Йәмғиәт
3 Мая 2022, 15:00

Ауыл хәбәрҙәре

Аллаға шөкөр, ошо изге Рамаҙан айында бик күп ауылдаштарыбыҙ Ҡолғона ауылы мәсетендә берҙәм булып, матур итеп ифтарҙар үткәрҙеләр. 2 май көндө тағыла йыйылышып, Ураҙа ғәйетен үткәреп ебәрҙек.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Был көндө лә Ҡунаҡбаев Риф Миңнейәр улының ғаиләһе тәмле итеп былау менән салаттар эшләп алып килтергәйне. Байрам бик матур үтте. Ураҙа ғәйетендэ мәсетебеҙҙә кешенең күп булыуы һөйөндөрҙө. Барығыҙға ла Аллаһы тәғәлә һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө, донъя именлеге, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер һәм дә балаларығыҙҙың шатлығына ҡыуанып йәшәргә насип итһен! Киләһе йылда ла, изге Рамаҙан айын иҫәнлектә-һаулыҡта ҡаршы алырға насип булһын!

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Гөлсинә Ғөбәйҙуллина
Читайте нас