

Беренсе Май – сәскәле йылы яҙ, яҡты ҡояш, тотороҡлолоҡ символы булып тора. Ул беҙгә күңел күтәренкелеге бирә, һәммәбеҙҙе тыныслыҡта һәм берҙәмлектә йәшәү, илебеҙҙе ҡеүәтле, үҫешкән дәүләт итеп күреү ынтылышы берләштерә. Тыуған ҡалабыҙ, ауылдарыбыҙ үҫешенә һәм төҙөклөгөнә бар көсөн, белемен, тәжрибәһен һалғандарҙың барыһын да байрам менән ҡотлайбыҙ! Муниципаль райондың иҡтисадына нигеҙ һалған ветерандарыбыҙға оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле ишембайҙар! Барығыҙға ла изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар, бәхет, шатлыҡ, һәр ғаиләгә һаулыҡ теләйбеҙ. Байрам менән!
Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.