Йәмғиәт
5 Май 2022, 10:00

БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!

29 апрель көндө Этҡол ауылының 1-се Май урамы халҡы йылдар буйы һыуын ҡағылса шишмәһен таҙартыу өмәһенә ашыҡты. Эште Ҡотлоюлов Кадир, Фәхретдинов Ришат, Хәйруллина Асия, Биҡҡолова Нәилә, Рәүф, Фәнилә, Рәфҡәт һәм Миләүшә Ғарифуллиндар берләшеп, ауыл халҡы исеменән ниәтләп ҡорбан салып, башлап ебәрелде. Өмәгә әҙерлек алдан уҡ башланды.

БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!

Изге эштә халыҡ ҡайнап торҙо. Ир-егеттәр шишмә сығышындағы туғайҙы ҡороған ағастан таҙартһа, ҡатын -ҡыҙҙар шишмә буйҙарындағы сүп-сар (быяла һәм пластик шешәләр, консерва һауыттары) йыйҙылар. Улары тоҡлап-тоҡлап йөк машинаһына тейәлде. Үҙенең йөк машинаһында Кильсурин Вадим сүп-сарҙы махсус урынға түгеп торҙо.

Эш барышы ваҡытында Ғарифуллина Флүзә, Хәйбуллина Алмира һәм Мөхәмәтова Ира йылы сәй, тәмле ризыҡтар менән һыйлап торҙолар.

Ҡағылсан шишмәһенең 5 сығышы кәртәләнеп, ҡырым ҡарағайҙары үҫентеләре ултыртылды.

Өмә тамамланыуға ҡорбан ашы, былау ҙа бешеп сыҡты. Уңған хужабикәләр тарафынан табын ҡоролдо. Табын оҫта инәйҙәрҙең, апай-һеңлеләрҙең, килен -еңгәләрҙең һыйынан һығылып торҙо.

Рәсүл хәҙрәттең аҙан тауышы , ҡөрьән аяттары халыҡҡа иман нуры бөрктө.

"1-се Май урамы халҡы - һеҙ ауылыбыҙҙың йөҙө. Ауылға инеү менән күркәм, төҙөк йорт -ихаталар ҡаршы ала. Изге рамаҙан айында бик сауаплы эш башҡарҙығыҙ. Хоҙай сауабын насип итһен,'' - тип ихлас теләктәрен еткерҙе хәҙрәт Ғарифуллин Рәсүл.

Табын артында халыҡ донъя мәшәҡәттәренән онотолоп, уйынлы-ысынлы мәрәкәләшеп, киләсәккә пландар ҡороп әңгәмәләшеп ултырҙылар.

"Уландар, күңелем тулып ултыра. Һәр ваҡыт бөгөнгөләй әүҙем, берҙәм булығыҙ! Өмәне ойошторған Ғарифуллин Рәфҡәт улыма ҙур рәхмәт,"- тип үҙ баһаһын еткерҙе
ауылыбыҙҙың 94 йәшлек аҡһаҡалы Фәхретдинов Илъяс.

Балалар рәхәтләнеп уйнап кинәнде.

"Хөрмәтле ауылдаштар! Бөгөнгө көн үҙенең матурлығы, байлығы, фәһемле булыуы менән хәтеребеҙҙә уйылып ҡалыр. Барығыҙға ла оло рәхмәтемде еткерәм. Сараны ойоштороу барышында ярҙам күрһәтеүселәрҙе билдәләп үткем килә. Район советы депуттары Хафизов С. Р һәм Фатеев И. Х. үҫентеләр һәм матди ярҙам күрһәттеләр.
Ауылдашыбыҙ Мәхмүтов Кәрим кәртәләү өсөн таҡталар менән тәьмин итте. Азибаев Бәхетйән ҡаҙаҡтар алып килде. Динисламов Ринат тракторы, Кильсурин Вадим йөк машинаһы менән ярҙам күрһәттеләр. Өмәлә 41 кеше ҡатнашты. Тыуған ауылым тип янып йәшәгән ауылдаштарым! Иҫәнлек, һаулыҡ теләйем. Берҙәмлектә беҙҙең көс!"- тип эште йомғаҡланы ауыл советы депутаты, эште ойоштороусы Ғарифуллин Рәфҡәт.

Беҙ булдырабыҙ, - тип таралышты өмәселәр.

Бер-беребеҙгә ихтирамлы булайыҡ! Тәбиғәтебҙҙе һаҡлайыҡ!

БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС!
Автор:Зифа ҒАРИФУЛЛИНА
Читайте нас