Йәмғиәт
30 Апрель 2022, 06:00

Утҡа ҡаршы көрәшеп үткән ғүмер

30 апрель – Рәсәй янғын һағы көнө

Утҡа ҡаршы көрәшеп үткән ғүмерУтҡа ҡаршы көрәшеп үткән ғүмер
Утҡа ҡаршы көрәшеп үткән ғүмер

Рәсәйҙә йыл һайын 30 апрелдә янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Был датаның барлыҡҡа килеүенә күҙ һалһаң, уның тарихы 1649 йылдың ошо көнөнә ҡайтып ҡала – батша Алексей Романов Рәсәйҙә беренсе янғынға ҡаршы хеҙмәт ойошторолоуы хаҡындағы Указға ҡул ҡуйған. Көслө, профессиональ янғын һүндереүселәр командаһының береһе Пётр I тарафынан төҙөлгән булған. 1999 йылда Рәсәй Президенты Борис Ельцин Указы менән 30 апрель Рәсәй янғын һағы көнө булып билдәләнгән.

Янғын һүндереүсе хеҙмәте – донъяла иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе иҫәпләнә. Күрәһең, бындай эшкә фронттың алдынғы һыҙығына ташланған һалдаттар ише
батырҙар һәм саялар ғына тотона ала. Кинйәкәй ауылында тыуып үҫкән Илгиз Хәсәнов тап шундай геройҙарҙан...

- Бер саҡ урамда танышымды хәрби формала осраттым, ул шундай бөхтә һәм матур кейемдә ине. Уның ҡайҙа эшләүе тураһында ҡыҙыҡһындым. Янғын һағында тигәс, һоҡландым да, аптыраным да.., - тип иҫкә ала был хаҡта Илгиз Марс улы. – Ул үҙҙәренә эшкә килергә тәҡдим итте, мин ихлас ризалаштым.

Шулай итеп, 1988 йылда СССР-ҙың Эске эштәр министрлығы Свердловск янғынтехник училищеһына (хәҙерге Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт академияһының Екатеринбург филиалы) уҡырға ингәнгә тиклем Илгиз ағай Салауат ҡалаһының 24-се хәрби-янғын часында эш башлай. 1990 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Илгиз Хәсәнов лейтенант дәрәжәһендә Ишембайҙа 42-се үҙаллы хәрбиләшкән янғын часына эшкә урынлаша. 1991 йылда ҡарауыл начальнигы булып тәғәйенләнә, бүлектә 2010 йылдың мартына тиклем эшләй. Ошо уҡ йылда майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға китә ул.

- 2014 йылдан алып Ханты-Манси округының Когалым ҡалаһында 103-сө янғын-ҡотҡарыу часының 15-се отрядында вахта ысулы менән эшләйем. Бер ай – эш, бер ай – ял. Тәжрибәле кеше булараҡ эшкә саҡырғас, баш тартманым, - тип ихлас уртаҡлашты Илгиз ағай. – Тәүге вахтала уҡ бөтә нормативтарҙы «бишле»гә тапшырҙым. Икенсе вахтаға килеүемә ҡарауыл начальнигы вазифаһын тапшырып та ҡуйҙылар, бында күберәк документтар менән эшләргә тура
килә. 

- Янғын хеҙмәтендә нисә йыл эшләү дәүерендә аяныслы хәлдәр ҙә күп булды, - тип иҫкә ала Илгиз Марс улы. - Нисек итеп вертикаль ҡорос резервуарҙы (РВС – нефть продукттарын һаҡлай торған ҡулайлама) дуҫы Дамир Фәхретдинов менән һүндереүҙәре һаман күҙ алдынан китмәй. Ете-һигеҙ минут һайын шартлау бирә... Тәүге тапҡыр күперек биргәндә янғын «ең»е һәм ГПС-600 (күперек генераторы) янып сыға. Шулай ҙа, янғынды икенсе тапҡырҙан еңеп сығалар ҡыйыу егеттәр!

- Ул саҡта Дамир Баязит улы менән икебеҙҙе лә батырлыҡ өсөн миҙал менән бүләкләнеүгә билдәләнеләр... Ләкин ниндәйҙер сәбәптәр менән ул тапшырылмай ҡалды... – ти яҡташыбыҙ.

Илгиз ағай тормош юлдашы Гөлфирә апай менән бынамын тигән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Оло малайҙары Азамат Когалым ҡалаһында атаһы эргәһендә эшләп йөрөй. Эш – ауыр, ҡатмарлы, егет тә тырыш һәм батыр. Кесе улдары Айбулат Ишембай нефть колледжында белем ала. Берҙән-бер ҡыҙҙары – Айһылыу ҡаланың Спорт һарайында методист булып эшләй, Илдар кейәүҙәре менән ике ул үҫтерәләр.

Илгиз ағай Хәсәнов үҙ ғүмер юлын йәмғиәттә иң хәүефле һәм хөрмәтле иҫәпләнгән һөнәрҙәрҙең береһенә арнаған. Был, ысынында, һоҡланғыс аҙым! Беҙҙеңсә, тап егеттәрсә!

Әйтергә кәрәк, бөгөнгө көндә дәүләт янғын һүндереү хеҙмәте – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы составындағы ҙур оператив ойошма. Ул хәүеф тураһында сигнал алыу менән, экстремаль ситуацияларҙы, ут стихияһын туҡтатырға һәм кеше ғүмерен ҡотҡарырға ашыға. Хеҙмәткәрҙәр бөтә көсөн янғынды булдырмаҫ өсөн профилактик эшкә, утты тиҙ арала һүндереүгә һәм аварияҡотҡарыу эштәрен башҡарыуға йүнәлтә. Янғын хеҙмәтендә тоғро эшләүсе барлыҡ яҡташтарыбыҙға именлек һәм уңыштар
теләп ҡалабыҙ!

Утҡа ҡаршы көрәшеп үткән ғүмер
Утҡа ҡаршы көрәшеп үткән ғүмер
Утҡа ҡаршы көрәшеп үткән ғүмер
Утҡа ҡаршы көрәшеп үткән ғүмер
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас