Йәмғиәт
7 Май 2022, 12:00

МУСА ГӘРӘЕВ – МИНЕҢ ГЕРОЙЫМ

Ниндәй малай хәрби булырға хыялланмай икән? Етмәһә, летчик булыу, беләм, бик күп тиңдәштәремдең оло теләге. Шуға күрә, арҙаҡлы илебеҙ улдары менән ғорурланыу, уларға оло һоҡланыу менән ҡарау, минеңсә, тәбиғи бер хәл ул. Ә бындай батырҙарҙың беҙҙең быуынға өлгө булғандары бихисап, ни бары ҡәҙерләп, тарихты онотмайынса, иҫкә төшөрөп тороу кәрәк, улай ғына ла түгел, был беҙҙең иңдәргә йөкмәтелгән оло бурыс тип һанайым.

МУСА ГӘРӘЕВ – МИНЕҢ ГЕРОЙЫММУСА ГӘРӘЕВ – МИНЕҢ ГЕРОЙЫМ
МУСА ГӘРӘЕВ – МИНЕҢ ГЕРОЙЫМ

Минең ошондай һоҡланырлыҡ, таң ҡалырлыҡ кешем бар – ул Муса Гәрәев. Илебеҙҙең бөйөк легендар кешеһе, лётчик-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев! Исеме илебеҙҙе тетрәткән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында айырыуса, дошмандың ҡотон алып, зәһәр яңғыраған, өс Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944, 1945), өс Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944, 1944), ике I дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1945), Александр Невский (1944), III дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), ике Ленин ордены
(икеһе лә 1945 йылда) менән наградланған, 1973 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены алған, 1945 йылдың 23 февралендә һәм икенсе тапҡыр шул уҡ йылдың 19 апрелендә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, сержант званиеһынан майор дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән, бөйөк башҡорт уҙаманы ул минең геройым!
1945 йылдың 24 июнендә яҡташыбыҙҙың Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашыуы ғына ла уның шәхесенең ни тиклем юғары үрҙәргә ынтылыуы тураһында һөйләй.

Уның 1942 йылдың 11 декабрендә Ил -2 самолетында Сталинград яуында беренселәрҙән булып осош үтеүе, йөрәге ысын батырҙарса бик көслө булыуын аныҡлай. Бер ҙә ҡурҡып тормаған, алғы һыҙыҡтарға ташланған. Минеңсә, бындай батырлыҡты тик арыҫландай көслө ир-егеттәр генә эшләй ала кеүек. Ошо йәһәттән, минең геройымдың «Батырлыҡ өсөн» һәм «Сталинградты обороналау өсөн» миҙалдарына лайыҡ булыуы оло ҡыуаныс булып тора. Легендар яҡташыбыҙҙың 1997 йылда “Йәшәйем һәм хәтерләйем” (“Живу и помню”) исемле мемуар әҫәре баҫылып сыға. Бында уның тормош юлы, хәтирәләре бик күп, күңелдең иң нескә ҡылдарын тетрәтерлек, хәрби бурысын үтәгәндәге, яуҙа үткән йылдары тураһында иҫтәлектәре баҫылып сыҡҡан. “Һәр ваҡыт, һуғыш мәхшәре эсенә ингән һайын, бейектән Волга өҫтөн тотош ут ҡаплап алғанлығын күреп, тетрәнә торғайным. Йәйрәп ятҡан ҡеүәтле йылғаның буйынан буйына йөҙҙәрсә урындан туҡтауһыҙ төтөн күтәрелә, нимәлер яна, нимәлер шартлай. Ҡаланы иһә утялҡын ялмап алған, унда бер ниндәй ҙә тере йән юҡтыр, бер кем һәм бер нәмә тын ала алмайҙыр һымаҡ. Волга ла, уның уң яҡ яры буйлап һуҙылған ҡала ла гигант ут эсендә ҡайнай ине. Мин зенит снарядтары ярылып торған Сталинград өҫтөнән маневрҙар яһап осоп үттем. Осҡан саҡта, барлыҡ летчиктар һымаҡ уҡ, тулыһынса хәрби задание үтәү уйы биләп алған ине. Әммә, ергә төшкәс, был тамуҡ эсендә һәр бер йорт, һәр бер этаж, ерҙең һәр аҙымы өсөн һуғышыусы совет яугирҙарының ниндәй түҙемлек һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүҙәре тураһында уйламайынса булдыра алмай инем”,- тип яҙа ул Сталиниград яуы тураһында бик һыҙланып.

Илебеҙҙә яҡты эҙ ҡалдырған Муса Гәрәевтың исеме үлемһеҙ халҡымда. Уға арнап бик күп шиғырҙар, әҙәби әҫәрҙәр ижад ителгән, уны ҙурлап, бюст барлыҡҡа килгән. Уның тураһында яҡты хәтирәләр музейҙарҙа һаҡлана. Эйе, иле, ере өсөн бирелеп, ысын патриот булып йәшәгән кеше яҙмышы, ахырында ла ошолай булырға тейештер ул. Сөнки был геройға ҡарата халыҡ мөнәсәбәте, халыҡ хөрмәте сағылышы булып тора. Ә шулай ҙа... Беҙ һоҡланған ошондай яуҙаштар, геройҙар тик яҡты иҫтәлек кенә булып ҡалһын ине. Башҡаса һуғыштар булмаһын. Тыныслыҡта, зәңгәр һауаларҙа ҡыйғыр ҡоштай осоп, кинәнеп йәшәһен ине киләсәк быуын.

Автор:Юлай ЙӘНБИРҘИН, 2-се башҡорт гимназия-интернатының 6-сы класс уҡыусыһы.
Читайте нас