Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май , 08:00

Ҡәҙерле фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле ишембайҙар!

Һеҙҙе Бөйөк Еңеү көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле ишембайҙар!
Ҡәҙерле фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле ишембайҙар!

Был яҡты һәм изге байрам барлыҡ быуындарҙы берләштерә. 1945 йылдың 9 майы - донъя яҙмышын билдәләгән көн. Тыуған илебеҙ, бөйөк халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ һәм дан көнө. Шатлыҡ һәм күҙ йәштәре, ҡайғы уртаҡлашыу һәм киләсәккә өмөт көнө.

77 йыл элек кешелек тарихындағы иң ҡанлы һуғыштың һуңғы бите ябылды. Әммә нисәмә йылдар үтһә лә, беҙ тыуған илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығын онотмайбыҙ.

Ватаныбыҙҙы һаҡлаған ҡаһарман һалдаттар араһында 22 меңдән ашыу яҡташыбыҙ ҙа бар, уларҙың 10 меңгә яҡыны яу яландарынан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмай. Күпселеген ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр һәм оло йәштәгеләр тәшкил иткән тыл хеҙмәтсәндәре армияны иң кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү өсөн нефть эшкәртә, тәүлек әйләнәһенә станоктар артында тора, икмәк үҫтерә.

Хөрмәтле фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәре - әлеге көндә иҫәндәре, һуғыштан һуңғы йылдарҙа һәм күптән түгел арабыҙҙан киткәндәре - һеҙҙең алда баш эйәбеҙ! Беҙ һеҙгә ғүмеребеҙ һәм тыныс күк йөҙө өсөн мәңге бурыслыбыҙ. Донъяны фашизмдан ҡотҡарған, илебеҙҙе емереклектәрҙән алып космик юғарылыҡтарға тиклем күтәргән еңеүселәр быуынының батырлығы, быуаттар үтһә лә, халҡыбыҙҙың хәтерендә һаҡланасаҡ.

Ҡәҙерле ветерандар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың ихтирамын, һөйөүен тойоп, оҙаҡ һәм бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Байрам менән, ишембайҙар! Еңеү көнө менән!

 

Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас в