Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май , 12:00

ҺАЛДАТ ТАРИХЫ

Мин һеҙгә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡарт олатайым ҒӘЗИЗОВ Миңлебай Кәлимулла улы тураһында һөйләп үткем килә.

ҺАЛДАТ ТАРИХЫ
ҺАЛДАТ ТАРИХЫ

Минең ҡарт олатайым 1926 йылдың 1 мартында Ишембай районының иң матур ауылдарының береһе – Аҙнайҙа донъяға килә. 1943 йылда 17 йәшлек үҫмер үҙенең иптәштәре менән Көнсығыш фронтҡа юллана. Улар тәүҙә Алыҫ Көнсығыштың Ворошилов -Уссурийск ҡалаһына эләгәләр. Артабан һалдаттарҙы Кореяға оҙаталар. Ҡарт олатайым 258-се дивизияның 999-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Японияға ҡаршы һуғышта пулеметсылар ротаһында Хинган ҡалаһы эргәһендә Кин-Сик һәм Кай-Син ҡалаларында яуҙарҙа ҡатнаша. Японияның капитуляцияһынан һуң Төньяҡ Кореяла 38-се параллелдә хеҙмәт итә. 1946 йылдың декабрь айында ҡарт олатайымды бер төркөм һалдаттар менән Пхеньян ҡалаһына корей телен өйрәнеүселәр курсына ебәрәләр. 300 кеше араһынан тик 60 һалдат ҡына корей телен яҡшы итеп үҙләштерә һәм һөйләшә башлай. Ҡарт олатайым ошо 6 айлыҡ курстарҙы “яҡшы” билдәһенә тапшыра. Уларҙы тәржемәсе итеп Пхеньян ҡалаһының комендатураһына күсерәләр. Шул ваҡытта ул Генштабта тәржемәселәр төркөмө менән Ким Ир Сен менән күрешә, уның менән корей телендә иркен аралаша. Ҡарт олатайым сержант Ғәзизовҡа Генштабта тәржемәсе булып ҡалырға тәҡдим яһайҙар. Ләкин ул был тәҡдимдән баш тарта, сөнки тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡыһы килә. 1948 йылдың 31 декабрендә уларҙың группаһы иң һуңғыларҙан булып Кореянан сыға. 1950 йылдың 21 ноябрендә демобилизациянан һуң ҡарт олатайым саҡ тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Улар ҡарт өләсәйем менән ең һыҙғанып эшләп, матур бәхетле тормош көтәләр. 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икеһе лә бөгөнгө көндә иҫән түгелдәр. Ҡарт олатайым вафат булғансы корей телен онотманы. Корей телендә һөйләшеп, йырлап ултыра торғайны. Һуғыштағы һәм тыныс тормоштағы хеҙмәттәре өсөн ҡарт олатайыбыҙ II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Кореяны азат иткән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Тырыш хеҙмәт өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнде.

Мин ҡарт олатайым менән ғорурланам һәм уның һымаҡ намыҫлы, эшһөйәр кеше булырға тырышасаҡмын.

Автор:Әнүәр МӨХӘМӘҘУЛЛИН, 2-се башҡорт гимназия-интернатының 5-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас в