Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2022, 16:00

Иркәләнеп кенә үҫкәнмен тиерһең...

"Мин бала сағым тураһында яҡты иҫтәлектәргә бирелеп, фотоларҙы ҡабат-ҡабат ҡарап ултырырға яратмайым. Әйткәндәй, фотолар ҙа ул хәтле күп түгел, үҙем дә мәлде мәңгеләштереүҙе бик өнәмәнем. Юҡ, мин етем түгел ул, атайым-әсәйем, апайым, ағайым бар. Бәләкәйҙән күңелгә иң ныҡ һеңгәне - ғаиләбеҙҙә миңә ҡарата айырым мөнәсәбәт барлығын белеүем, үҙемде артыҡ тойоуым - бындайҙы кемдең иҫләгеһе килһен. Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән үҙенән-үҙе өҫкә ҡалҡып сыға үткәндәр.

Иркәләнеп кенә үҫкәнмен тиерһең...
Иркәләнеп кенә үҫкәнмен тиерһең...

...Хәтеремдә, өйгә ҡунаҡтар килһә, апайым улар алдында йә йырлай, йә шиғыр һөйләй, ә ағайым баянда уйнап күрһәтә, ә миңә төпкө бүлмәлә ултырып торорға ҡушыла ине. Уларға һоҡланалар, вәт, һәләтле балалар үҫеп килә, афарин, тип маҡтайҙар, бындай ваҡытта мин дә туғандарым менән ғорурланам. Ҡайһы бер ҡунаҡтарҙың мин ултырған бүлмәгә башын тығып, ҡыҙыҡһыныусан күҙ ташлап китеүҙәре лә онотолмай. Клубҡа килгән концерттарға ла миңә йөрөргә рөхсәт ителмәй, ана һин телевизорҙан ҡара, ти торғайнылар. Минең дә "тере" артистарҙы күргем килеүе береһен дә борсомағандыр, күрәһең. Күңелгә ҡаралығы менән уйылып ҡалған бындай хәлдәрҙе һөйләһәң күп инде. Шуларҙың тағы береһе - мәктәпкә уҡырға төшкәс, беренсеме, икенсеме класта, әсәйҙәр байрамына концерт әҙерләүебеҙ, мине бейеүгә ҡушмаһалар ҙа, шиғыр биреп тасуири ятларға ҡушыуҙары, тиҙерәк әсәйемә шәплегемде күрһәтергә теләп, ҡанатланып, байрамды ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алыуым... Һәм, ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл етеп, мәктәп сәхнәһен үтәгән бәләкәй генә ҡалҡыу урынға сығып баҫыуым. Халыҡ алдында юғалып ҡалмаҫ өсөн дә, донъялағы иң яҡын кешемде шатландырайым тип тә, "Әсәйҙәрегеҙгә ҡарап, матур итеп ҡысҡырып һөйләгеҙ" тип уҡытыусы өйрәткәнсә, ҡәҙерлемде табып, күҙҙәренә текләүем. Миңә көс өҫтәр, күңел күтәрер ҡараш урынына уңайһыҙланған, миңә лә, кешеләргә лә ҡарамаҫҡа тырышҡан ғәзиземде күреп, шиғырымдың һүҙҙәрен иҫкә төшөрә алмай оҙаҡ торғандан һуң (бәлки, оҙаҡ та булмағандыр), ғәрләнеп кире сығып китеүем... Ошо ваҡиғанан һуң бүтән концерт-маҙарға ҡыҫылам тип уйламаным да. Балалығым менән тәүҙә "мине береһе лә яратмай" тип уйлаһам, үҫә килә ҡайғымдың тәрәнерәк икәне башыма барып етте: минән ғәрләнәләр! Сәбәбе - төҫ-ҡиәфәтем менән дә, уҡыуым менән дә улар теләгәнсә бала булмағанмын шул. Тыумыштан күҙем ҡылый, бер аяғым икенсеһенән күпкә ҡыҫҡараҡ минең. Мәктәптә лә, урамда ла, хатта яратҡан апайым менән ағайымдан да иң йыш ишеткән һүҙҙәр: ҡылый шайтан, сатан, бәрей, албаҫты...
Был донъяға килеүем өсөн ғәрләнеп, үҙ-үҙемә йомолоуым ҡасандан башланғандыр, тик шуны әйтә алам: иҫ белгәнемдән бер яҡын дуҫым да юҡ ине. Әсәйем миңә йә йәлләп, йә үртәлеп ҡараһа, атайым өсөн буш урын кеүек булдым. Башланғыс кластар уҡытыусыһы ғына мине бүтәндәрҙән айырмай ҡараны, күңел үҫтерерлек һүҙҙәрҙе иң беренсе унан ишеткәнмендер. Уның кәңәше буйынса, һигеҙҙе бөткәс, библиотека техникумына уҡырға индем. Ҙур ҡала тормошона әҙерлекһеҙ үҙен яратмаған ҡыҙ баланы өгөтләп уҡырға ебәргәне өсөн уҡытыусыма көн дә рәхмәт уҡыйым.
Ятаҡта Света исемле рус ҡыҙы менән йәшәргә тура килде миңә. Тәүге көндән үк күнегелгән кәмһетелеүгә әҙер инем. Тик Света бер ваҡытта ла етешһеҙлектәремдән көлмәне, түбәнһетмәне, киреһенсә, унан байтаҡ файҙалы нәмәгә өйрәндем. Кейенергә, биҙәнеп-төҙәнергә, шулай уҡ ҡыҫҡараҡ аяҡ табаны аҫтына ҡалын олтораҡ һалып, ҡәҙимгесә атлап булыуын аңлатҡан тәүге кеше лә ул булды. Әсәйем-атайым, ауылдағы медсестра шуны ла белмәнеме икән тип хәҙер аптырайым. Светаның атаһының да шундай уҡ хәл булған, был етешһеҙлеген оҫта йәшергәндер инде, хатта әсәһе бик оҙаҡ йылдар иренең аяғының ҡыҫҡалығын белмәй йөрөгән имеш. Училищела уҡыған йылдарым үҙемде нисек бар шулай ҡабул итергә кәрәклеген төшөндөргән йылдар булды тиһәм дә арттырыу булмаҫ. Кәмһетеүсе, минең өсөн оялыусы булмағас, үҙем дә асыла төштөм, кешеләр менән тиң-тигеҙ һөйләшергә өйрәндем.
Техникумды тамамлағас, күрше ауыл библиотекаһына эшкә тәғәйенләнеләр. Шунда уҡ үҙем кеүегерәк егеткә (ул да инвалид) кейәүгә сыҡтым. Бик уңышлы тип уйлайым, сөнки ирем дә, уның ата-әсәһе лә ипле, изге күңелле, иғтибарлы кешеләр. Ҡәйнәм менән ҡайнымдың "балам" тип кенә өндәшеп, арҡанан яратып алыуҙарынан тәүҙә күҙгә йәш килә ине. Яманлыҡҡа тиҙ күнгән кеүек яҡшылыҡҡа ла тиҙ өйрәнә икән кеше - ғүмер буйы иркәләнеп йәшәгән кешеләй тоям хәҙер үҙемде. Был ғаиләгә эләкмәһәм, туғандар араһында ошондай ҙа йылы, яҡын мөнәсәбәт була икәнлеген белмәҫ тә инем, моғайын. Әлеге көндә ғаилә тормошо серҙәре, аш-һыу яраштырыу тураһында нимә беләм - барыһына ла матур аҡ йөҙлө, ғорур ҡиәфәтле ҡәйнәмә бурыслымын. Бындай өләсәй менән олатай барҙа ике баламдың - малай менән ҡыҙымдың - бәхетле, күңелдәре бөтөн булып үҫеүенә лә шикләнмәйем.
Һынманым, әрәмтамаҡ, имгәк булып ултырманым, яҡшы кешене осратып, бәхетемде таптым һәм тышҡы етешһеҙлектәрем генә мине бүтәндәрҙән кәм итә алмай икәнлеген аңланым - был берәүҙең "Уйламағайным мин һине шулай донъя көтә алыр тип" тигән һүҙҙәренә яуабым булыр".

 


(Республика райондарының береһендә йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).

 

https://bashgazet.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/2020-08-09/irk-l-nep-ken-k-nmen-tier-e-681037

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: