

Яҙғы саҡырылыш 1 апрелдә башланып, 15 июлгә тиклем дауам итә. Башҡортостан хәрби комиссариатынан белдереүҙәренсә, биш меңгә яҡын егет әрме хеҙмәтенә алынасаҡ. Рәсәй оборона министрлығы бер кемде лә Украинаға ебәрмәҫкә вәғәҙә итә. Махсус операцияла тик махсус белемле хәрбиҙәр генә ҡатнаша.
Элек-электән Ватанға хеҙмәт итеү ир-егеттәр өсөн изге ғәмәлдәрҙең береһе булған. Бөгөн дәүләттең ҡәтғи талабы буйынса 18 йәше тулған егеттәр мотлаҡ Ватаныбыҙ һағына баҫырға тейеш. Саҡырылыштағы хәрби хеҙмәт ваҡыты - бер йыл. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынау үтеп, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта. Ишембай районы хәрби комиссары Кирилл Клюкин егеттәрҙе тәбрик итеп Башҡортостандан әрмегә алыныусы һалдаттар, тыныс ваҡыттағы хәрби бурыстарын ғына үтәп, тик Рәсәй биләмәһендә генә хеҙмәт итәсәктәренә ышандырҙы. Былтыр яҙ саҡырылып, хеҙмәт итеү ваҡытын тултырғандар запасҡа китә, тыуған яҡтарына ҡайтарыла.
Кирилл Александрович егеттәрҙе Ватан алдында бурыстарын намыҫ менән үтәргә саҡырҙы. Буласаҡ һалдаттарға муниципаль район хакимите башлығының сәнәғәт, ауыл
хужалығы һәм сауҙа буйынса беренсе урынбаҫары Рәмил Абдуллин, Ишембай ҡалаһы һәм районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Николай Шишков һәм
дин вәкилдәре изге теләктәрен еткерҙе.
Автор фотоһы.