

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын! Аллаһы Тәғәлә тотҡан ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен! Раббыбыҙ тормошобоҙға, балаларыбыҙға, малдарыбыҙға хәйерле бәрәкәт биреп, тура
юлға күндерһен!
Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәргә иман байлығы, тәүфиҡ, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу бәхетен бирһен!
Илебеҙгә тыныслыҡ, аяҙ күк, халыҡтар араһында татыулыҡ, түрәләребеҙгә миһырбанлыҡ бирһен, байҙарыбыҙҙы йомартлыҡҡа әйҙәһен!
Киләһе йылдарҙа ла ураҙалар тотоп, һәммәбеҙгә Аллаһы сүбхәнәһү үә Тәғәләнең сикһеҙ рәхмәттәренә ирешергә насип итһен, ин шәә Аллаһ!
Ишембай районы мөхтәсибәте.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан