Йәмғиәт
8 Мая 2022, 12:00

ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ – ТАРИХ ЯРАЛАРЫ

Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малайҙар-ҡыҙҙар хәҙер инде 80-85 йәште уҙған сал сәсле инәй-бабайҙар. Улар ейән-ейәнсәрҙәрен генә түгел, бүләбүләсәрҙәрен дә һөйөп, ҡарт олатай, ҡарт өләсәй булып, тыныс тормошҡа һөйөнөп, барыһына шөкөр итеп йәшәйҙәр.

ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ – ТАРИХ ЯРАЛАРЫҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ – ТАРИХ ЯРАЛАРЫ
ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ – ТАРИХ ЯРАЛАРЫ

Әхмәр ауылында ғүмер итеүсе өләсәйем Назия Абдулхаҡ ҡыҙы Рәхимова ла һуғыш осоро балаһы. Ул 1937 йылдың йәмле май айында Сәлих ауылында Гөлзаһиҙа
менән Абдулхаҡ Мәхмүтовтар ғаиләһендә донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы ауылдағы бик күп ир-егеттәр менән бер рәттән фронтҡа китә һәм Сталинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа һәләк була.

…1945 йылдың 9 майы. Еңеү! Хәҙер барыһы ла яҡшы буласаҡ! Әммә һуғыштан һуң да тормош ал да гөл булып китмәй.

- Ул саҡта Сәлихта бәләкәй генә май заводы була торғайны. Унда тирә-яҡ ауылдарҙан һөт, ҡаймаҡ килтереп тапшыралар. Ҡайһы ваҡыт мин, 13-14 йәшлек ҡыҙ, уларҙы ат менән Петровскийға алып барам. Кеше нисек кенә ауыр йәшәмәһен шул тиклем тәртипле булды, йәш бала тип бер кем дә юл баҫманы, алып барған әйберҙәремде тартып алманы, - тип хәтерләй өләсәйем.

Ауылда ете класты тамамлағандан һуң ул Әхмәр ауылына һигеҙенсе класҡа уҡырға килә. Был мәктәптә Ишәй, Ҡанаҡай, Әптек, Сәлих кеүек тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылған балалар ҙа белем ала. Өләсәйем Әхмәрҙә буласаҡ тормош иптәше Әнүәрҙе осрата һәм йәшләй генә уға кейәүгә сыға. Олатайым да ул саҡта тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған йәтим егет була. Йәштәр матур ғына итеп донъя көтә башлайҙар. Икеһе лә колхозда эшләйҙәр. Мөхәббәт емештәре булып тәүге улдары донъяға килә. Уға олатайымдың Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған бер туған ағаһы хөрмәтенә Нәҙерғәле тип исем ҡушалар. Артабан ҡыҙҙары Фәнүзә, Рәсимә, улдары Әнүр, Фәнир, Фәрит тыуа.

Өләсәйем оҙаҡ йылдар “Коммунизм” колхозында алдынғы сөгөлдөрсө булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Намыҫлы хеҙмәте маҡтау грамоталары, бүләктәр менән баһалана. Ул - хеҙмәт ветераны. Олатайым да ғүмере буйы комбайнер булып эшләне. Үкенескә ҡаршы, 2009 йылда ул яҡты донъяларҙы ташлап китте.

Өләсәйемдә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған сабырлыҡ, түҙемлек, матурлыҡ кеүек сифаттарҙың барыһын да күрергә була. Уның күңеле изге, киң. Килгән һәр кешегә ишеге асыҡ, сәйе ҡайнаған, ашы бешкән. Ҡасан барһаң да ул өйгә тәмле еҫтәр таратып, аш бүлмәһендә нимәлер бешереп йөрөй. Өләсәйемдең ҡулдары алтын. Һәр беребеҙ, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, уның бәйләгән шәлдәрен ябынып, бейәләй-ойоҡбаштарын кейеп үҫтек. Йыл һайын Еңеү байрамын ҡаршылағанда өләсәйемдең күҙҙәре моңһоу. Ауыр бала саҡ йылдарын, атаһының һуғышҡа киткәнен һағыш менән иҫкә ала ул. Әммә, ҡатмарлы тормош юлы үтһә лә, зарланмай.

- Ғүмер - тупһанан түргә уҙған ара ғына ул, тиһәләр, аптырай торғайныҡ. Ысынлап та, шулай икән, ғаилә ҡороп, балалар үҫтергән ваҡыт кисә генә кеүек тойолһа
ла, йәшлек кенә түгел, типһә тимер өҙөрлөк саҡтар ҙа “һә” тигәнсә үткән дә киткән. Хәҙер инде балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығына һөйөнөп, һәр көнгә шөкөр итеп йәшәргә ҡала, - ти ул.

Бөгөнгө көндә лә өләсәйем матур итеп ауылда донъя көтә. Йәй көнө урамы, баҡсаһы аллы-гөллө сәскәләргә күмелә, тәҙрә төптәрендә үҫтергән гөлдәренән дә
сәскәләр өҙөлмәй. Уның 11 ейән-ейәнсәре, 8 бүләбүләсәре бар. Ҡәҙерлебеҙ һәр атҡан көнгә ҡыуанып, балаларының ярҙамын, иғтибарын, ихтирамын тойоп, бәхетле ғүмер кисерә. Тормош менән бергә атлай. Илдәге булған хәл-ваҡиғаларҙы яратҡан “Торатау” гәзите аша уҡып, радио, телевидение аша ҡарап, белеп тора.

Ҡәҙерле өләсәйемә артабанғы көндәрендә лә ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле ғүмер теләйем. Уның менән ғорурланам.

Автор:Айһылыу АЙҘАРБӘКОВА.
Читайте нас