Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май , 16:00

Ерек кенә тимәгеҙ...

Татарстан Республикаһында йәшәгән яҡташыбыҙ, халыҡ табибы Зәүхиә Низамиеваның кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ әле.  

Ерек кенә тимәгеҙ...
Ерек кенә тимәгеҙ...
Ер өҫтөндә үҫкән бер генә үҫемлек тә бер-береһенә оҡшамаған, һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле: формалары ғына түгел, файҙалы сифаттары менән дә айырыла. Үҫемлектәргә беҙгә сәләмәт йәшәргә ярҙам итеү, йәшәү өсөн кәрәкле витаминдарҙы, микроэлементтарҙы биреү, сирҙе еңергә ярҙам итеү вази­фаһы бирелгән. Тимәк, улар күҙҙәребеҙҙе нурландырып, тирә-яҡты йәмләп кенә тормай, ә һәр береһе беҙҙең иҫән­лек һағында тороусы табип та.
 
Ә беҙ был турала уйланып та ҡуймайбыҙ. Уйланһаҡ, Аллаһ Тәғәләнең беҙгә биргән мөғжизәле үҫемлектәренең һәр береһенең тәғәйенләнешен өйрәнеп, уны ҡулланыр инек. Ҡайһыбыҙҙың өйөндә киптерелгән үләндәр, ағас ҡайырылары, тамырҙар, уларҙан яһалған төнәтмәләр, майҙар бар? Дөрөҫ, бик һирәк кешеләрҙә.
 
Был яҙмамда күҙебеҙгә салынмай ҙа торған үҫемлек – ерек аға­сы тураһында яҙмаҡсымын. Ҡа­йын, шыршы ағастары тураһында йырҙар йырлайбыҙ, шиғырҙар яҙабыҙ. Ә бына еректең файҙалы яҡтары, уның шифалы көсө тураһында уйланмайбыҙ. Ә бит ул да иғтибарға лайыҡ.
 
Ерек минең тыуған Ейәнсура районымда һыу буйҙарында күп­ләп үҫә. Уны эҙләп йыраҡ бараһы юҡ. Ул йылға буйҙарын, дымлы уйһыулыҡтарҙы ярата, ҙур булма­ған йылғаларға йәйге ҡыҙыуҙа кибергә бирмәй, ярҙарына терәк булып тора. Ерек үҫкән ерҙә уйһыу­лыҡ яһалып, уның төбөндә һәр ва­ҡыт тиерлек һыу ята. Йәйге ҡыҙыуҙа киң ботаҡтары аҫтында рәхәтләнеп ял итеп, көс алып китергә мөмкин. Уның аҫтында һауа еләҫ, һалҡынлыҡ була.
 
Йәйен ботаҡтарында аҫылынып торған йәшел-һарғылт алҡалары, бәләкәй генә йәшел сәтләүектәре күҙгә салына, улар иҫкән ел ыңға­йына тибрәлеп тора. Ә ҡышын бо­таҡ­тарын ҡоңғорт төҫтәге тубыр­сыҡтар биҙәй. Был сәтләүектәр ҡышҡы һалҡында ла туңып өҙөлөп төшмәй, көслө елдәрҙә лә ботаҡтарға йәбешеп тора.
 
Файҙаһына килгәндә, еректең бар өлөшө лә файҙалы. Тик япраҡтарын йәшел саҡта – июнь-июлдә, тубырсығын октябрь-ноябрҙә, ҡайырыһын ҡышын йыйырға һәм ҡояш төшмәгән, еләҫ, йылы урында киптерергә кәрәк. Ҡайһы ғына өлөшөн йыйһаҡ та, беҙ тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәклеген онотмаҫҡа тейешбеҙ. Ғөмүмән, ниндәй генә үҫемлекте йыйырға барһаҡ та, сумкала һәр саҡ ҡайсы, секатор кеүек киҫә торған ҡоралдар булһын.
 
Үләндәрҙе тамыры менән йол­ҡоу, ағас ботаҡтарын һындырып, япраҡтарын, емештәрен йыйыу, ҡайырыһын балта менән сабып алыу уларҙы рәнйетеүгә, юҡҡа сығарыуға тиң ғәмәл. Ә бына һаҡсыл ҡараш менән йыйыу, файҙаһын биргән үҫемлектәргә рәхмәт әйтеү уларҙың шифалы көсөн дә арттыра тигән фекер ҙә бар. Үҙебеҙ ҙә берәй изгелек ҡылһаҡ, рәхмәт һүҙе ишетергә яратабыҙ бит.
Ерек ағасының шифаһы ҙур. Ул ҡан тамырҙарын таҙарта, аш­ҡаҙан-эсәк юлдары ауырыуҙа­рынан да файҙалы, аллергияға ҡаршы тороуҙы арттыра, эс ҡатыу, эс китеү, ашҡаҙан язваһы, гастрит, колит, ревматизм, артрит, артроз, паразиттарҙы, төрлө бактерия­ларҙы, микроорганизмдарҙы юҡ итеү көсөнә эйә. Шулай уҡ, һыуыҡ тейгәндә, тире боҙолоу осраҡта­рында, геморрой яфалағанда ла файҙаһы бар. Ошо ағастың тышҡы ҡиәфәтебеҙҙең матурлығы һағын­да тороуы ла билдәле. Уның төнәтмәһен ҡушып сәс сайҡау, битте йыуыу бик файҙалы.

Бөгөн мин ябай ғына бер нисә рецепт тәҡдим итәм. Табиптар менән кәңәшеп ҡулланыу тағы ла һәйбәтерәк.
 
1. Файҙалы май әҙерләү. Ерек­тең киптерелеп онталған тубыр­сығын һәм уҫаҡтың кипкән, ваҡланған ҡайырыһын ҡушып болғатабыҙ. 300 грамм һыуға өс сәй ҡалағы ҡатнашманы һалып, әкрен генә утта 20 минут ҡайнатабыҙ. Һыуытып, һөҙәбеҙ һәм төнәтмәгә 50 грамм араҡы, дүрт аш ҡалағы үҫемлек майы өҫтәйбеҙ. Һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Оҙаҡ уңалмай торған яраларға, бешкән урындарға һөртөү файҙалы.
 
2. Тромбофлебитҡа ҡаршы рецепт. Был сир бөгөн күп кешене яфалай. Уны булдырмау һәм дауалау өсөн файҙалы төнәтмә эшләп ҡарағыҙ. Еректең киптереп онталған тубырсығын, кипкән тал ҡайырыһы онтағын, юл япрағы, сирень сәскәһе, эт дегәнәге, сөйәл үләне, еҫле сырмалсыҡты бер самала ҡушып бутайбыҙ. 10 грамм самаһы ҡатнашманы 200 грамм ҡайнар һыу ҡойоп ҡайнатабыҙ. Өс сәғәткә өҫтөн ябып ҡуябыҙ. Өс өлөшкә бүлеп, көн дә ашар алдынан ярты сәғәт ҡалғас эсәбеҙ. Дауаланыу ваҡыты — ике ай.
 
3. Ашҡаҙан, эсәк юлдары сирҙәренән дауа. Еректең ике аш ҡалағы киптереп онталған ҡайы­рыһын 300 миллилитр һыуға һалып, биш-ете минут самаһы әкрен генә утта төнәтәбеҙ. Дүрт-биш сәғәттән һуң һөҙәбеҙ. Был төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашарға 30 минут ҡалғас эсәбеҙ.
 
Тағы бик күп рецепттар яҙырға була. Тик эш унда түгел. Йәмғиә­тебеҙҙәге бөгөнгө экологик хәл барыбыҙҙы ла һағыраҡ, һаҡсы­лыраҡ булырға мәжбүр итә. Кешелекте баҫып алған дауалап булмаҫлыҡ сирҙәрҙең артыуы – ул беҙҙең тәбиғәттән йыраҡлашыу һөҙөмтәһе. Шуның өсөн һыу буйын йәмләп ултырған еректәр генә түгел, бүтән үҫемлектәр янынан үткәндә лә, күңел күҙебеҙҙе уларға төшөрһәк ине. Ә улар үҙҙәренең мөғжизәле шифалы көсөн йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә беҙгә бирергә әҙер.
 
 
 
Сығанаҡ: Зәүхиә Низамиеваның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
 
Фото: sostavproduktov.ru һәм derevo-s.ru
Ерек кенә тимәгеҙ...
Ерек кенә тимәгеҙ...
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в