетеүе аптырарлыҡ ине шул.

– Туйҙары бара бит! Сәбиләгә өйләнгән! – Апайым һаман буҙлай.

– Оҙаҡ дуҫлашҡайнығыҙмы? – Мин дә йәшмен бит, ҡыҙыҡһынам.

– Дуҫлашманыҡ! Мин яратыуымды бөтә көсөм менән тырышып белдермәнем, һиҙҙермәнем. Ә Ғаяз миңә иғтибар итмәне. Уға Ғәффә бар ни, юҡ ни. Күрше ауыл ҡыҙы Сәбиләне күргән бит. Ҡәнзәфәр бер кемгә лә һөйләмә, кеше көлөр, – тип үтенде.

Мин ант иттем. Һәм, ысынлап та, бер бер кемгә лә һөйләмәнем. Өйләнгәс тә, ҡатыныма ла серҙе сисмәнем.Ул тыңлар, кешегә һөйләмәҫкә һүҙ бирер. Әммә сер тигәнең сиселер, таралыр. Бигерәк тә минең ҡатынымдың «теле телгә йоҡмай». Бына ни өсөн Миңлехаҡтың Ғәҙиләгә өйләнеүенә ризалашмаған. Бәлки, әле лә күпме йылдар үтһә лә, мөхәббәт осҡоно һүнеп бөтмәгәндер. Шулай, һәр хәл-әхүәлдең сәбәбе була. Сәбилә менән Ғаяз Рәхимйәновтар өйләнешеүгә ике ай үтеүгә Ғәффә апайымТимерйән еҙнәмә кейәүгә сыҡты.

Мин һеҙҙән был мәғлүмәт таралмаҫын беләм. Таралһа ла зыян юҡ, үткән эш- бөткән эш...

Йәнә бер әтнәкә иҫемә төштө. Дөрөҫөн әйткәндә, Ғәффә апайымдың холоҡ-ҡылыҡтары хәтеремдән сыҡҡаны юҡ. Апайым улын ҡаты тәрбиәләне. «Һин унда барма, бында бар! Ул малай менән дуҫлашма! Китап уҡып ваҡытты әрәмгә үткәрмә, мал ҡара, һауыт-һаба йыу, иҙәнде лә онотма! Утынды күп әҙерләргә кәрәк, түмәрҙәрҙе ярып бөт!» Һәм бүтән эштәрҙе атҡарыу өсөн бөткөһөҙ бойороҡтар.

Егәрле Миңлехаҡ бөтә эште лә еренә еткереп атҡара. Әммә ун алты- ун ете йәштәрҙә үҙгәрҙе. Инәйе ни ҡушһа ла, ниҙәрҙе тыйһа ла, үҫмер Миңлехаҡ үҙенсә эшләне. Ауыл ерендә эш тигәнең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй. Миңлехаҡ бер эштән дә сирҡанманы – инәйенә ауырлыҡ һалманы –

эшһөйәр булды. Әммә инәй менән улан араһында һалҡынлыҡ барлыҡҡа килде, бәхәс тыуҙы. Ғәффә апайым улының Силәбегә китеүенә лә ҡаршы төшкәйне. Ҡайҙа, нисек танышҡандарҙыр – бер көндә ипле генә егет килеп, Миңлехаҡты Силәбегә алып китте. Ғәффә апай ни тиклем риза булмаһа ла, улы үҙенсә эшләне.

Вәлиҙә Вәкил ҡыҙы, зинһар, был хәбәрем өсөн ғәфү итегеҙ, Ғәҙилә һылыуға һөйләмәүемә, аңлатмауыма үкенәм, аптыранғанға һеҙҙе борсоуым. – Ҡәнзәфәр Йәғәфәр улы йәһәт кенә хушлашты ла, иңбаштарын төшөрөп, юлын дауам итте.

 

V

Йүнәлтмә ваҡытым бөтмәгәйне әле – буласаҡ тормош иптәшем Зәғәфрән Фәтхинур улы менән таныштым. Ул район үҙәгендә тыуып-үҫкән, юғары уҡыу йортон тамамлағас, РОНО инспекторы булып эшләй. Зәғәфрән туйҙы тиҙләтте һәм мин район үҙәгенә күсендем.

Ғәҙилә апай менән телефондан йыш һөйләштек. Уңайы сыҡҡан һайын Амангилдегә барырға тырыштым. Рәхмәт Зәғәфрәнгә, нисек тә ваҡыт табып, ауылға йөрөттө. Бик тырышып еңел машина алғайныҡ – ҙур ярҙам булды ул. Ә Ғәҙилә апайҙың мәшәҡәте муйындан: икеһе лә йөрәк сирле әтейе менән инәйен тәрбиәләй, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарай, йәшелсә үҫтерә, эшендә лә һыр бирмәй.

Телефондан һөйләшкәндә лә, ауылға барғанда ла Миңлехаҡ хаҡында апайҙан бер һүҙ ҙә ишетмәнем, хатта ундай кеше булмаған, тиерһең. Ә шулай ҙа бер ваҡиға йөрәгемде әле лә көйҙөрә.

Ғәҙәттә Амангилдегә ҡайһы көндә юлға сығасаҡты хәбәр итә торғайным. Ә был юлы ҡапыл ҡуҙғалдыҡ. Теләгән ваҡытта шылтыратырға ул саҡта кеҫә телефонын белмй инек.

Килеп еттек. Машинаны ҡапҡа янында ҡалдырып йортҡа керһәк, Ғәҙилә апай юҡ. Сәбилә Сабирйән ҡыҙы: «Ул баҡсала» тине. Апайҙың йәшелсә-емеш баҡсаһында матур-матур сәскәләр үҫтереүе иҫкә төштө. Сәскәләргә һыу һибеп, йә гөлләмә хәстәрләп йөрөйҙөр.

Мин баҡсаға йүнәлдем. Ҡапҡа асыҡ. Эскә керҙем, сәскәләргә таң ҡалып ҡарап торам. Шул саҡ матур тауышлы Ғәҙилә апайҙың йөрәкте тетрәндерерлек итеп йырлағанын ишеттем.

Ҡулымдағы балдағымдың

Исемдәре Миңлехаҡ.

Иҫкән елдәргә серем сисәм:

Минең һөйөүҙәрем хаҡ.

Өҙөлдө үҙәктәрем, иңрәп илар хәлгә еттем. Йөрәгенән урғылған һары һағышлы моң ине был. Көйө лә үҙенсәлекле – үҙе сығарғаны аңлашыла. Нисәмә йылдар күңелен ғазаплаған хәстәрен миңә, яҡын серҙәшенә, һиҙҙермәне. Йөрәктәге был ауыр кисереште белдермәҫкә, күрһәтмәҫкә ни ҡәҙәре көс кәрәк. Уйлаһаң, уйылып китерлек.

Оҙон һабаҡлы сәскәләр араһында күсереп йөрөтмәле бәләкәй генә ултырғысҡа ултырған Ғәҙилә апай кеше ишетмәһен тигәндер –әкрен генә йырлай. Ә мин уға яҡын ғына торам. Тәрән һағышҡа, хәсрәтле уйҙарға сумған ул, хатта минең аяҡ тауышын да ишетмәне. Һиҙмәй ҙә ҡалдым: тәрән тын алдым. Әллә шуны ишетепме, әллә күңеле һиҙҙеме, ҡапыл боролоп ҡараны. Әле генә тәрән ҡайғыға тарып ултырған тимәҫһең, тиҙ генә торҙо ла, алсаҡ йылмайып, ҡосаҡлап алды.

Йырҙы ишетеүемде әйтмәнем.

– Ҡунаһығыҙмы?

– Юҡ. Әле иртә бит, яҡтыла ҡайтабыҙ. Балалар...

– Шулай булырын беләм. – Бер бәйләм гөлләмәне миңә һондо. – Ҡыҙыҡайҙарға тапшыр.

Ҡайтырға ҡуҙғалыр алдынан хәләл ефетем менән Сәбилә Сабирйән ҡыҙы, Ғаяз Баязит улы янына тағы керҙек.

– Мең рәхмәт һеҙгә: Ғәҙиләмдең тоғро дуҫтары, ныҡлы таяныстары бар – был ҙур бәхет. Хоҙай һеҙгә, әтей-инәйҙәрегеҙгә, балаларығыҙға ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер насип итһен, - тип оҙатты ололар.

– Күрешкәнгә тиклем! – тинем.

– Эйе-е...Ҡасан, нисек күрешербеҙ инде... – Сәбилә Сабирйән ҡыҙы был һүҙҙәрҙе мәғәнә менән әйтте.

... Ошо көндән аҙна-ун көн ваҡыт үткәс, Ғаяз Баязит улының мәңгелеккә күсеүе тураһында Ғәҙилә апай шылтыратты. Мәрхүмде һуңғы юлына дүшәмбе көн оҙаталар икән. Зәғәфрән менән эштән көн һорап, Амангилдегә юлландыҡ.

Ғаяз Баязит улы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән хушлашырға бик күп халыҡ килде. Ҙурлап, ҡәҙерләп ерләнеләр.

Өсөн, етеһен бер көндә уҡытҡас, ҡырҡын уҡытҡанда ла килергә ниәтләндек.

Ғүмер тигәнең, ай-һай тиҙ үтә. Ғаяз Баязит улының ҡырҡын уҡытырға ла ваҡыт етте. Йома көндө уҡыласаҡ аятҡа Зәғәфрән менән юлландыҡ.

«Һөйөп, һөйөлөп йәшәгәндәр мәңгелеккә бер-бер артлы күсә» тигән ырымдың дөрөҫлөгөнә иҫем китте. Дөрөҫмө, түгелме – әммә тап килеүенә ғәжәп итерлек.

Мәрхүм Ғаяз Баязит улының ҡырҡын көндөҙ уҡыттыҡ. Көҙгө көн бит – кисләп тә китте. Икенсе көндә ҡайтырға булдыҡ.

Таңға табан Ғәҙилә апай мине уятты:

– Вәлиҙә, инәйем әтейем артынан китте... – Түгелеп илап, күкрәгемә ҡапланды.

Йәнә эш урынындарыбыҙҙан мәрхүмәне һуңғы юлына оҙатышырға көн һораныҡ. Әлдә балалар янында ҡәйнйм бар.

Бына шулай күҙ менән ҡаш араһында, тигәндәй, Ғәҙилә апай яңғыҙы торҙо ла ҡалды.

Бер заман уның хаҡында хәтәр хәбәр ишетеп, телдән яҙҙым.

Район үҙәгенә килгән Ҡәнзәфәр Йәғәфәр улы осраны. Ауыл Советы рәйесе булғас, бында йомоштары менән йыш килә. Ул уңайһыҙланып ҡына һүҙ башланы:

– Ғәҙилә ауыл халҡын шаҡ ҡатырҙы, хайран ҡалдырҙы бит әле..

– Нимә булды? – Мин, хафаланып, сабырһыҙланам.

– Ғәффә ҡарсыҡты ҡарарға үҙенә алып ҡайтты. – Ул ситкә ҡараны, ҡул һырты менән маңлайын һыпырып ҡуйҙы.

Ғәжәпләнеүемдең, таң ҡалыуымдың сиге юҡ: үҙен яңғыҙ ғүмер кисерергә дусар иткән әбейҙе нисек тәрбиәләргә мөмкин? Иҫ китерлек хәл бит, мәғәнәһенә төшөнөрлөк түгел.

Ҡәнзәфәр Йәғәфәр улы хәбәрен дауам итте:

– Ғәффә апай, әйткәйнем, шай, минең әҡрәбәм, ауырый. Янында һыу эсерерлек кеше юҡ. Мин алып ҡайта алмайым – ғаиләм шиле, өй тығыҙ, ҡатыным да ҡаршы. Электән бер-береһен һанламаны улар. Ә Миңлехаҡ ҡасан сығып киткән, шунан бирле бер ҡайтманы. Беләһең инде. Биш малай тапҡан ҡатыны ла ныҡ һаҡлайҙыр. Ә Миңлехаҡ әтейһеҙ үҫкәс, тәүге улын ҡалдыра алмаған инде. Тәүгеһе атлауға, икенсеһе тыуған. Ир уртаһына етеүгә биш уланға әтей булды. Быларҙы ла бик яҡшы беләһең. Һуғышҡа тиклем, һуғыштан һуң тыуған балалар әтейһеҙлектең ауырлығын белеп үҫтеләр. Әтейһеҙ, тимәк, терәкһеҙ. «Әтейһеҙ ул үҫтермә, инәйһеҙ ҡыҙ үҫтермә» тигәндәр борон-борондан. Балаларҙың яҡшы кешеләр – егәрлеләр, белемлеләр кимәленә етеп үҫеүҙәре өсөн ғаиләнең тулы булыуы шарт.Борон мосолман халҡында айырылышыуҙар ят күренеш булған: ҡатынға ла, иргә лә шикләнеп ҡарағандар. Хәҙер генә ул балаларын ташлаған хаяһыҙ

бәндәләрҙе телевизорҙан күрһәтәләр. Биғәйбә, быларҙы ла һәйбәт беләһегеҙ.

Антонина Миңлехаҡты күптән Мишкаға әйләндергән:

– Мишка, шуны тиҙ эшлә! – тип ҡалын тауышы менән бойороп ҡына тора.

Миңлехаҡ үҙенең ысын исемен онотманымы икән? Шундай шөҡәтһһеҙ уй башымдан сыҡмай.

Кешенең кеме юҡ. Берәүҙәр: «Ғәҙилә ҡарсыҡтың өйөн үҙенә яҙҙырырға уйлайҙыр...», ти. Кемдер: «Миңлехаҡ инәйен күрергә ҡайтыр ҙа тура минең йортома керер – ҡауышырбыҙ, тип уйлайҙыр», тигән хәбәр тарата.

Бер көн ҡарсыҡтың хәл-әхүәлен беләйем тип, Ғәҙиләнең йортонабарғайным. Бик яҡшы ҡарай әбейҙе Ғәҙилә Ғаяз ҡыҙы. Таҙа түшәктә ята, өҫтөндә таҙа кейем, янындағы өҫтәлдә дарыуҙар, һут тора. Шулай ҙа Ғәффә апайға уйлағанымды әйттем:

– Әйҙә, ҡарттар йортона урынлаштырам, – тим.

Илай. «Унда бармайым, – ти. – Әжәлем яҡын. Сит ерҙә үлермен дә, кемдәр араһына күмерҙәр. Ҡәберемде белеүсе лә булмаҫ. Тыуған ауылымда әтейем, инәйем, туғандарым янында ятырмын. Бер ҡайҙа ла алып китмәгеҙ! Риза түгелмен – фатихамды бирмәйем! Бына өйҙө Ғәҙиләгә аманат итәм. Дүкәминт йүнәтеш!»

Әмәлгә ҡалғандай, быларҙы Ғәҙилә ишетте, аптырап китте.

– Өй Миңлехаҡҡа тейеш! Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Ҡәнзәфәр Йәғәфәр улы, өйҙө улына бағышлауы хаҡында документ төҙөп, Ғәффә апайҙың ҡултамғаһын ҡуйҙырайыҡ.

Өй өсөн сирле апайымды тәрбиәләмәй ғәҙел Ғәҙилә. Саф, игелекле йөрәге ҡушҡан. Уға маҡтау ҙа, ҡупайтыу ҙа кәрәкмәй. Ул үҙенең бәҫен белә. Ауылыбыҙҙың ҡәҙерлеләре Рәхимовтарҙың күңеле таҙа, изгелекле, Ғәҙилә ҡыҙҙары ла намыҫлы.

Кешенең кеме юҡ. Көнсөлдәр, ғәйбәтселәр һәр заманда булған, элек тә яһилдар яҡшыларҙың йөҙөн йыртҡан, хәҙер ҙә бар яуыздар, киләсәктә лә буласаҡ...

...Мин түҙмәнем, ял көнөмдә Амангилдегә юлландым. Аптыраным: Ғәҙилә апайым Ғәффә әбейҙе тәрбиәләргә ниәтләнеүен миңә ниңә әйтмәне икән? Сәбәбе ниҙә? Һәр саҡ кәңәшләшә торғайны ла. Ул был сараға минең ҡаршы төшөрөмдө аңлаған. Ысынлап та, мин риза булмаҫ инем.

Кәре бөткән әбейҙе күрҙем. Ауылда йылдан ашыу эшләгән сағымда уны бер ҙә осратҡаным юҡ ине.

Кемлегемде аңлатып, күрештем.

– Ғәҙиләнең әхирәте һәйбәт кеше, балаларҙы ярата, яҡшы уҡыта, тип ишеткәйнем. – Ҡарсыҡтың зиһене яҡты, камил. Ғәҙилә апай өйҙә юҡ саҡта ул эсендә йыйылған ҡайғыһын сығарҙы:

– Әүлиәгә тиң Ғәҙиләне яңғыҙ итеүемә үкенәм, ғәйебемде юйып булмай. Мең-мең ғонаһлымын. Хаталарымды сиргә тарымаҫ борон ныҡ аңлағайным. Аңланым да бит – төҙәтеп булманы.

Ятам сарсап – һыу биреүсе юҡ. «Ғәҙилә менән Миңлехаҡтың рәнйеше төштө» тип уйламаған мәлем юҡ.

Бер көндө Ғәҙилә килеп керҙе. Йөрәгем нисек ярылмағандыр – бөтә тәнем тетрәнде.

– Риза булһаң, өйөмә алып ҡайтам. Ваҡытында ризыҡланырһың, хәлләнерһең. Ә мин бында килеп йөрөй алмайым – өйҙәребеҙ алыҫлығын беләһең. Ваҡыт тар. Ә былай өй эсендә булһаң, күпкә еңел булыр.

– Был ҡәҙәре лә ҙур изгелекте һис көтмәгәйнем. Алып ҡайт, ризамын. Оят булһа ла күнәм. Мине ғәфү ит, - тим.

– Үткән эш, бөткән эш, - тип тыныс ҡына яуапланы.

Икенсе көндө Ҡәнзәфәр энем әйберҙәрем менән бында килтерҙе.

Һәйбйт туҡланғас, күҙҙәрем асылып, башым эшләп китте. Әкренләп хәлләнәм дә шикелле. Ғәҙилә ни ҡәҙәре ихлас тәрбиәләһә лә, үткән йәмһеҙ ваҡиғаны тамсы ла иҫкә төшөрмәһә лә, барыбер Аллаһ Тәғәләнең иманлы балаһын яңғыҙ итеүемә, үҙемдең дә яңғыҙ интегеүемә үкенмәгән көнөм, сәғәтем, минутым юҡ. Һуңлап үкенеү мәғәнәһеҙ нәмә шул.

Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел, үҙенең аяуһыҙ шарттарын бойороп тора. Әле ни ҡәҙәре яҡшы тәрбиәләнһәм дә, һәйбәт һиҙәм: «ысын донъяға» китер мәлем етеп килә. Вәлиҙә ҡыҙым, бүтән әллә күрешәбеҙ, әллә юҡ, хушлашайыҡ.

Ысынлап та, бүтән осрашманыҡ. Мин ҡайтҡас, аҙна-ун көндән Ғәффә әбей мәңгелеккә күскән. Ғәҙилә апай, Ҡәнзәфәр Йәғәфәр улы мосолман тәртиптәрен ныҡ һаҡлап ерләгәндәр. Миңлехаҡ инәйен һуңғы юлға оҙатырға ҡайтмаған. Был хәлгә Амангилде халҡы шаҡ ҡатҡан. Минең аптырауымдың да сиге юҡ ине.

 

VI

Әлдә ауыл Советы рәйесе Ҡәнзәфәр Йәғәфәр улы йомоштары менән район үҙәгенә йыш килә. Амангилделәге ваҡиғаларҙы белеп ҡалам. Әлбиттә, Ғәҙилә апайым менән телефондан һөйләшеп торабыҙ. Әммә Ҡәнзәфәр Йәғәфәр улы хәл-ваҡиғаларҙы яҡшыраҡ, күберәк белеп һөйләй. Бигерәк тә Миңлехаҡҡа ҡағылғандарҙы йыбанмай тәфсирләй.

Ғәҙилә апайымдың һөйгәненә арнаған йыры хәтергә төшә лә бәғеремде иңрәтә: «Иҫкән елдәргә серем сисәм: минең һөйөүҙәрем хаҡ». Ә Миңлехаҡ Ғәҙиләһен иҫкә аламы икән? Был турала тик Ҡәнзәфәр Йәғәфәр улы беләлер. Түҙмәнем, бер осрашҡанда унан һораным:

– Миңлехаҡ Ғәҙиләһен башкөлләй онотҡанмы? Һорашҡаны булдымы? Әллә ир-егеттәрҙең мөхәббәте икенсерәкме икән? Үҙен күрмәгәс, күңеленән юйыламы икән?

– «Ғәҙилә нисек йәшәй?» тип бер һораны ул. Һораны ла ситкә ҡараны. Һоро күҙҙәре ҡарайып, төпкә батып киткәндәй итеп күрҙем. Йөҙө ағарғайны. Ғәҙилә хаҡында һөйләнем. Бүтән өндәшмәне. «Ирмен тигән ир эсендә эйәрле, йүгәнле ат ятыр» тиҙәр. Уның һыр бирмәүе инде.

Ҡәнзәфәр Йәғәфәр улы мираҫҡа ҡалған өй тураһында һөйләгән. Миңлехаҡ мираҫты өлкән улына биреүе тураһында ғариза яҙып, ҡултамғаһын ҡуйып, тапшырған. Кәрәкле документтар менән Миңлехаҡтың өлкән улы бер туған энеһе менән Ҡәнзәфәр Йәғәфәр улына килеп төшә. Ауыл Советы рәйесе ҙур етәксе бит – тиҙ арала өйҙө егет исеменә күсереп, һатырға иғлан биргәндәр.

– Хәҙер ауылға ҡайтыусылар йышайҙы. Ғәффә апайымдың өйөн тиҙ һатып алдылар – хаҡына ла ҡараманылар. Егеттәр байтаҡ аҡса менән ҡайтып киттеләр.

 

VII

Ғүмер тигәнең аҡҡан һыуға тиң. «Үтеп кенә барған был ғүмерҙе үткәрмәҫкә сара бармы икән?» тип йырлайҙар бит. Шулай яйлап та түгел, йәһәтләп олоғаябыҙ. Зәғәфрәнем менән ике ҡыҙ, ике ул үҫтерҙек. Үҙҙәре теләгән уҡыу йортон тамамланылар, яратҡан һөнәрҙәренә эйә булдылар, ғаилә ҡорҙолар – беҙҙе ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандырҙылар.

Ә Ғәҙилә апай балалар йортонан әтейҙәре менән әнейҙәре фәжиғәле һәләк булған ике ҡыҙ баланы тәрбиәгә алды. Бер барғаныбыҙҙы ул ҡыҙыҡайҙар хаҡында бик һөйөнөп һөйләне:

– Улар бер туғандар. Мин нәҡ бер туған булған балаларҙы эҙләгәйнем. Бер-береһенә таяныс булырҙар. Туғанһыҙ ҡыйын бит ул.

Мәғүзәм быйыл бишенсе синыфҡа, ә Фәнүзәм өсөнсөгә бара. Мәғүзә теүәл фәндәрҙе ярата, ғалимә булыуы ихтимал. Ә Фәнүзәм, моғайын, шағирә

булыр. Йәһәт кенә шиғыр сығарыуы үҙе мөғжизә. Мәҫәлән, бер көн еләк йыйып йөрөйбөҙ. Күбәләк күрҙе лә:

– Аҡыллы беҙҙең Күбәләк–

Тыуған яғын һөйә бигерәк.

Сит-ят ергә барып сыҡһа,

Әйлйнеп ҡайта тиҙерәк, –

тип минут эсендә шиғыр сығарҙы.

Һаман еләк йыябыҙ. Фәнүзә тирә-яғына ҡарап торҙо ла:

– Бешкән еләктәр

Бигерәк тәмле.

Еләк күп бешкәс,

Яландар йәмле, –

тип һамаҡлай.

Тәбиғәттә булырға бик ярата. Ә үткән аҙнала бөрөңге ҡаҙған саҡта сығарған шиғыры ла ҡыҙыҡлы:

– Беҙҙең тауыҡтар

Селәүсендәр сүпләй.

Бик тырышһалар ҙа,

Селәүсендәр бөтмәй.

Шиғыр тыңлап, бәрәңге ҡаҙам, ҡыҙҙар ярышып сүпләйҙәр. Хәҙер янымда ҡағыҙ, ҡәләм йөрөтәм. Шиғырҙарын яҙып барам, аҙаҡ дөйөм дәфтәргә күсерәм. Сығарған шиғырҙарын ҡабаттан һөйләмәй. Әле кисә тәҙрәләр йыуып йөрөйөм. Ҡыҙыҡайым ҡарап торҙо ла:

- Инәйем йыуа тәҙрәләр,

Аҙаҡ элә пәрҙәләр, - ти.

Һөйләһәң, ышанмаҫтар, тигәйнем. Кешеләр барыбер белә. Һәләте үҫер, тигән өмөтөм бар. Мөһиме: һау-сәләмәт, эшһөйәр, кеселекле, кешелекле, белемле булһындар, - ти Ғәҙилә апайым.

...Амангилде күренде. Таныш урамдар, таныш кешеләр. Ауылға килгән һайын тулҡынланам.

Хәҙер рәхәт бит, кеҫә телефоны бар: «Ауылға керҙек» тип шалтыраттым.

Ғәҙилә апайҙың өйөнә яҡынлашабыҙ. Өсәүләшеп беҙҙе ҡаршыларға сыҡҡандар. Ҡапҡаны шар асҡандар, йылмайып йәнәш торалар. Ҡояш һымаҡ йөҙҙәре нур сәсә.

Ҡыҙыҡайҙарға ҡараған һайын, үҙемдең балаларыма теләгәндәрҙе уларға ла теләйем: «Хаҡ Тәғәлә мәрхәмәтле, бәхетле мөхәббәт насип итһен! Мәрхәмәтһеҙ мөхәббәткә тарымағыҙ! Ғүмерегеҙ буйы фәҡәт бәхеткә сорналып йәшәгеҙ! Амин!»

 

 

Сығанаҡ: https://shonkar.com/news/novosti/2021-10-20/mine-y-rem-ha-hik-y-2554698?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Нажиә Игеҙйәнова.
Читайте нас в