Бөтнөк ҡушылған спиртты сысҡан эҙҙәре күренгән ергә һибәләр. Кимереүселәр башҡа урынға күсә һәм әйләнеп ҡайтмай, сөнки улар бөтнөк еҫенә түҙә алмай.
Тағы ла ошондай ысул. Бөкөнө ваҡ киҫәктәргә бүлгеләп, сусҡа ма йында ҡарағусҡыл төҫкә ингәнсе ҡыҙҙыралар. Унан ошо киҫәктәрҙе сысҡандар торған урынға ташлайҙар һәм янына һыу ҡуялар. Тоҙло сусҡа майы менән бөкө ашаған һәм һыу эскән кимереүселәр ашҡаҙанда бөкө бүртенеүҙән үлә.
Ҡомаҡтар булған урынға төнгөлөккә һыу һәм эзбиз ҡатнашмаһы ҡуялар. Эзбиз һыуһата, шунан һуң һыу эскән ҡомаҡтар шунда уҡ үлә.
Ошондай ысулды ла ҡулланырға мөмкин. Көкөрттө һыуҙа эретеп, эремсеккә ҡушып, ҡомаҡтар йөрөгән урынға ҡуялар.
Углекислы барий бик тиҙ тәъҫир итә. Уны яһау өсөн барий хлориды эретмәһен сода эретмәһе менән ҡатнаштыралар. Бер өлөш барий, 2,5 өлөш сода алына. Уларҙы ҡушҡас, аҡ ултырма хасил була. Ул тамам ултырғас, шыйыҡсаны түгеп, һыу менән йыуалар, унан тағы ултырма барлыҡҡа килгәнсе тоталар. Бер нисә тапҡыр шулай эшләйҙәр. Шунан һуң ҡабат һыуын һаҡлыҡ менән түгәһең дә, ултырмаһын эшкә егәһең. Уны он менән бутап, түңәрәктәр яһап, ҡомаҡтар йөрөй торған урынға ҡуялар. Ултырма ҡомаҡ, сысҡандарға бик тиҙ тәъҫир итә, урындарынан ҡуҙғалырға ла өлгөрмәйҙәр, үләләр.