Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май , 15:00

Көтөп алған байрам

Бөйөк Ватан һуғышы Совет халҡына күпме аһ-зар,ҡайғы,фажиғә алып килтергән. Күпме йылдар үтһә лә, хәтер яралары уңалмай. Фашистарға илебеҙҙең бөтә халҡы ҡаршы яуға күтәрелде.

Көтөп алған байрам
Көтөп алған байрам

Шулар рәтендә минең ҡарт олатайым Сәйфетдинов Ғәлимйән Ибраһим улы һәм уның бер туғандары Ғәббәс һәм Ғәлимнас. Улар  Ишембай районы Ишәй ауылында тыуғандар. Ғәббәс бабайым һуғыштан яраланып ҡайта, ә Ғәлимнас бабайым Белоруссияла Бобруйск янында һуғыш яланында һәләк була. Шунда уҡ ерләнгән ул. Ғәлимйән олатайымды һуғышҡа ҡарт өләсәйем өс йәшлек улдары менән оҙатып ҡала.

Ул 375-се уҡсылар полкы составында һуғыша. Санитар булып та хеҙмәт итә. 1942-се йылда ҡаты яралана. Дон яланында аяулы алыш ваҡытында полкы менән ҡамауға эләгеп, пленға алына ул. Көслө рухлы кеше булараҡ минең олатайым һынып төшмәй. Плендан Еңеү алдынан ғына азат ителә. Һуғыштан һуң олатайым тыуған ауылына ғаиләһе янына әйләнеп ҡайта. Менәүәрә өләсәйем менән улар тағы ла ете балаға ғүмер биреп, тормош көтәләр.

Беҙҙең ғаиләнең йыл да «Үлемһеҙ полк” парадына сығыу йолаһы бар. Быйыл да мин атай-әсәйем менән Ғәлимйән олатайымдың фотоһүрәтен тотоп парадта ғорур атлаясаҡмын.

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Илфат ШАКИРОВ, 3-сө мәктәптең 5-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас в